Ҡоролтайға Татарстандың атҡаҙанған артисы Тимур Йосопов Ҡазан ҡалаһынан килгән.
Уның нәҫел тамырҙары Әбйәлил районына барып тоташа икән. Олатаһы Ғәлиәкбәр Ҡустыбаев – сығышы менән ошо райондың Ҡужан ауылынан.
“Олатайымдың тыуған яҡтарын һағынып килдем. Бына ошондай осрашыуҙарҙан рух күтәрелә”, – ти ул.
Тимур Йосопов – Татарстандағы башҡорттар ҡоролтайы урынбаҫары. Ҡазан ҡалаһында тыуып үҫкән.