Бөтә яңылыҡтар

“Дәрүишхан” төркөмө сәхнәгә ҡайта!

Эйе-эйе, һеҙ дөрөҫ аңлайһығыҙ – легендар башҡорт төркөмө был хаҡта кисә генә Инстаграм селтәрендә хәбәр итте.“Дәрүишхан”ды, уларҙың “Нисек барһың, тик шулай бул”, “Уралым”, “Айгөлөм”, “Юлаусы” һәм башҡа йырҙарын белмәгән башҡорт бармы икән?

Эйе-эйе, һеҙ дөрөҫ аңлайһығыҙ – легендар башҡорт төркөмө был хаҡта кисә генә Инстаграм селтәрендә хәбәр итте.


“Дәрүишхан”ды, уларҙың “Нисек барһың, тик шулай бул”, “Уралым”, “Айгөлөм”, “Юлаусы” һәм башҡа йырҙарын белмәгән башҡорт бармы икән?


Төркөм солисы Дим Мәннәндең был донъянан китеүенә 14 йыл үтте, әммә ул гел халыҡ хәтерендә. Яңы быуын “Дәрүишхан”дың йырҙарын һаман телдән төшөрмәй, “Ҡош юлы”, “Урал батыр” кеүек музыкаль фестивалдәр уның рухына арнала, 2014 йылда Ләйсән Мәзитова Дим Мәннәндең тормош һәм ижад юлына арналған “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” исемле документаль фильмды экранға сығарҙы.

Ә кисәге яңылыҡты көллөһө дәррәү алҡышлап ҡаршы алды, тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ.


“Дәрүишхан” ҡайта! 90-сы йылдар башында меңләгән тамашасыларҙы туплаған, башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә ҙур этәргес булып торған легендар төркөм. Уларҙың йырҙары беҙҙе еңел булмаған замандарҙа илһамландырҙы. Дим Ҡоләхмәтовтың тауышы көслө һәм эскерһеҙ яңғыраны, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә көтмәгән хәл булды... Альберт Ғәббәсовҡа (төркөм музыканты – авт.) йәнатарҙарға яратҡан йырҙарҙы яңынан тыңларға мөмкинлек биргәне өсөн ҙур рәхмәт”, – тип яҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.


Төркөм музыканты, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ирек Абдуллин менән бәйләнешкә сығып, уның был ҡыуаныслы яңылыҡ айҡанлы тәьҫораттары менән бүлешеп китеүен һораныҡ.


“Бөтәһе лә яҡшы! “Дәрүишхан” төркөмө ижадын үҙ итеүселәрҙе яңы, моңло йырҙар менән ҡыуандырасаҡбыҙ, барыһына ла билдәле йырҙар ҙа заманса яңғыраясаҡ. Киләсәктә төркөм даими сығыш яһарға йыйына”, – тине ул.


“Дәрүишхан” төркөмө әлегә үҙенең яңы солисының кем булырын сер итеп тота. Был һорауға яуап 29 июндә Ишембай районында үтәсәк “Торатау йыйыны”нда билдәле буласаҡ.


Фото: Instagram