Миҙгел ябылыуға ҡарамаҫтан, Салауат башҡорт драма театры хеҙмәткәрҙәре ял итергә ашыҡмай, өр-яңы әҫәр өҫтөндә эшләй. Ошо көндәрҙә тамашасы сәхнәлә Мостай Кәримдең повесы буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен күрә аласаҡ. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйыла. Тамашаны сәхнәгә сығарыу өсөн Ҡазандан Ренат Әйүпов саҡырылған. Әҙерлек барышын режиссерҙың үҙенән белешергә булдыҡ.
– Ренат Мирзахәсән улы, Салауат тарафтарына нисек килеп сыҡтығыҙ?
– 1– 8 июндә Ҡазанда “Наурыҙ” халыҡ-ара театрҙар фестивале үтте. Быйыл ул Башҡортостан театрҙарына бағышланды. Республиканан бишкә яҡын коллектив Татарстанда сығыш яһаны. Фестиваль ике туғандаш республика араһындағы дуҫлыҡ күперен, милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында һәм Театр йылы йәһәтенән уҙғарылды. Тап Салауат театры менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү ниәтенән театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа мөрәжәғәт иттем. Мин үҙемдең әҫәрҙе ҡуйырға тейеш булһам да, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә Илсур Юлай улы шағирҙың “Беҙҙең өйҙөң йәме”н тәҡдим итте. Ҡаршы килмәнем, саҡырыуҙы бик йылы ҡабул иттем.
– Ҡала оҡшаймы? Салауат артистары менән тәүгә осрашаһығыҙмы, әллә элек тә бергә эшләгәнегеҙ булдымы?
– Ҡала тыныс, уңайлы. Башҡортостанда был – икенсе эшем. Тәүгеһе Өфө “Нур” театрында булды. Артистар менән тәүгә осрашыуым. Күңелдә ниндәйҙер тулҡынланыу хисе булһа ла, килеп кергәс, бөтә шик-шөбһә таралды. Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша. Белеүемсә, театрҙа төрлө режиссерҙар менән эшләү тәжрибәһе ҙур. Был артист өсөн үтә лә мөһим, сөнки ул бер урында тапанмай, ә үҫешә, камиллаша. Актерҙар шәп, әйткәнде ярты һүҙҙән аңлап тора. Былай булмай, тегеләй килеп сыҡмай, тип мыжымайҙар. Телдең яҡынлығы ла эште еңеләйтә. Башҡорт теле шул тиклем моңло, күңелгә май булып яғыла. Текстарҙы уҡығанда, тыңлағанда ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Бөйөк шағирҙың әҫәрен төп нөсхәлә, йәғни башҡорт телендә сәхнәгә сығарыу – минең өсөн ҙур мәртәбә, тәжрибә.
– Повесты тулыһынса ныҡлы, ентекле уҡып сыҡтыҡ. Тамашасыға төп теманы еткереү маҡсаты ҡуйылды. Хәҙер репетициялар тулы ҡеүәттә бара.
– Премьера ҡасанға планлаштырылған?
– 22 июнгә. Был – һуғыш башланған көн. Әҫәр шул турала бит.
– Салауат тамашасыһының талаптарын беләһегеҙме?
– Тамашасы ҡайҙа ла бер үк, тип уйлайым. Әгәр театр коллективы сәхнәлә ихлас уйнай, бер ниндәй яһалмалыҡ юҡ икән, шул сағында тамашасы менән актерҙар араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Ә ундай үҙенсәлектең Салауат театрында мотлаҡ булыуына бер шигем дә юҡ.
– Спектакль аша тамашасыға ниндәй фекер еткерергә уйлайһығыҙ?
– Һуғыш ваҡытында украин ҡыҙы Оксананың күҙ алдында иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһен атып үлтерәләр. Бала тәрән күңел яраһы ала. Ә Йәмил исемле башҡорт малайы ҡыҙҙың яралы күңелен дауалай. Һеңлеле булдым тип шатланғанда ғына, Оксананың ҡайҙандыр үҙ атаһы пәйҙә була. Туғанлашҡан балаларҙы айыралар, һәм Йәмил ҡабаттан яңғыҙ ҡала. Оксана өйҙәренең йәмен алып китә. Уйлап ҡарағыҙ әле, шул заманда башҡорт ғаиләһе украин ҡыҙын үҙ итеп, ҡанат аҫтына һыйындырған, ярҙам иткән. Тимәк, милләт айырыу тигән нәмә булмаған. Мостай ағай быны асыҡ күрһәткән. Ә хәҙерге заманда кеше үҙ-үҙенә йомола, бер-береһенән ситләшә, аралашмай, һөйләшмәй, берҙәмлек юҡ. Һәр кем үҙ яғын ҡайыра. Артабан да бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам булмаһа, күңел тарҡалыуы ихтимал. Шул турала ла саң ҡағам.
– Төп ролдәрҙе кемдәр башҡара?
– Йәмил ролендә Риф Мусин менән Радмир Дәүләтбаев, Оксананы Гөлсәсәк Зарипова менән Нәзифә Аласова уйнай. Йәмилдең әсәһен Наҙгөл Иҫәнбаева, өләсәһен – Гөлсәсәк Шәрипова, атаһын Фәтих Ҡолһарин башҡара. Ҡыҙҙың әсәһе – Нәркәс Йомағужина, атаһы – Риза Мәһәҙиев. Тамаша халыҡтың күңеленә хуш килер тип ышанам.