Бөтә яңылыҡтар

“Ғәфү үтендемме икән?..”

Радиоалғыстан ағылған йырҙың һүҙҙәренә башта иғтибар ҙа итмәне Зариф ҡарт. Ҡайнап сыҡҡан сәйнүген һүндерҙе лә иртәнге сәйен хәстәрләне. Мул итеп икмәк телде. Балын, майын килтереп ҡуйғас, яйлап өҫтәл янына килеп ултырҙы. Үрелеп, радиоалғыстың тауышын асты: Йәш сағымда ҡәҙереңде белеп бөтөрҙөм микән?Үпкәләткән саҡтарымда ғәфү үтендем микән?..

Радиоалғыстан ағылған йырҙың һүҙҙәренә башта иғтибар ҙа итмәне Зариф ҡарт. Ҡайнап сыҡҡан сәйнүген һүндерҙе лә иртәнге сәйен хәстәрләне. Мул итеп икмәк телде. Балын, майын килтереп ҡуйғас, яйлап өҫтәл янына килеп ултырҙы. Үрелеп, радиоалғыстың тауышын асты:

Йәш сағымда ҡәҙереңде

белеп бөтөрҙөм микән?

Үпкәләткән саҡтарымда

ғәфү үтендем микән?..


“Һиңә тигән ҡыҙҙар юҡ…”


Өҫтәл янына ниңә ултырғанын да онотоп, Зариф ҡарт урынынан тор­ҙо. Үрһәләнеп, иҙән уртаһында өйөрөлдө. Тәҙрә ҡаршыһына барып баҫып, урамға күҙ ташланы. Тик бер нәмә лә күрмәне. Уға бөтә тарафтан да Вә­ли­мә­һенең моңһоу күҙҙәре ҡарап торған кеүек тойолдо. Бигерәк моңһоу ҡарашлы ине шул мәрхүмә. Исмаһам, берәй ҡаршы һүҙ әйтһә, әрләшһә-талашһа икән. Бәлки, еңе­лерәк булыр ине бөгөн Зарифҡа. Юҡ шул! Мөлдөрәп ҡарар ине лә: “Ярай инде, атаһы. Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау бит, юҡҡа тауыш­ланма”, – тиер ине. Ай-һай, күп булды бит ғәфү үтенер саҡтар, күп булды. Нисек түҙгәндер ҙә үткәреп ебәрә белгәндер, бисарам.
…Ҡыҙ күҙләргә барғайны Зариф күрше ауылға. Әйтерһең дә, үҙ ауылында ҡыҙҙар бөткән! Сибәр, эш­сән, егәрле ҡыҙҙар үҙ ауылында тү­гел, урамында ла етерлек ине. Тик ни өсөндөр күңеле Асылыкүл буйына тартты. Беренсе тапҡыр киске уйында күрҙе ул Вәли­мәһен. Ыҫпай, килешле итеп кейенгән ҡара­ҡас ҡына ҡыҙыҡай әхирәттәре менән киске уйынға килгәйне. Ҡыҙ­ҙар өйөрөлөп бейеп, әйләнеп күңел асҡанда, бер үҙе ситтә моңһоу ғына баҫып тора. Һөйрәп, бейеүгә төшөр­һәләр, бер-ике генә әйләнә лә кире барып баҫа, әйтерһең, урынын алып ҡасалар. Егет ҡыҙҙан күҙен алманы. Уның ҡарашын тойоп, ҡыҙ уңайһыҙланды, ҡарашын ситкә борҙо. Иптәш ҡыҙы­ның ҡолағына ниҙер шыбырланы.
Егет та­ны­шырға тәүәккәлләп өлгөргәнсе, ҡыҙҙар юҡҡа сыҡты. Ны­ҡыш булды Зариф. Егеттәрҙән һо­рашып, исемен, кем ҡыҙы икәнен, ҡай­ҙа торғанын белде. Вәлимә ме­нән танышыу өсөн бер нисә көн ҡап­ҡа төптәрен һағаланы. Атаһы бик уҫал булып сыҡты. Күҙенә күп салына башлаған егетте эләктереп алып, танауына йоҙроғон терәне лә:

