Халыҡ беҙҙән милләтте социаль, мәҙәни, иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе көтә, тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында Башҡарма комитет рәйесе Данир Ғәйнуллин.
Бөгөн Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен башланы. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән ватандаштарыбыҙ ҡатнаша.
– Алдыбыҙҙа бик күп бурыстар тора, – тине Данир Ғәйнуллин. – Балаларҙы туған башҡорт телендә уҡытыу – төп проблемаларҙың береһе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе әйтеүенсә, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.
– Беҙ ҡабул иткән ҡарарҙарҙың үтәлеше өсөн яуаплылыҡты ныҡлы аңларға тейешбеҙ. Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бурысы – халыҡты туплау. V Ҡоролтай өр-яңы форматта үтер, тип ышанабыҙ. Делегаттар башҡорт халҡының киләсәгенә ҡағылышлы эш программаһын тәҡдим итә. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы концепцияһын төҙөй. Ошо стратегияны теүәл эшләп ҡабул итеү – беҙҙең бурыс, – тине Данир Ғәйнуллин.