Мәҫәлән, уларҙың береһе ҡоролтайҙар тарихына арналған. Тәүге ошондай олуғ йыйын 1917 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа үткәрелгән. Бына ошо һәм республикабыҙҙың тарихи үткәндәре, Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһындағы бай йөкмәткеле күргәҙмә "Шәжәрә - килер быуындарға аманат" тип атала.