– Һин, еүеш танау, һағалама ми­нең ҡапҡа төбөн, һиңә тигән ҡыҙ­ҙар миндә юҡ, онот бында юлды, – тип бер-ике һелтәне лә ихатаға кереп юғалды.
Сәмләнеп китте егет. Күрше ауыл егеттәре лә өнәп еткермәне ныҡыш­ты. Бер нисә тапҡыр бәр­гес­ләп тә алдылар. Юҡ, бирешмәне Зариф. Әллә ни мөхәббәт утында янмаһа ла, эш былайға киткәс, һү­ҙен һүҙ итергә булды. Ә ниңә, ҡыҙы­ҡай сибәр генә. “Эшсән, егәрле” ти­гән хәбәр ҙә ярап ҡалды. Донъя көтөр өсөн тағы ни кәрәк?! Икәү­ләшеп тырышып донъя көтөрҙәр, балалар китер…
Төндәрен хыялға сумып ятыр булып китте Зариф. Нисек тә булһа ҡыҙҙы аулаҡта осратып, һөйлә­шер­гә булды. Гел өйөндә генә ятмаҫ бит инде. Көн дә тиерлек биш-алты саҡрым ергә йәйәүләп барыр булды. Киске уйындарҙы ҡалдыр­маҫҡа тырышты. Ауыл аша үтеп барған ҡырлайсынан кершән менән, ябай ғына булһа ла, беләҙек алып ҡалды. Танышыу бүләге булыр тип. Бүләк­тәрен гелән үҙе менән йөрө­төр булып китте. Һәм, ниһайәт, бер киске уйында осрашты йәштәр. Был юлы бик тәүәккәл тотто үҙен Зариф. Ҡыҙ күренеү менән, уның янына ашыҡты.

– Күршеләрҙең сибәр ҡыҙҙарына сәләм! – тип танышырға ҡулын һуҙҙы.
Вәлимә ҡыйыуһыҙ ғына ҡулын бир­ҙе. Егет етеҙ генә уның ҡулын эләк­тереп алды ла беләҙеген кей­ҙе­реп ҡуйҙы. Ҡыҙ, ут ҡапҡандай, ҡу­лын тартып алды, тирә-яҡҡа ҡа­ранды. Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Шунан ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән:

– Рәхмәт, Зариф ағай, – тип бы­шыл­даны.
Бына бит, исемен дә белә, яҡындан танышмаһалар ҙа, тип егеттең түбәһе күккә тейҙе. Шулай башланды осрашыуҙар. Зарифты күргән һайын Вәлимәнең йөҙө балҡып китер булды. Оҡшатыуы йөҙөнә сығып тора ине. Тик бына ҡараштары бигерәк моңһоу ине уның. Сәбәбен аңлай алманы Зариф.


Яңғыҙлыҡтың әсе һурпаһы


Атаһы бик уҫал булғанмы икән, бик ҡурҡып ҡына тора ине Вәлимә унан. Әсәһе менән дә мө­нә­сәбәттәре бик йылы түгеллеген иҫләне сос егет, тик төпсөнөп торманы. Ва­ҡыты еткәс, үҙе асылып ки­теп һөйләр әле тип өмөтләнде. Ләкин Вәлимәһе ғүмере буйы бер сер булып ҡалды. Уның күңелендә ни барын белмәне шул Зариф. Йәш сағында әллә ни ваҡыт та булманы асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырырға.
Яусылатып, урындағы бөтә йола­ларға тура килтереп өйләнде Зариф Вәлимәгә. Атаһы башта ҡаршы килеп тә ҡараны. Имеш, атайһыҙ үҫкән етем балаға ҡыҙ бирәһе юҡ. Эш рәтен белмәгән нәмә­кәйҙер әле, тип түбәнһетеп тә ҡараны. Ауылға килеп, йорт-ҡураһын ҡарап, күршеләрҙән һорашып, бик риза булып ҡайтып киткәс, фатихаһын бирҙе.

Донъя көтөп китергә ярҙамы ла күп булды ҡайныһының. Эшсән ке­шеләрҙе ярата ине шул. Баҫҡан ерен­дә ут сәсрәтеп, дөрөҫ һүҙен йө­ҙөнә ҡарап әйтеп, ғәҙел холоҡло булды ғүмер буйы. Яйлап-яйлап ихтирамлы кейәү булып китте Зариф. Һәр ваҡыт ярҙамлашып, хәл белешеп торҙо.
Вәлимә менән дә матур ғына йәшәп киттеләр. Яңы йорт һалып керҙеләр. Бер-бер артлы алты балаға ғүмер бирҙеләр. Гелән яуаплы вазифаларҙа эшләне Зариф. Етәкселәр уны гел маҡтап телгә алды. Алдынғылыҡты бирмәне. Ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт Вәлимәһе ҡара­мағында булды. Ә балалар… Бере­һенән-береһе бәләкәс балалар! Нисек өлгөрҙө икән барыһына ла? Усаҡ яғып ашарға әҙерләү, мал-тыуарҙы ҡарау, аяҡҡа уралып йөрөгән ҡош-ҡортто ашатыу… Бер сибек кенә Вәлимәһенең иңбашына күпме йөк өйөлгән булған. Өйҙәге эштәрҙән һуң колхоз эшенән дә ҡалманы бит үҙе. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда китте: сөгөл­дөрөн дә утаны, бесәнен дә сапты, өйҙө, икмәген дә һалды колхозға, мал аҙбарҙарын да һылап ағартты. Һанап бөтөргөһөҙ мәшәҡәтле эштәр.
Өйгә ҡайтып кереү менән икенсе смена башлана. Ятып ял итеп алыр­ға ла ваҡыты булмағандыр биса­раның. Гел йүгереп йөрөй ине, өлгөрә алмауҙан ашыҡҡандыр инде. Ә бит Зариф өй эштәрендә бик ярҙам итеп барманы. Эштән арып, йонсоған ҡатынын утын ки­ҫер­гә лә саҡырыр ине. Ҡайһы ва­ҡытта бысҡыһы ҡулы­нан ысҡынып китер ине арыуҙан. Шул ваҡыттарҙа ла “ултырып, хәл йы­йып ал” тиеү уры­нына баҡырып-екереп ебәрер ине. Күҙҙәренә йәш тулған Вәлимә­һе, уларҙы алъяпҡыс итәге менән һөртөп, ике ҡуллап бысҡыға йәбе­шер ине. Эх, әле иҫән булһа, бер ауыр эш эшләтмәҫ ине лә бит, хатта ашарға үҙе бешерер ине. Вәлимәһе ятып ҡына, ял итеп кенә торор ине.
Һуңлап килгән үкенестәр йөрәген яндырҙы Зарифтың. Яңғыҙлыҡтың әсе һурпаһын һемереп ултыр инде хәҙер. Ал-ялһыҙ эшләгән ҡатыны йөгөнән тамам арып, бер көн түшә­генән торманы ла ҡуйҙы. Туңғаҡ көндәрҙә колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр, көнбағыш башаҡтары йыйып йөрөп, тамам арығайны шул меҫкенең. Ҡайтҡас, ашарға әҙер­ләргә лә хәле ҡалмай торғайны. Уға ярҙам итеү урынына, ашарға таптырып, Зариф битәрләп, асыуланып китер булды. Һуң, бергә йөрөнөләр бит баҫыуҙарҙа. Аттан алда йүгереп, алданыраҡ өйгә ҡайтып булмай бит инде, бер арбала ултырып йөрөп. Нишләп кенә ҡәҙерҙәрен белмәнем икән, тип уфтанып, көрһөнөп йәшә хәҙер. Ҡатыны үҙенән алда вафат булған бер ауылдашының:
– Бәхетле ир ҡатынынан алда үлә ул, бигерәк ҡыйын яңғыҙыма, – тип зарланыуы иҫенә төштө Зариф ҡарттың. Ул ваҡытта унан көлгәйне, имеш, унда бер ваҡытта ла һуң түгел барырға, ашыҡмайыҡ әле тип. Әле килеп тормошоноң мәғәнәһеҙлеген уйлап, таң ҡалып ултыра. Бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаған көн-төндәре хафаға һалды. Оло өй эсендә – бер үҙе. Керһә – бар, сыҡһа – юҡ, тигәндәй. Йоҡоһоҙлоҡ баҫты. Әйләнеп, бәргеләнеп, уйланып, уфтанып ята торғас, таң ата ла ҡуя шул. Таң ата ла кис була, ятамын да торамын, тигәндәй. Ашарға әҙер­ләү – үҙе бер мәшәҡәт. Төрләндереп булмай шул Вәлимә кеүек.
– Атаһы, нимә бешерәйем, нимә ашағың килә? – тип һорар ине, моңһоу ҡараштарын иренә төбәп.

Шул ҡәҙәр ҙә буйһоноусан булыр икән ке­ше. Бер ҡаршы һүҙ әйтмәҫ, Зариф өҫтәл төйөп ҡысҡырғанда ла, өндәшмәй, башын эйеп тик торор ине, өнһөҙ ҡалып. Хәтерҙәре ҡалып баҫып торғандыр ине бахырҡай. Һуңлап килгән аңлау-йәлләүҙән ҡарттың йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Үҙен батша итеп тойоп йәшәгән бит.
Балалары өсөн дә атайҙары оло кеше булды. Ҡаршы һүҙ ҙә әйтеүсе булманы. Уҡып бөтә барҙылар, баш ҡалаға ашыҡтылар. Ауылда, атай-әсәй янында ҡалырға теләгәне булманы. Бөтәһе лә юғары белемле, һәр береһе эшләгән ерендә кәрәкле, абруйлы кешеләр, Аллаға шөкөр. Ташламайҙар, ҡайтып, ярҙам итеп, аҙыҡ-түлеген ташып ҡына торалар. Алып китергә, тип тә ҡайтҡайнылар. Юҡ, риза булманы Зариф ҡарт. Йәштәрҙең үҙ донъяһы. Тороп ҡараны инде бер-ике аҙна. Иртән ҡубарылып сығып китәләр ҙә кисен күмәкләп ҡайтып керәләр. Киске аштан һуң һәр береһе үҙ мәшәҡәте менән ултыра үҙенең эске донъяһына сумып. Һинең менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкән дә, кәңәшләшкән дә кеше юҡ. Түҙмәне ҡарт, шуға ауылға кире илтеүҙәрен үтенде. Ҡайтыу менән оҙаҡ итеп шишмә буйында ултырҙы, Вәлимәһе менән икәүләп шишмәнән һыу ташыуҙарын иҫенә төшөрҙө. Еңел һөйәкле, етеҙ ине ҡатыны. Өл­төрәп торор ине. Көйәнтәгә биҙрә­ләрен элеп, һыуының тамсыһын да сайпылдырмай атлар ине. Ара алыҫ ҡына булһа ла, ял итмәйенсә ҡайтып етер ине. Шишмә һыуынан сәй ҡайнатып, ҡара-ҡаршы ултырып, баллап сәй эсерҙәр ине баш ҡала күстәнәстәре менән. Хәҙер ни, йырҙағы кеүек, “уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да – юҡ…”


Аңлашыу өсөн һөйләшеү кәрәк


Ҡайһы ваҡытта дыуамал уйҙар ҙа килә ҡарттың башына: әллә өй­ләнеп ҡуйырғамы икән?! Ә ниңә, яң­ғыҙ интеккәнсе, иптәш бу­лыр ине. Ашарға әҙерләр, керемде йыуыр. Арҡа терәп ятырға терәк булыр ине, тип хыялланып ала ваҡыты-ваҡыты менән. Һүҙ сир­теп ҡара­ғайны балаларына, ҡыҙҙары бөтөн­ләй ҡаршы сыҡты. Малайҙары кө­лөп ке­нә ҡуйҙы кәңәшенә. Оло улы: “Һуңғараҡ ҡал­дың, ҡартлас”, – тип көлөмһөрәне. Ә шулай ҙа күңеле елкенеп-елкенеп ҡуйҙы Зариф ҡарттың. Ауылдағы яңғыҙ бисәләрҙе барлап сыҡты. Бындай йәштә һайланыу ситен дә ул. Ә шулай ҙа күңелгә ятҡандары бик һирәк булып сыҡты. Шул һирәктәре лә көлөп кенә ҡа­раны уның тәҡди­менә. Бәғзеләре, хәтер һаҡлап:

– Ҡуй, кейәүгә сығыу йәшенән үткәнбеҙ инде, – тип яуапланы.
Саяраҡтары:

– Тамам ул һиңә яңғыҙлыҡ, ҡатын ҡәҙерен белмәгән кешегә, – тип тураһын бәрҙе, күҙгә ҡарап.
Ҡайһы берҙәре:

– Ҡуй, ҡартайған көнөмдә бабай ҡа­райһым юҡ. Уртаҡ донъям, балам юҡ, үҙ донъям бынамын тигән, – тип маһайҙы.

Әбейҙәр хәҙер аяҡ терәп һөйлә­шә шул. Ай һайын пенсияһын өйөнә килтереп бирәләр. Һәр өйҙә газ, йылы-һалҡын һыу, канализация. Донъяларҙың күркәмлегенә хайран ҡалырлыҡ. Бер әбей әйтмешләй, бер шырпынан аш та бешә, өй ҙә йылына. Хөрриәт шул. Ниңә ҡарт бабайҙың көйөн көйләһен ул, хол­ҡон белә бит ауыл халҡы. Вәлимәне лә арытып, йөгөндөрөп гүр эйәһе итте, тип тә һөйләүселәр булды.
Ил ауыҙына яулыҡ ҡаплап булмай шул. Әйтерһең дә, Вәлимә эшләгәндә Зариф ҡул ҡаушырып ултырған. Хәтере ҡалып йөрөгәйне ҡарттың, шундай ғәйепләүҙәрҙе ишетеп. Нисек кенә йәшәһәң дә, үтә инде ул ғүмер. Илле йыллап бергә йәшәп, ҡатынын аңлама­уына аптыраны Зариф ҡарт. Һуң, аңлашыу өсөн һөйләшеү кәрәк бит. Ә Вәлимә телһеҙ тиһәң, телһеҙ түгел. Үҙ эсенә йомолоп, эштән башҡаны белмәй, ғүмере буйы йүгереп йөрөп, бер көндө ауҙы ла башҡа тормаҫ булды.
Нәҙегәйеп бөткән ҡулдарынан тотоп, төндәр буйы ултырҙы янында За­риф. Китеп барыр, тип башына кил­термәне. Кеше сир­ләмәй тормай инде. Һөйләшергә, аңлашырға ты­рыш­ты ҡатыны менән. Үҙе ауыр хәл­дә ятһа ла, гел иренең хәлен һорашты:

– Тамаҡ ялғап алдыңмы? Ас йөрөйһөңдөр инде. Эй, Аллам, китә торған сир булһа ярар ине. Асыуланма инде миңә, Зариф, көнө-тө­нө ятам да ятам, – тип көйәләнде. Гел ирен, балаларын, ҡорған донъя­һын ҡайғыртып йәшәргә өйрәнгән ҡатынға түшәктә хәлһеҙләнеп ятыу ғазап ине. Былай ҙа моңһоу ҡара­шына әрнеү өҫтәлде. Сәғәттәр буйына ҡатыны янында ултырып, бөгөн килеп Вәлимәһенең сибәрлегенә таң ҡалды ҡарт. Ҡаштары ҡарлуғас ҡанатымы ни! Ә күҙҙәре һуң, күҙҙәре! Муйылдай ҡара күҙҙәре йөрәккә үтеп ҡарай. Ошо матурлыҡты, сабыр­лыҡты йәше­рәк сағында күрмәүенә үҙенә үҙе аптыраны ҡарт. Ай-һай, йәшерәк сағын­да сыуалды бит башҡа ҡатындар менән. Шулай тейеш тип, Вәлимәһе бер ни күрмәй, һиҙмәй, тип уйланы. Әле килеп үкенеп, ғазапланып ултыра. Яратып туймаҫ­лыҡ хазина йәшәгән бит янында, ә ул сит баҡсаларҙан татлы емеш эҙләгән.
Тыныс ҡына, өнһөҙ генә китте Вәлимәһе. Әйтәһе һүҙҙәре лә булғандыр, әйтмәне! Сер булып ҡалды. Бөтә серҙе үҙе менән алып китте, Зариф ҡартты ғазаптарға күмеп. Диванға барып ауҙы ул. Мендәрҙе ҡосаҡлап, үкереп илап ебәрҙе. Ғүмерендә лә кешегә күҙ йәше күрһәтмәгән имән кеүек ир, бөгөн килеп, үкһеп-үкһей ине. Радионан ишеткән йыр күңелен түңкәрҙе Зариф ҡарттың:

…Үпкәләткән саҡтарымда

Ғәфү үтендем микән?..
Юҡ шул, юҡ! Ғәфү үтенеүҙе түбән­һенеү, ирҙәр өсөн оят нәмә, тип йә­шәне ул ғүмер буйы. Ҡатынына ла түбәнһетеберәк ҡараған, аңларға теләмәгән икән. Ә тормош шундай ябай булған. Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, кәңәшләшеп, аңлашып йәшәр кәрәк булған. Ә хәҙер кемде ҡәҙер­ләргә, кемде аңларға, кем менән кә­ңәшләшергә һуң? Өҙгөләнеп-өҙгө­ләнде ҡарт. Йөрәгенә ауыр таш баҫы­лып ҡуйғанмы ни! Күҙ йәштәре йыл­ғалай йөҙө буйлап аға ла аға ине…
Читайте нас: