Бөтә яңылыҡтар

Һаумы, Истанбул!

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бөгөн беҙ күп шәхестәребеҙҙе барлайбыҙ. Кинофильмдар төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәрҙәре ҡуябыҙ, роман-поэмалар ижад итәбеҙ. Һәр кем был тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Фотолар А. Разамасованың һәм Д. Мурзинаның шәхси архивынан.
Фотолар А. Разамасованың һәм Д. Мурзинаның шәхси архивынан.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бөгөн беҙ күп шәхестәребеҙҙе барлайбыҙ. Кинофильмдар төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәрҙәре ҡуябыҙ, роман-поэмалар ижад итәбеҙ. Һәр кем был тарихи ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ә беҙ, ишембайҙар, Башҡортостандың тәүге юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе тыуҙырған төбәктә йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо иҫтәлекле көндәрҙә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге начальнигы Айгөл Разамасова менән урындағы телевидение директоры вазифаһын башҡарыусы Динә Мурзина, бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен күтәреп, уның балалары төйәк иткән алыҫ Төркиәгә барып, Иҫәнбикә ханым һәм Субиҙәй бей менән осрашты. Бөгөн беҙ оҙон сәфәрҙән ҡайтҡан ҡыҙҙар менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.



– Ҡыҙҙар, был идея һеҙҙә нисек тыуҙы?


Айгөл:


– Мин былтыр беренсе тапҡыр сентябрҙә Истанбулға барғайным. Шул саҡта уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберен барып күрергә теләк ҙур ине. Сәфәремдең һуңғы көнөндә бул­һа ла ниәтемде тормошҡа ашыр­ҙым. Интернеттан ғалим ерләнгән зыярат­тың ҡайҙа урынлашҡанын таптым. Ул ваҡытта төрөксә бик үк яҡшы ла белмәй инем. Шулай ҙа зыярат етәк­се­легенә аңлата алдым, Вәлидиҙең фотоһын күрһәткәс, араларындағы берәү мине ҡәберлеккә алып барҙы.


Бөйөк шәхестең һуңғы төйәге янында баҫып торғанда нимәләр кисергә­немде белһәгеҙ икән!


...Бына бында минең яҡташым ерләнгән, Көҙән ауылынан сыҡҡан башҡорт балаһы. Ниндәй һикәлтәле юлдар үтеп, бөтә донъяға танылған ғалим дәрәжәһенә еткән яҡташым. Мин уның исемен йөрөткән гимназияла уҡыным, уның рухында белем һәм тәрбиә алдым. Бөгөн килеп бөйөк шәхестең ҡәберен таба, уның алдында баш эйә алыуым менән ғорурмын... Ошондай хис-тойғолар биләп алғайны мине ул саҡта.


Киләһе йыл мотлаҡ тағы бара­саҡ­мын тип һүҙ бирҙем үҙемә. Истанбулдан алып ҡайтҡан тәьҫорат­тарым йыл буйы ташламаны. Тағы ла ба­рырға форсат сыҡһа, Вәли­диҙең балалары менән осрашып бу­лыр инеме икән, тигән уй тынғы­лыҡ бирмәне. Шулай бер ваҡыт эш бүлмәһендә Динә менән һөйләшеп ултырғанда, ул, республиканың 100 йыллығына яңы проект уйлап табырға ине, тип әйтеп һалды. Телевидение хеҙмәткәр­ҙә­ре­нең райондан сыҡҡан мәшһүр кешеләр тураһында интернетта бәләкәй генә роликтар эшләргә тигән тәҡдимдәре бар ине. Ә ниңә әле уны Әхмәтзәки Вәлидиҙән башла­маҫҡа, тинек тә Истанбулға барып ҡай­тырға булдыҡ. Беҙҙең идеяны хаки­миәт башлығы Азамат Абдрахманов та хупланы. Һис көтмәгәндә бағыусы ла табылды. Шулай итеп, Динә менән икәүләп оҙон юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең алда ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятҡанын аңлап, сәфә­ребеҙ алдынан Вәли­диҙең тормошон, сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеген тағы ла бер тапҡыр ентекләп өйрәндек.


– Иҫәнбикә менән Субиҙәйгә алдан хәбәр иткәнһегеҙҙер бит?


Динә:


– Әлбиттә. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аша уларға, атайҙарының тыуған яғынан вәкилдәр киләсәк, тип хәбәр иттеләр. Беҙ айырыуса Башҡорт­ос­тандың ТӨРКСОЙҙағы элекке вәкиле, филология фәндәре кандидаты Әхәт ағай Сәлиховҡа бик рәхмәтлебеҙ. Тап ул был тарихи осрашыуҙы ойоштороу­ҙа ҙур ярҙам күрһәтте.


– Тимәк, һеҙҙе ҡаршы уҡ алдылармы?


Айгөл:


– Юҡ, юҡ. Тәүге көн беҙ Истанбул буйлап сәйәхәт иттек. Уның урамдарын ҡыҙырҙыҡ.


– Улай булғас, әйҙә, Вәлиди эҙҙәре ҡалған был мөһабәт ҡала буйлап беҙ ҙә үтәйек!


– Истанбул – боронғо Рим, Византия һәм Осман империяларының баш ҡалаһы, бөгөнгө көндә 20 миллионға яҡын халыҡ йәшәй. Бөтә Ер шарынан йылына 15 миллион тирәһе турист килә.

Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек мәсьәләләре хәл ителгән, бөтәһе лә юғары кимәлдә. Аҙым һайын жандармдар, сауҙа үҙәктәренә, метроға, баҙарға аэропортҡа ингән кеүек үтәһең.


Һәр урамы, һәр бинаһы – үҙе бер тарих. Бөтә нәмә кеше өсөн, йә­мә­ғәт транспорты заманса һәм уңайлы, ҡаланың ҙурлығына ҡара­маҫтан, транспорт системаһы сәғәт кеүек эшләй. Бында аҙашам тиһәң дә, аҙашмаҫһың, ҡайҙа ҡарама – күр­һәткестәр. Урамдары таҙа, шау сәскә. Төрөктәр туристарға ҡарата бик алсаҡ, ярҙамсыл. Үҙҙәренсә һөйләшһәң, бигерәк шатланалар. Телдәрен, илдәрен ныҡ яраталар. Үҙ-ара яҡшы мөнәсә­бәттәләр, урамда үтеп барышлай бер-береһенә матур теләктәр теләп китәләр. Телмәр­ҙәрендә ике һүҙ һайын Аллаһ исемен ҡабатлайҙар. Егәрлеләр, шул уҡ ваҡытта тормош­тоң йәмен күреп йәшәй беләләр. Кафеларҙа һыра түгел, сәй эсәләр, хатта ирҙәр ҙә, компаниялар менән килеп, сәй эсә-эсә, оҙаҡ әңгәмәләшеп ултыра.


Әйтеп бөтөргөһөҙ романтика бында! Ике диңгеҙ (Ҡара һәм Мәр­мәр), Босфор боғаҙы, Алтын Мөгөҙ ҡул­тығы, караптар, аҡсарлаҡтар, бик күп мәсеттәр һәм аҙан тауышы...


– Айгөл, шундай ҡыҙыҡтырғыс итеп һөйләнең, һәр кем Истанбулды үҙе барып күргәндәй бул­ған­дыр, валлаһи! Уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек. Әхмәтзәки Вә­лиди нәҡ ошо ҡалала асылына тап килгән мөғәллимлек эше ме­нән шөғөлләнә. Төрөк донъяһы­ның тарихын яҙа. Күпме шәкерт­тәре уның бында йәшәй, мәшһүр ғалимдың эшен дауам итеүселәр бар. Тимәк, уның тураһындағы иҫтәлекте бик күп төрөктәр күңел түрендә йөрөтә...


Динә:


– Бының шулай икәнен беҙ беренсе көндә үк тойҙоҡ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберенә барғанда, уның янында мөләйем йөҙлө ҡарт йөрөй ине, ул был урынды тәрбиәләп, йыйыштырып тора икән. “Кешеләр йыш килә, төрлө илдән вәкилдәр сәскәләр һалып тора”, – тип һөйләне ул. Беҙ ҙә яҡташы­быҙҙың ҡәберенә сәскәләр ултырттыҡ, рухына доға ҡылдыҡ. Репортаж эшләнек. Истанбул университеты майҙанында Зәки Вәлиди исемендәге парк бар, ошонда уҡ бюсы тора, иртәгәһенә шуны барып таптыҡ, йәнә репортаж ойошторҙоҡ.


– Ә Иҫәнбикә һәм Субиҙәй менән ҡасан осраштығыҙ?


Динә:


– Өс көндән Ҡоролтайҙан “һеҙҙе көтәләр” тип хәбәр иттеләр һәм Иҫән­би­кә ханымдың йорт адресын яҙып ебәрҙеләр. Был хәбәрҙе алғас, төн буйы йоҡламай сыҡтыҡ. Шул тиклем ныҡ тулҡынландыҡ. Беҙҙе нисек ҡабул итерҙәр, әңгәмә килеп сығырмы, тип ҡай­ғырып бер булдыҡ. Камераны ғына ла 25 тапҡыр тикшереп ҡарағанмындыр ул.


Айгөл:


– Осрашыуға метрола китеп бара­быҙ, беҙҙе ғәжәпләндергәне шул булды: тотош вагон, йәшенә, социаль хәленә ҡарамай, дәүләт гимнын йырлай:

“Йәшә, Мостафа Кемаль

Паша, йәшә!”

– тип Ата Төрөккә һөйөүен, ихтирамын күрһәтәләр.


Беҙ ошо патриотик рухта Иҫән­бикә ханымдың фатирына барып индек. Ул үҙәктән йырағыраҡ яңы районда матур элиталы йортта йәшәй. Стенаһына алтын хәрефтәр менән ТОGAN фамилияһы яҙылған. Өйө тыштан да, эстән дә ап-аҡ, яҡты. Фатирҙа зиннәтле йыһаз юҡ, ләкин бөтә нәмә зауыҡ менән алынғаны, урынлаштырылғаны күренеп тора. Интерьерын бер нисә башҡорт сувениры биҙәй. Радионан талғын ғына боронғо төрөк йырҙары ишетелә...


