Бөтә яңылыҡтар

Надежда Бабкина – Сибайҙа...

Кисә Сибай ҡалаһы йыр-моң майҙанына әйләнде. Бында “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны сиктәрендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина ҡатнашлығында ҙур концерт үтте.

Кисә Сибай ҡалаһы йыр-моң майҙанына әйләнде. Бында “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны сиктәрендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина ҡатнашлығында ҙур концерт үтте. Сарала шулай уҡ Саха (Яҡут), Чечен, Ингушетия республикаларынан, Кузбасс, Краснодар, Мәскәү, Саранск ҡалаларынан килгән йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашты. Башҡортостандан “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң, “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар һәм Сибай бейеү-концерт берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең сығыштарын да халыҡ көслө алҡыштарға күмде.


“Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны 2007 йылдан алып ойошторола һәм ул Рәсәйҙең күп ҡалаларында була. Быйыл Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл икәнлеген белгәс, Надежда Бабкина республика буйлап сәфәргә сығырға ҡарар итә, һәм яңылышмай.


Сибайҙар төрлө милләт халыҡтарының йыр-моңдарын тыңлап кинәнде, дәртле бейеүҙәрҙе күрҙе. Йыр-моң менән бейеү ҡауышҡан саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.


Фото Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: