Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышы менән ҡыҙыҡһынғандарҙың Салауат Юлаев һәйкәле янына барып, делегаттар менән аралашыу мөмкинлеге бар.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышы менән ҡыҙыҡһынғандарҙың Салауат Юлаев һәйкәле янына барып, делегаттар менән аралашыу мөмкинлеге бар.
Беҙ ҡунаҡтар араһында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡан Сәриә Ғәлиеваны осраттыҡ. Ул 1995 йылда уҙған сарала исемлектәр төҙөү, мандаттар таратыу кеүек ойоштороу эшендә ҡатнашҡан.
– Ғорурлыҡ инде. Был ҡоролтай айырыуса һөҙөмтәле булыр тип уйлайым. Хәҙер халыҡтың, шул иҫәптән сарала ҡатнашҡан делегаттарҙың рухы көслө. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡырҙа үҙ тамырҙарын онотмай, ҙур саралар ойоштороп, тупланып йәшәй, эшләй. Республика етәксеһенә өмөтөбөҙ ҙур, киләсәктә мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар артыр тип ышанабыҙ, – тине Сәриә Тимерғәле ҡыҙы.
Читайте нас: