Моңло тауышы, матур эстәлекле йырҙары менән күптән инде тамашасы һөйөүен яулаған Резеда Шәрәфетдинова үҙ-үҙен белгәндән бирле йырларға, бейергә ярата. Әле атлай ҙа башламаған сағында, әсәһе мәктәптә балаларҙы бейергә өйрәткән ваҡытта ултырған урынында бейеүселәргә ҡушылып бейеп, барыһын да таң ҡалдыра ул. Сәхнәгә, йыр-бейеүгә һөйөүе мәктәптә уҡыған йылдарҙа тағы ла көсәйә. Башҡортостандың 50 йыллығына үҙҙәре милли кейем – балитәкле күлдәктәр, камзул, ҡашмауҙар тегеп, шуларға кәнсир-ҡалайҙан тәңкәләр киҫеп эшләп, уларҙы 1919 – 1969 тип тегеп, телевидениела сығыш яһай улар. Ошо бейеүҙәрҙе ҡуйыусы, өйрәтеүсе, ойоштороусы әсәһе, Шишмә районының Ҡараяҡуп мәктәбе директоры Рәүиҙә Солтан ҡыҙының уң ҡулы, ярҙамсыһы була Резеда.
Резеда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаһа ла, ғүмере буйы сәхнәнән айырылмай. Студент саҡта уҡ кейәүгә сығып, тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Атай-әсәйҙән үрнәк алып, балалары ла бик тырыш, маҡсатлы булып үҫә. Өлкән улдары Тимур – техник фәндәр кандидаты. Килендәре, медицина фәндәре кандидаты Алия менән Рөстәм һәм Алисә исемле матур балалар үҫтерә. Кесе улдары Артур – балалар кардиохирургы, “алтын скальпель” лауреаты. Килендәре – шулай уҡ табип-кардиолог Ксения менән Диана исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә йырларға һәм бейергә ярата, музыка мәктәбендә уҡыйҙар.
Күңеле йыр-моңға бай Резеда Шәрәфетдинованың ижади ҡаҙаныштары бик күп. Улар араһында Башҡортостан сиктәрендә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында үткәрелгән йыр бәйгеләре лә бар. Мәҫәлән, 2009 йылда Пермь ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй конкурсында квартет менән акапелла йырлап беренсе урын яулайҙар. 2010 йылда Еманжелинск ҡалаһында төрки халыҡтарының ижади фестивалендә лауреат була. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Юлдаш”, “Сүмес йондоҙ” хит-парадтарында бер нисә йыл рәттән еңеүсе-финалист, “Аҡтаныш таңдары” конкурсында “Өлкән башҡарыусы” номинацияһында еңеүсе. Былтыр ”Мин яратам һине, тормош”, “Ижад ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурстарында ла уға тиңләшеүсе табылмай. Моңло йырҙары менән тамашасы күңелен әсир итеп, яңынан-яңы үрҙәр яулай.
“Ижадты, тормошто яратыуым – әсәйемдән”, – ти Резеда. Әсәһе – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә, сәсәниә Рәүиҙә Солтан ҡыҙы Гәрәева-Иҫәнғолованы тыуған районы Шишмәлә генә түгел, бөтә Башҡортостанда ла танып беләләр.
“Әсәйем ижад иткән шиғырҙарға йырҙарым бигерәк тә аһәңле яңғырай”, – ти ул.
Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: “Тәүге мөхәббәт”, “Һөйөүең осто елдәргә” (Лира Фәтихова көйө), “Төбәгем күркәмлеге”, “Нәсихәт”, “Шишмә – муллыҡ үҙәге” (Резеда Мөхәмәтйәнова көйө), “Шаян елдәр”, “Изге бишек” (Ильяс Аллаяров көйө).
Илем, халҡым тип янған илһөйәр, талантлы ойоштороусы Рәүиҙә ханым кеүектәр тураһында күпме яҙһаң да аҙ булыр. Уның тормош юлы – яҡты маяҡ итерлек батырлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө.
