Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем...
Сирек быуат ваҡытты ниндәй үлсәмдәргә һалып була икән? Мәңгелек өсөн был йылдар керпек һирпеп алыуға ла тормайҙыр, әммә халыҡтар, дәүләттәр тарихында хатта һанаулы ошо йылдар ҙа тәрән эҙ, яҡшы-яман хәтирәләр ҡалдырыуға һәләтле. Заман шулай: уҙған хәл-ваҡиғалар тураһында оҙон тәбәрәккә төшөргә форсат юҡ, бары, үткәндәрҙең тәжрибәһен дә, һабағын да йәһәтләп төйнәп, бөгөнгө көн аша иртәгәгә атлау сараһын күрергә кәрәк. “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ”, – тип дәртләнеү ҙә, вәғәҙәләр бирешеү ҙә хәҙер етмәй.
Әйткән һәр һүҙебеҙҙе, хыял-ниәттәребеҙҙе һиҙерлек, күрерлек, тотоп ҡарарлыҡ эштәр менән нығытыу осорҙары етеү генә түгел, хатта үтеп тә бара. Хистәргә бирелгән, һүҙ менән мауыҡҡан, беҙ ҡасан барып еткәнде бер кем дә көтөп тормай. Йәһәтләйек, алдағылар рәтенә тиҙерәк баҫайыҡ.
Егерме дүрт йыл әүәл ҡайнап башланған йыйындың тарихын шулай ҙа, кәлтә йылан ҡойроғон өҙөп ҡалдырған һымаҡ, онотоу мөмкин түгелдер. Был осор – республикабыҙҙың тотош Рәсәйҙе солғап алған бола йылдар аша үткән тарихы.
1995 йылдың май аҙаҡтары, июнь баштары хәтерҙә яңыра. Һабанайҙың ваҡыт ебен Һөтайға тотторған мәле. Ошо мәлдәрҙә һәммә йән эйәһе йәшәүгә дәртләнә, шуға оҡшаптыр, йәмғиәттә ижтимағи әүҙемлек көсәйгәндәй, кешеләр хәсрәттәрҙән аҙға ғына булһа ла арынып тороп, донъя хәстәрҙәренә яҡынайғандай.
Миңә беренсе Ҡоролтайҙан һуң күп тә үтмәҫтән унан алған тәьҫораттарым тураһында “Яҙмышы бай, рухы азат” тип исем ҡуйылған очерк яҙып, ошондай уҡ атамала китап сығарыуҙа ҡатнашыу насип булғайны. Яҙмаларҙың да, баҫманың да пафослы яңғырауы хәҙер ҡолаҡты айырыуса яра, әлбиттә, ләкин дәрт ташҡан ул осорҙа эске мәғәнә, объектив ҡараш, самалы һығымталар тураһында бигүк уйланылмаған. Ҙур эштәрҙең ҙурлығын, кәмселектең кеселеген йылдар аша, ысынбарлыҡ иләген үтә килә генә аңлайһың.
Башҡорт ҡәүеме вәкилдәрен мөмкин булған тарафтарҙан саҡырып, оло йыйынды бишенсе мәртәбә уҙғарырға тип өтәләнһәк тә, халҡыбыҙҙың теркәлгән генә тарихында ул тәү тапҡыр ғына үтер ҡор түгел. Ҡоролтай төрки һәм монгол халыҡтарында хакимлыҡтың иң юғары органы булған. Билдәле тарихсы Әнүәр ағай Әсфәндиәров:
“Ҡоролтайҙар, ҡәбилә һәм ырыу башлыҡтарын, аҡһаҡалдар, бүтән абруйлы шәхестәрҙе ил алдында күтәреүҙән тыш, ғади хоҡуҡ нормаларын тотоуға, дәүләтселек ҡанундарын үтәүгә күҙ-баш булған. Ғөмүмән, боронғо замандарҙа үткәрелә килгән ҡоролтайҙар ҡарамағына сығарыла килгән мәсьәләләр тураһында төпсөнә башлаһаң, вәкәләте формаль булмаған был органдарҙың ҡәбилә, ырыу, ауыл һәм башҡа берекмәләр тормошонда һиҙелерлек урын биләгәненә ышанырға мөмкин”, – тип яҙғайны.
Башҡорттар йыйындарына бүтән ҡәүемдәр вәкилдәрен дә саҡырыр булған һәм ошо яҡшы күрше булыу, туғандашлыҡ традицияларын хәҙер ҙә дауам итеүебеҙ – маҡтарлыҡ күренеш. Һәр хәлдә, башҡорт ырыуҙары Рус дәүләте эсенә үҙ ирке менән инә башлағас һәм Башҡортостан аҡрынлап үҙәкләштерелгән дәүләт закондары менән йәшәүе бәхәсһеҙ факт рәүешен алғас, ҡоролтайҙар әүәлге әһәмиәтен юғалта барған. Өлкәндәр, абруйлы шәхестәр йыйынын үткәреү традицияһы 1917 йылғы инҡилап, башҡорт милли хәрәкәтенең уянған ваҡытында ҡабаттан тергеҙелгән. Нәҡ ошо бола ваҡытта инде Шәйехзада Бабичтың: “Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә, күккә, күккә ос. Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс”, – тигән саҡырыу һәм иҫкәртеү ауазы яңғыраған.
Беҙ – уртаҡ Ватан кешеләре
Башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайҙары республикабыҙҙың өр-яңы тарихы осоронда дүрт тапҡыр йыйылды. Уның тәүгеһенә – 596, икенсеһенә 708 делегат килде, артабанғыларында ла һәр төрлө статустағы халыҡ шунан кәм булманы. Әммә, аңлауыбыҙса, мәсьәлә залда нисә кеше ултырыуында, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың ниндәй кәйеф менән ҡайтып китеүендә түгел. Һүҙ кәңәш-төңәш итеүҙең эшлекле булыуында, үтәлерлек ҡарарҙар һәм программалар ҡабул итеү, уларҙың бойомға ашырылыуын ҡәтғи күҙәтеүҙә тотоу тураһында бара.
Ә алыҫтараҡ ҡалған тарихҡа әйләнеп ҡайтҡанда, башҡорттарҙың беренсе дөйөм йыйыны (рәсми рәүештә ул шулай тип аталған) 1917 йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа уҙғарылған. Етмеш делегатты йәлеп иткән йыйын Башҡорт халҡы союзы бюроһының башҡорттар хәрәкәте һәм бүтән ҡәүемдәрҙең милли-азатлыҡ хәрәкәтендә уның урыны тураһында хисап докладын тыңлаған. Шунда уҡ дәүләт идаралығы, ер, мәғариф, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғы һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында бәхәсле генә фекер алышыу булған. Йыйын Рәсәй федератив демократик республикаһы составында Башҡортостан милли-территориаль автономияһы тураһында резолюция ҡабул иткән. Башҡа документтарҙан һис һүҙһеҙ үҙ-ара низағты туҡтатыу, башҡорттарҙан 1917 йылға тиклем тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарыу, башҡорт халҡының иҫәбен алыуҙы үткәреү, түләүһеҙ-ниһеҙ уҡыу, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуғы һымаҡ көнүҙәк мәсьәләләр иғтибарҙы тарта. Башҡорттарҙың икенсе өлкә съезын (рәсми аталышы шулай) август аҙаҡтарында Өфөлә үткәрергә ҡарар ителә. Уның иғтибар үҙәгендә нимә булыр?
Съезд Башҡортостан менән милли-территориаль автономия принциптарында идара итеү, төрки-татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы тураһында докладтарҙы тыңлаған һәм башҡорттарҙың милли берҙәмлеге, сәйәси, социаль һәм мәҙәни йәһәттән тергеҙелеүе хаҡында резолюциялар ҡабул иткән.
Шул уҡ йылдың 8–20 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған Бөтөн башҡорт учредителдәр ҡоролтайы элеккеләренән күп йәһәттән айырылып торған. Ни өсөн? Беренсенән, делегаттарҙың күп булыуы – 223 кеше. Улар араһында рустарҙан 44 делегат һәм мари, татар, сыуаш вәкилдәре ҡатнашҡан. Ҡоролтай Башҡортостандың сиктәре һәм административ-территориаль бүленеше, ҡораллы көстәр һәм милиция, ер, иҡтисад һәм финанс, белем, дин – башҡа күп мәсьәләләрҙе тикшергән.
Һәр ҡоролтай, йыйын йәки съезда һүҙҙең, ҡарарҙар һәм резолюцияларҙың ифрат күп булыуы, бер яҡтан, ризаһыҙлыҡ тойғоһо уятһа ла, икенсенән, осорҙоң ҡатмарлылығы, ҡаршылыҡлылығы, көрәш шарттары менән аңлатылалыр. “Инҡилапты селт аҡ бирсәткә кейеп кенә яһамайҙар” тигән сентенция, күрәһең, шул мәлдәрҙә тыуғандыр.
Өр-яңы тарихта тәүгеһе булғанғамы икән, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, уны рәсмиләштереүгә ни тиклем тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәүге минуттарҙан уҡ байрам рухын алды. Быға, бәлки, ойоштороусыларҙың дәрте, һәләтлектәре менән бер уңайҙан, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең: “Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан /Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым. /Бал ҡорттары һымаҡ йыйылдылар /Баш йортома бөгөн башҡорттарым”, – тип йөрәкһеп, “Ҡоролтайға ҡотлауын” уҡыуы оло залға йыйылған делегаттарҙы ла, төрлө милләт вәкилдәренән торған ҡунаҡтарҙы ла дәррәү икенсе донъяға күсергән һымаҡ итте. Ул донъяла беҙ – бер милләт, бер тел, бер мәҙәниәт, уртаҡ Ватан кешеләре булдыҡ. Ифрат күп мәсьәләләр күтәргән, уларҙы бойомға ашырыу юлдарын эҙләгән ваҡытта ла әле әйтелгәндәр, бәлки, иң мөһимелер?
Ер-әсә матур һүҙҙәргә мохтаж түгел
Алға килеп баҫҡан бишенсе Ҡоролтай ниндәй рухта үтер, уныһы үҙен башҡортмон тип һанаған һәм уға арҡаҙаш булған һәр кем өсөн барыбер түгел. Йөҙҙәрсә делегат, уларҙан һан йәһәтенән аҙ ғына ҡайтыш ҡунаҡтар эш ифрат тығыҙ хәҙерге сәғәттәрҙе кәйефләнеп кенә үткәрмәҫ тип ышанайыҡ. Берәүҙәрҙең бөгөнгө көндәргә лә, иртәгәгә лә ҡағылышлы үҙ уйҙары барҙыр. Кемдәргәлер йыйынды ойоштороу, унда күтәрелгән мәсьәләләр оҡшап етмәҫ. Бәғзеләр Ҡоролтайға, бәлки, ихлас теләк менән түгел, ә һайланған өсөн генә килер. Һәр кеше үҙенә күрә бер донъя бит инде. Әммә, шуға иманым камил, Ҡоролтай ҡоронда ғафил кешеләр булмаҫ. Теле сиселеп әйтәме, әллә тыйнаҡланып өндәшмәй ҡаламы, барыбер делегаттарҙың уйында ла, залдан тышта ҡалған күпселектең зиһенендә лә Башҡортостан оло илебеҙ, изге төйәгебеҙ, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе булып һаҡланыр.
“Мин республикам менән һәр ваҡыт ғорурландым һәм ғорурланам да. Төрлө тарафтарҙа булған саҡта республикабыҙҙың байлыҡтары, уның иҡтисади үҫештәге уңыштары, гүзәл тәбиғәте һәм һоҡланғыс кешеләре тураһында һөйләй йөрөнөм. Бүтән республикалар һәм өлкәләрҙән мәртәбәһен кәмһетеүҙән түгел, әммә Башҡортостан, һәр даим, илдәге алдынғы төбәктәрҙең береһе булды”.
Был һүҙҙәрҙе республика Хөкүмәтенең Рәйесе булып сирек быуат эшләгән Зекериә ағай Аҡназаров яҙып ҡалдырҙы. Әйткәндәй, 1995 йылдағы беренсе Ҡоролтайҙы Зекериә Шәрәфетдин улы асып ебәргәйне.
“Хәйерле көн, имен-аманлыҡта
Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ.
Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,
Балҡып торһон Тыуған илебеҙ”, –
тип теләне Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишева.
“Дуҫтарым! Йыр-моңло еребеҙ гүзәл бит беҙҙең! Нисәмә быуат ошо ерҙә рустар менән башҡорттар айырылмаҫ күршеләр булып йәшәй. Беҙ бит ҡыуаныста ла, көйөнөстә лә бер туғандар. Ысын мәғәнәһендә – туғандар! Ватаныбыҙ бер. Атай йорто ла бер генә була бит”. Быны күренекле рус шағиры, Йылайыр районы егете Валентин Сорокин әйткән.
“Минең өсөн Татарстан да, Башҡортостан да бер ил кеүек: мин уларҙы айырып ҡарай алмайым. Улай айыра башлаһам, күңелем икегә бүленер ине. Сөн йылғаһы ла Илеш менән Аҡтанышты бүлеп аҡмай, бәлки икеһен бергә ҡушып-тоташтырып тулҡынлана. Ҡайһы саҡта мин үҙемде осар ҡош шикелле хис итәм. Бер ҡанатым – Татарстан, икенсеһе – Башҡортостан. Икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ҡайһы ҡанатым ҡайырылһа ла, мин оса алмаҫ инем”. Был һүҙҙәрҙе, йөрәкһеп, Илеш районында тыуған, Татарстандың халыҡ шағиры, күптәнге дуҫым Роберт Миңнуллин әйтте.
Илебеҙ тарихсыларҙы, һүҙ оҫталарын, ғөмүмән, шиғри күңелле һәр кемде бер ваҡытта ла ғафил ҡалдырмаған. Мостай Кәрим Башҡортостан төйәкләгән Урал һыртын Европа менән Азия ҡитғаларын тоташтырыусы алтын йөй тип һүрәтләй. Икенселәр Башҡортостандың үҙен Урал һыртына һалынған алтын эйәргә оҡшата. Уның рәүешендә йөрәкте лә, күрешергә һонолған усты ла, ҡайын япрағын да күрәләр. Изге илебеҙҙе нимәгә генә оҡшатһаҡ та, арттырыу ҙа, кәмһетеү ҙә булмаҫ. Рус тарихсыһы, географы һәм иҡтисадсыһы Петр Иванович Рычков 1774 йылда: “Башҡорт халҡы үҙенең аҫаба ер биләмәләренән башҡа бер нәмәне лә шул тиклем ихтирам итмәй һәм һаҡламай... Уны үҙенең аҫаба биләмәһе һанап һәм уны яҡлап, йыш ҡына баш күтәрҙе һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар бирҙе”, – тип яҙғайны.
Бөгөн, быуаттар аша үтеп, хәсрәтте лә, ҡыуанысты ла кисереп, үҙ-үҙебеҙгә ошондай һорау бирәбеҙ: халыҡ ихтыярының һынмауының, уның бирешмәүенең һәм ҡаһарманлығының сығанаҡтары нимәлә икән? Улар, минең фекеремсә, азатлыҡ өсөн йәнде аямауҙа, ғәҙеллеккә инаныуҙа, иҙеү һәм кәмһетеүҙәргә баш бирмәүҙә. Халҡым ғүмер баҡый ата-бабалалар төйәге – Уралтауға тоғро ҡалды. Беҙ Тыуған илебеҙ хаҡында яңғырауыҡлы һүҙҙәр әйтмәйбеҙ, сөнки Ер-әсә матур һүҙҙәргә мохтаж түгел. Ватаныбыҙ – гүзәл Башҡортостан – улдары һәм ҡыҙҙары үҙендә йәшәгән һәм эшләгән саҡта бер ҡасан да көсһөҙ һәм мәнһеҙ булмаҫ.
“Беҙ булдыҡ, беҙ бар, беҙ буласаҡбыҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе һәм Ер йөҙөндәге бөтә кешеләрҙе һәр ваҡыт яратасаҡбыҙ” (I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһынан). Тик бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, дуҫлыҡты, ҡәрҙәшлекте, туғанлыҡты һаҡлау маһирлығын ғына юғалтмайыҡ.