Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Июнь 2019, 13:03
Күңел йыуанысына әүерелгән шөғөл
Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәгән биҙәүестәр яһау оҫтаһы Гүзәл Искәндәрова менән район үҙәгендә ойошторолған байрам күргәҙмәһендә осрашырға яҙҙы.
Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәгән биҙәүестәр яһау оҫтаһы Гүзәл Искәндәрова менән район үҙәгендә ойошторолған байрам күргәҙмәһендә осрашырға яҙҙы.
– Бынан биш йыл элек күңел ҡушыуы буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейемдәре, биҙәүестәре, шөғөлдәре менән таныша, өйрәнә башланым, – ти ауылдың ағинәйе. – Заманында ашнаҡсы ла, урам йыйыштырыусы ла булдым, башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерҙем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, халҡыбыҙҙың ижады, матур биҙәүестәр эшләү серҙәрен үҙләштереү теләге көсәйҙе.
Башҡорт халыҡ ижадын һаҡлауға ҙур өлөш индергән, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, үҙенә фекерҙәштәр, әхирәттәр таба ул. Өфөләге “Селтәр” ойошмаһына йөрөп, ҡашмау эшләү нескәлектәрен өйрәнә.
– Милли кейемдәребеҙҙе кейеп, биҙәүестәребеҙҙе тағып әхирәттәрем менән театрҙарға йөрөйбөҙ. Бына һеҙҙең алдығыҙҙа үҙ ҡулдарым менән эшләгән һаҡал, быныһы – селтәр, хәситә. Оҡшаймы? Олоғайған көндә шундай мауыҡтырғыс шөғөлгә юлыҡтым, был “сир”ҙән ҡотолор әмәл юҡ, – тип йылмая Гүзәл Искәндәрова.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.