Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, “Евразия йөрәге” дүрт көн дауамында Өфө йөрәге менән бергә типте. Был фестиваль сиктәрендә республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Алға, Башҡортостан!” концерт тамашаһына, һалҡын булыуға һәм ҡойма ямғырға ҡарамаҫтан, халыҡ эркелеп килде, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған “Ватан” этнопаркынан тыш, кешеләр киң газондарға, “Торатау” конгресс-холының балконына һибелгәйне.
Ике йөҙҙән ашыу ҡурайҙан башҡорт халҡының гимны “Урал”дың ағылыуы, ысынлап та, һоҡландыра, хатта тетрәндерә. Тамашасыларҙы был хистәр гаммаһын кисерергә мәжбүр иткән ҡурайсыларҙың күбеһе Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан килгән. Уларға Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Өфө сәнғәт институты музыканттары ҡушылып, йәмғеһе ансамблгә 250 кеше йыйылған. “Евразия йөрәге” кеүек киң ҡоласлы, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә башҡортлоҡтоң ошондай гүзәл сағылышы булыу – ниндәй шәп күренеш!..
Артабан тамашала яҡташтарын Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариинка театры солисы Асҡар Абдразаҡов ҡыуандырҙы, сәхнә түрен Роберт Юлдашев етәкселегендәге “Ҡурайсы” төркөмө һәм “Guzeldance” бейеү коллективы биҙәне.
Кис төнгә ауышҡан, баш осонда болоттар ҡуйырған һайын, сәхнә алдындағы майҙансыҡта кеше артты, сөнки һәр кем белә – алда уларҙы концерттың иң ҡыҙығы, иң тәмлеһе көтә. Башҡортостандың милли музыка ҡоралдары оркестры оҙатыуында “Бүреләр” рок төркөмө, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында моңло тауышы менән киң танылыу яулаған Тимур Ямалов сығыш яһаны.
Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән “Заман” төркөмө гәзит уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш. Елена менән Радмир Мөфтәхиндар, Айҙар Хәмзин, Ришат Рәхимов кеүек талантлы милләттәштәребеҙҙән тупланған был коллектив сағыу номерҙары, моңло йырҙары менән айырылып тора. Әйткәндәй, ике ай элек төркөм тағы ла “артҡан”: Радмир һәм Еленаның улдары Ғәли донъяға килгән! “Заман”дарҙы тамашасы ихлас сәләмләне, төркөм байрамға миллилек, рухи ғәм өҫтәне.
Ә шулай ҙа был сараға халыҡтың күпләп килеүе республикала тыуып үҫкән, Рәсәйҙә билдәлелек яулаған йырсылар менән бәйле ине. Радик Юлъяҡшин, йәғни Элвин Грей, “Пицца” төркөмө, Алһыу... Был сәхнә әһелдәренең сығыр ваҡыты яҡынайған һайын, сәхнә алдында урын әҙәйгәндән-әҙәйә.
Элвин Грейҙы һуңғы арала күптәр маҡтай. Ысынлап та, егет тырыша, башҡорт телендә генә сығыш яһап ҡалмай, туғандаш халыҡтар өсөн дә эшләй, русса ла йырлай. Үҙебеҙҙең Өфө, Черниковка биҫтәһе егетен көллөһө көтөп алды, ул сәхнәлә күренгәс тә, тирә-яҡ көслө алҡыштарға, шау-шыуға күмелде. Тик шулай ҙа Радиктың яҡташтарын русса тәбрикләүе, сығышын татар телендәге йырҙан башлауы ҡайһы бер үткер күҙ (әллә ҡолаҡмы?) тамашасылар иғтибарынан ситтә ҡалманы.
“Пицца” төркөмө, атап әйткәндә, Сергей Приказчиков – шулай уҡ Өфө егете. Уның хәтерендә быйылғы “Евразия йөрәге” фестивале айырыуса ныҡ уйылып ҡалғандыр – йырсыға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән абруйлы исем тапшырылды. Элвин Грей әле сәхнәнән китеп өлгөрмәгән саҡта уҡ “Пицца!” тип билдәле төркөмдөң исемен ҡысҡырыусы йәнатарҙар был яңылыҡҡа ҡыуанырға ла, яратҡан башҡарыусыһының сығышын рәхәтләнеп ҡарарға ла өлгөрмәй ҡалды, Сергей дүрт кенә йыр башҡарғас, “Элвин Грейға рәхмәт, уның арҡаһында беҙҙең ваҡытты ҡыҫҡарттылар”, – тигән һүҙҙәр менән һаубуллашып та ҡуйҙы. Был йәһәттән концерттан һуң ике йырсының да интернеттағы сәхифәләрендә ике ярға бүленгән тамашасылар оҙаҡ фекер алышты, ә артистарҙың үҙҙәренә килгәндә, улар, шул уҡ кисте, йәғни төндө, бергә төшкән фотоларын ҡуйып, бер-береһе менән ярашыуын белдерҙе.
Алһыу Сафинаның сығышын йылы ҡабул итте халыҡ. Йырсы үҙе Башҡортостанда һуңғы тапҡыр 15 йыл элек сығыш яһауы, ошо ваҡыт арауығында бында барыһын да һағынып өлгөрөүе хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, Алһыуға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
“Алға, Башҡортостан!” концертының тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге – сара дауамында сәхнәләге экрандан тамашасыларҙы исемдәре Рәсәйгә, донъяға билдәле яҡташтарыбыҙ ҡотланы: арҙаҡлы дирижер, скрипкасы Владимир Спиваков видеояҙма аша һағыныуын еткерһә, рок-йырсы, “ДДТ” төркөмө солисы Юрий Шевчук Башҡортостан тәбиғәтенең иҫ киткес үҙенсәлекле булыуын билдәләне, үҙенең ошондай матур сараға килә алмауына үкенес белдерҙе. “Быйыл әсәйем Фәниә Шевчукка – 92 йәш, уйлап-уйлап ҡуям да, ә ул беҙҙең республикабыҙ менән бер йәш тирәһендә!” – тине Юрий Юлианович.
Шулай уҡ Башҡортостан халҡын 100 йыллыҡ юбилейы менән Эрнст Мулдашев, Семен Елистратов, Илдар Абдразаҡов, Римма Баталова һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙ ҡотланы.
“Евразия йөрәге” фестиваленең өсөнсө көнө ямғырҙан да, ҡырыҫ һауа торошонан да ҡурҡмаған Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына бығаса булмаған иҫ китмәле салют бүләк итте. Пиротехника ярҙамында эшләнгән был мөғжизәне күреү өсөн бер нисә сәғәт буйы аяғөҫтө тороу ҙа яҙыҡ түгел ине. Ә шулай ҙа амфитеатрға йыйылған олоһоноң да, кесеһенең дә төп сағыу тәьҫораттары сәхнәлә сәнғәт әһелдәре тыуҙырған мөғжизәгә ҡайтып ҡалғандыр – Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейы айҡанлы ойошторолған концерт тамашаһы үҙенең күңел йылыһы, йыр-моң үҙенсәлектәре менән әсир итә ине.