Юғары уҡыу йортон тамамлап тыуған яҡтарына ҡайтҡан йәш кенә Рәүиҙә иңенә Ҡараяҡуп мәктәбе директоры вазифаһын йөкмәтеп тә ҡуялар. Уҡыу йылына бөтөнләй әҙер булмаған мәктәпте бер нисә көн эсендә балалар ҡабул итерлек итеп әҙерләргә нескә, тәжрибәһеҙ ҡыҙға эшһөйәр тәбиғәте, рух көсө ярҙам итә. Хеҙмәт юлын бына шулай башлаған ҡыҙ тиҫтәләрсә йылдар балалар тәрбиәләү, халыҡты ойоштороу эштәрендә сынығып, тырышлығы, ихласлығы, кешелеклеге менән хөрмәт ҡаҙана. Ул эшләгән йылдарҙа уҡыу йорто бөтә күрһәткестәр буйынса ла алдынғылар иҫәбендә була.
Ойоштороу һәләте ярылып ятҡан Рәүиҙә Солтан ҡыҙына ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да йөкмәтеп ҡуялар. Ауылдар төҙөклөгө, ауыл халҡының именлеге өсөн хәл иткес ҙур аҙымдар яһай ул был ауыр, яуаплы вазифала эшләү дәүерендә. Үткер ҡәләмле, батыр йөрәкле, ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмаған, үҙ өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләй алған, үҙе артынан халыҡты әйҙәп эйәртә, эшләтә, һүҙен һанлата алыу һәләттәрен баһалап, Рәүиҙә Гәрәева-Иҫәнғоловаға башҡорт фольклорсы-ғалимы Розалия Солтангәрәева үҙе килеп ағинәй исеме тапшырып китә.
Тормош иптәше Миңлеғәлим Яхъя улы менән бергәләп өс бала тәрбиәләп үҫтерә улар. Балалары барыһы ла ил хәстәрен иңенә алған шәхестәр булып үҫә. 60 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән был һоҡланғыс ғаилә бик күптәр өсөн үрнәк булып тора. Ә инде Рәүиҙә Иҫәнғолованың илһөйәрлек, фиҙакәрлек менән һуғарылған шиғырҙары – халҡына, эшенә, милләтенә һөйөү өлгөһө. Хатта Мостай Кәрим үҙе уның шиғырҙарына: “Минән дә шәп яҙаһың бит, малай!” – тип баһа бирә бер осрашыуҙа.
Үҫкән ҡайындары бик һирәк.
Эсер һыуҙың, һулар саф һауаның,
Һине туйындырған ғәзиз ерҙең
Таҙалығын һаҡлау бик кәрәк.
Ер-һыу – ул Хоҙайҙан аманат.
Ҡалатауындағы шишмәбеҙҙең
Баҫҡыстары хәҙер таштаҡта.
Яҡты көндөң, берҙән-бер ғүмерҙең,
Ғүмер биргән ата-әсәләрҙең
Ҡәҙерҙәрен беләйек һау саҡта.
Ғүмер – ул Хоҙайҙан аманат.
Һөҙәк Ҡыҙҙар тауы, Бикрәс буйы.
Тау башында һаҡсы урманым,
Һыуҙары шифалы шишмәләрем,
Бәпкә үлән баҫҡан урамым.
Шул хозур донъяла тыуғанмын,
Нур бөркөгән йортта торғанмын.
Бәпкә үлән баҫҡан урамымда
Йүгерек тәпәй эҙен һалғанмын.
Ошо ерҙең нәфис сәскәләрен
Кескәй ҡулдарыма алғанмын.
Сәскәле донъяла тыуғанмын
Шуға хисле-моңло булғанмын.
Ошо ергә кендек ҡаным тамған,
Йөрәккә ғүмерлек эҙ һалған.
Тыуған ауылым – изге бишегем,
Киң донъяға сыҡҡан ишегем.
Һиңә мәңге тоғро балаңмын,
Тынғы белмәй торған яранмын.