Борсолоуҙарыбыҙ юҡҡа булған, бер туғандарын күргәндәй ҡаршы алдылар. Беҙҙең менән осрашыуға Субиҙәй бей Анкаранан килеп еткән! Уларға күстәнәскә башҡорт балы ме­нән үҙебеҙҙең ялан болондарында үҫкән боланут сәйе алып бар­ғайныҡ. Шатланып ҡабул иттеләр.


Динә:


– Апалы-ҡустылы Иҫәнбикә ханым менән Субиҙәй бей араһындағы туғанлыҡ хисенең ни тиклем көслө булыуы һоҡландырҙы. Бер-бере­һенә шул тиклем ихтирамлылар, иғтибар­лылар. Субиҙәй атаһын ғалим була­раҡ күҙ алдына баҫ­тырһа, Иҫәнбикә иһә уны шәхес һәм ғаилә башлығы булараҡ һүрәтләне. “Атайым гелән ғилми эш менән мәшғүл булды. Кабинетына кереп китер алдынан: “Миңә ҡамасаулап йөрөмәгеҙ”, – тип иҫкәр­тер ине. Беҙ ҡустым менән был турала онотоп, янына йүгереп барып инһәк, үҙе һис асыуланмаҫ, беҙҙең менән ихлас уйнар ине. Ҡайҙа ғына барһа ла һәр саҡ мине үҙе менән йөрөт­тө...” – Иҫәнбикә башҡортса бер ни тиклем аңлай, хатта һөйләшә лә. Шуға уның менән аралашыу еңелерәк булды. Субиҙәй телде белмәй. Уның ҡарауы, Айгөл төрөксә апаруҡ ҡына һупалай. Ул тәржемәсе ролен үтәне лә инде.


Айгөл:


– “Һеҙ үҙегеҙҙе ниндәй милләт кешеһе тип һанайһығыҙ?” – тигән һорауға яуап бирер алдынан Субиҙәй бей оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла былай тине: “ХХ быуат башында төрки илдәрҙә һуғыштар йыш булған, шул сәбәпле күп кенә кешеләр төрлө республикаларҙан Төркиәгә эмиграцияға килеп яңы тормош башлаған, әммә улар береһе лә ул һуғыштар тураһында, тыуған илдәре тураһында балаларына һөйләмәй ине. Атайыбыҙ ҙа беҙгә уларҙы һөйләмәне. Башҡорт­останға беҙ беренсе тапҡыр 1990 йылда килдек, шул саҡта ғына атайы­быҙҙың тыуған ерен күреп белдек. Милләттәштәребеҙ, туғанда­рыбыҙ менән осраштыҡ. Төрөк менән баш­ҡорт ҡаны аға беҙҙең тамырҙарҙа”.


Субиҙәйҙең бөтә булмышында төрөк менталитеты ярылып ятһа ла, ул үҙенең иплелеге, тыйнаҡ­лығы, сабыр күҙ-ҡарашы менән барыбер башҡортҡа тартым. Ҡан хәтере йоҡламай, күрәһең.


Хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда, Иҫәнбикә менән Субиҙәй өсөн шат­ландыҡ: икеһе лә ҙур дәрәжәләргә эйә профессорҙар, фән өлкәһендә исемдәре бөтә донъяға билдәле. Атай­лы, тимәк, арҡалы булып үҫкән­дәр. Һәр нәмәне көрәш аша яулаған Вәлиди улы менән ҡыҙына тулы бәхет, тормошта йөҙөп йәшәрлек мөмкинлек биргән. Шуға һөйөндөк.


Динә:


– Беҙ генә түгел, улар үҙҙәре лә күп нәмә тураһында һорашты. Тора­тауҙы телгә алдылар, Көҙән ауылы, ғөмүмән, Ишембай менән ҡыҙыҡ­һын­дылар. Башҡортостан халҡына, күп һанлы туғандарына сәләм әйттеләр. Маҡар ауылынан ҡустылары Мансур Вәлиевкә айырым сәләм еткерҙеләр. “Беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ был, атайыбыҙҙың тыуған яғынан килеп, хәлебеҙҙе белгәнегеҙгә рәхмәт”, – тинеләр.


Айгөл:


– Бер-ике сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ ошо яуаплы миссияны атҡарып сыға алыуыбыҙға шатланып хушлаштыҡ был йәмле йорт һәм уның ифрат һөйкөмлө хужалары менән.


– Республикабыҙҙың 100 йыл­лығын үткәргән көндәрҙә ошондай шәхестәребеҙ менән күҙмә-күҙ ҡа­рашып һөйләшеү, уларҙың бөгөнгө хәле менән яҡташтарыбыҙҙы таныштырыу ҙур маҡтауға лайыҡ. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар!


Читайте нас: