Австрияның баш ҡалаһы Венала Башҡортостан Республикаһы көндәре үтте. Рәсми делегацияға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итте.
Сәфәрҙең эшлекле өлөшөндә Австрияның власть һәм бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте, төбәктең инвестиция ҡеүәте күрһәтелде һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлаштылар. Радий Хәбиров Венаның Үҙәк вокзалын барып күрҙе. Унда ул вокзал һәм вокзал яны биләмәләрен үҫтереүҙең инфраструктура проекттары менән танышты.
Австрия баш ҡалаһының Музей кварталында милли ихата ойошторолдо, унда башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте һәм аш-һыуы сағылыш алды. Ошонда уҡ һабантуй үтте, ул этно-шоу һәм Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты менән тамамланды. Унда Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡортостан халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, “Арғымаҡ” һәм “Карауан” төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡалар ҡатнашты.
Радий Хәбиров һабантуй ҡунаҡтарын сәләмләп:
– Бөгөн бында һеҙҙең менән булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ Венала үҙебеҙҙең күп милләтле илебеҙҙең бер өлөшөн күрһәтәбеҙ, – тине. – Башҡортостан – бай тарихлы республика, унда борон-борондан мосолмандар һәм православие христиандары татыу йәшәй. Башҡортостан – Рәсәйҙең үҫешкән иҡтисадлы терәк төбәктәренең береһе, шуға күрә һеҙгә үҙебеҙ тураһында һөйләргә теләп, барығыҙҙы ла күркәм республикабыҙға саҡырабыҙ”.