Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы Гөлнара Байназарова Италияның Косенца ҡалаһында йәшәй. Бөгөн ул дәүләт судында тәржемәсе булып эшләй һәм бер үк ваҡытта Телдәр үҙәге белгесе лә. Күптәрҙән сит илдә йәшәй тиһәк, аҡса юллап киткәндер, әбей-бабай ҡарап йөрөйҙөр инде, тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Шуға күрә бер нисә телдә еңел аралашҡан, оҙаҡ йылдар Италияла йәшәһә лә, туған телен онотмаған, улай ғына түгел, ҡыҙҙарына әсә теленең матурлығын һеңдерә алған ябай ауыл ҡыҙының тыуған яҡтарына ҡайтыуын ишеткәс тә уның менән осрашырға булдыҡ.
– Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы, Италияла йәшәү нисек?
– Рәхәт түгел инде (йылмая). Беренсенән, тыуған яғымды, туғандарымды һағыныу шул тиклем көслө. Икенсенән, сит ил, ят мөхит, таныш булмаған кешеләр янында тәүҙәрәк түҙеп торғоһоҙ ҡыйын ине. Хәҙер үҙемде “һыуҙа йөҙгән балыҡ” кеүек тоям. Урындағы халыҡтың телен, мәҙәниәтен яҡшы беләм, кешеләре менән иркен аралашам, Италия гражданымын, яратҡан эшем бар.
– Башҡорт дәүләп педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлап, Сибай ҡалаһы мәктәбендә уңышлы ғына эшләп йөрөгән ереңдән ҡапыл сит илгә сығып китеүең бер аҙ аптыратҡайны...
– Ысынлап та шулай булды, әммә яһаған аҙымым ҡапылдан булды, тип әйтмәҫ инем. Бала саҡтан сит ил музыкаһын яратып тыңланым, бигерәк тә итальян йырҙарына ғашиҡ инем. Әсәйем был мауығыуымды күреп-белеп йөрөгәс: “Ҡыҙым, сит телдәрҙе өйрәнерһең дә берәй ваҡыт Италияға барып йәшәрһең”, – ти торғайны. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килдеме икән, ҡайһы саҡта үҙем дә аптырап ҡалам, ысынлап та, әсәйем әйтмешләй, бына инде 17 йыл Көнбайыш Европала йәшәйем.
Студент йылдарымда сит телгә ҡарата һөйөүем шул тиклем көслө булды, инглиз теле менән бер рәттән немец телен дә өйрәндек. Институттың һуңғы курсында уҡығанда кейәүгә сыҡтым, иптәшем Өфөләге вертолетсылар әҙерләү училищеһын тамамлау сәбәпле, беҙҙе Бүрәт Республикаһына эшкә ебәрҙеләр. Хәрби гарнизонда йәшәйбеҙ, эш юҡ, сит телдә күберәк аралашмайһың икән, уны оноторға ла мөмкин. Шуға күрә шәхси дәрестәр бирә башланым, аҙаҡ тәүге ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Дүрт йылдан һуң, ике ҡыҙлы булып, Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләндек. Ҡаланың 9-сы лицейына эшкә урынлаштым.
Барыһы ла яҡшы барған кеүек ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һин теләгәнсә генә бармай икән. Ышанып барған хәләлем менән айырылышырға тура килде. Бер үҙем ҡарамағында ике бала, эш хаҡы бәләкәй, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйем. Әле шул мәлдәрҙе уйлаһам, аптырап ҡуям: рухи яҡтан ни тиклем көслө, түҙемле булғанмын. Ярай әле ауылда йәшәгән атай-әсәйем бар яҡлап ярҙам итте.
Бала саҡтың хыялы үҙенә әйҙәнеме, әсәйемдең Италияла йәшәрһең тигән һүҙҙәре сәбәпсе булдымы, 2002 йылдың октябрь айында сит илгә китергә булдым. Италияны һайлауым көн кеүек асыҡ ине, ҡыҙҙарымды әсәйемә ҡалдырып, ҡулыма итальянса һүҙлек тотоп, белмәгән, күрмәгән илгә сығырға тәүәккәллек иттем.
– Шулай ҙа һинең инглиз телен белеүең ярҙам итмәй ҡалмағандыр бит?
– Әлбиттә, әммә бер телде белеү икенсе телде лә өйрәнеүгә килтерә. Инглиз һәм итальян телдәре бер-береһенә оҡшаш түгел, әммә итальянса тиҙ һөйләшергә өйрәндем. Тәүҙә бер кафеға эшкә төштөм, тап шунда эшләү минең өсөн аралашыуҙың оло мәктәбе булды, бер ай тигәндә ерле халыҡ менән ҡәҙимге һупаларға өйрәндем. Артабан ғаиләлә эшләнем, үҙемде һәр саҡ камиллаштырыу өҫтөндә булыштым. Телдең нескәлектәрен тулыһынса өйрәндем, шулай уҡ буш ваҡытта француз теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым да көсәйҙе.
Элина һәм Эльвина ҡыҙҙарым ауылда ҡалғайны, уларҙы яныма алыу өсөн байтаҡ тырышырға тура килде. Ауыл мәктәбендә белем алған ҡыҙҙарҙы итальян теленә өйрәтеү өсөн бер йыл Сибайҙа йәшәнем. Улар менән көн һайын тел өйрәндек, ҡыҙҙар ҡасандыр үҙем эшләп киткән мәктәптә белем алды. Аҙаҡ өсәүләшеп йәнә Италияны “яуларға” йүнәлдек. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡыҙҙарым итальян мәктәбен уңышлы тамамлап, дәүләт университетына уҡырға керҙе. Элина Рим ҡалаһында юридик факультетта белем алһа, Эльвина ошо уҡ уҡыу йортоноң архитектура бүлеген һайланы.
2013 йылдан Италияның дәүләт судында рус, итальян, немец, инглиз телдәре буйынса тәржемәсе булып эшләйем. Адвокат ярҙамсыһы ла булырға тура килә, Рәсәй халҡының мәнфәғәттәрен йыш ҡына яҡлап сығыш яһайым. Лингвистика үҙәгендә рус һәм немец телдәре буйынса доцентмын (беҙҙеңсә, уҡытыусы).
– Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы, күп осраҡта Рәсәй халҡының хоҡуҡи мәнфәғәттәрен яҡлап, суд эшендә ҡатнашаһығыҙ. Ниндәйерәк енәйәттәр ҡыла беҙҙең ватандаштар?
– Күпселек осраҡта, әйбер урлау, шулай уҡ кеше үлтереү кеүек күңелһеҙ хәлдәр менән дә осрашабыҙ. Италияла суд процестары йылдар дауамында бара, һәр илдең үҙ ҡануниәте, үҙ ҡағиҙәләре. Нисек кенә булмаһын, сит илдә йәшәгән, ял итергә килгән йәки эш эҙләгәндәргә илдең ҡанундарын хөрмәт итергә, яман эштәрҙән йырағыраҡ йөрөргә тәҡдим итер инем. Бик күңелһеҙ хәлдәр ҙә осрай, күпселек осраҡта енәйәттең башы эскелеккә барып тоташа.
– Сит илдә йәшәүеңә ҡарамаҫтан, матур итеп башҡортса һөйләшеүең һөйөндөрә. Шулай уҡ ҡыҙҙарыңдың туған телде онотмауы һоҡландыра. Үҙебеҙҙә хатта башҡорт яҙыусыларының, етәкселәренең балалары үҙ телендә аралашмай. Ә Италияла йәшәүсе Элина менән Эльвина матур итеп башҡортса һөйләшә. Сәбәбе ниҙә икән?
– Өйҙә башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Хәҙер интернет заманында тел өйрәнеүе йәки белеүе проблема түгел. Башҡорт музыкаһын тыңлайбыҙ, көн һайын туғандар, дуҫтар менән аралашабыҙ. Телде ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем үк кимәлдә донъяны танып белеүгә, тормошто өйрәнеүгә, ҡуйған маҡсатыңа ынтылыусан булаһың. Ҡыҙҙарым да шулай. Кәрәк икән, башҡортса һөйләйҙәр, русса уҡыйҙар, итальянса белем алалар. Хәҙер улар немец телен ныҡлап өйрәнергә тотондо, инглиз телен бәләкәйҙән беләләр. Ә үҙем ҡытай телен өйрәнеп йөрөйөм. Бала күңеленә туған телгә ҡарата һөйөү бала саҡтан һалына, уны бер ниндәй мәктәп тә, ил дә бирә алмай, тик ғаиләлә генә һин үҙ телеңдә аралашаһың икән, балаң да шул телде белеп үҫә.
Ауылда йөрөгәндә шуға иғтибар итергә тура килде: күп ата-әсәләр балаһына вата-емерә русса һүҙ ҡушып маташа. “Ниңә үҙеңде лә, балаңды ла улайтып ыҙалатаһың?” – тиһәм, улар: “Башҡорт телен белеп, ул ҡайҙа барһын?! Исмаһам, русса белһә, вузда уҡыр”, – тип яуап бирәләр. Ауыл мәктәбен тамамланым, сит телгә булған һөйөүем юғары уҡыу йортона алып килде, артабан сит илде яуларға булышлыҡ итте, шуға күрә ата-әсәләргә әйтер инем: балаға тел өйрәтеүҙе туған телегеҙҙән башлағыҙ, артабан сит телдәрҙе мотлаҡ өйрәтеү кәрәк. Бөгөнгө заманда тел белеү модала ғына түгел, ә ул мотлаҡ кәрәк. Телде белеү алдынғы үҫешкән илдәр менән танышыу мөмкинлеген бирә, кешелек ҡиммәттәрен өйрәнеүгә ынтылыш уята, күп тел белгән кешегә тормошта үҙ урынын табыу ҙа еңелгә тура килә.
– Күптәрҙе һеҙҙең ғаилә хәле лә ҡыҙыҡһындыра торғандыр, моғайын. “Италия егетенә тормошҡа сыҡҡанмы?” тип һораусылар ҙа табылыр...
– Ҡайҙа ғына булмаһын, ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ үҙ ишен табырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Эйе, итальян кешеһенә кейәүгә сыҡтым. Бәләкәй ҡыҙымдың август айында никахы була, ул немец егетенә кейәүгә сыға. Кемдер мине ғәйепләр, уныһын да беләм, икенселәр хуплар, уларға рәхмәтемде еткергем килә. Шулай ҙа бер кем дә рәхәтлектән сит илгә сығып китмәй, икенсенән, бала саҡ хыялы ла күңелдә йәшәй бит әле. Ә хыялдар ҡасан булһа ла тормошҡа аша. Минең дә хыялым ғәмәлгә ашыуына яҙмышыма бик рәхмәтлемен һәм, ғөмүмән, бәхетлемен.
– Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы, Сибайҙа фатирығыҙ бар, тыуған ауылығыҙҙа йорт һала башланығыҙ. Ҡасан булһа ла тыуған яҡтарға ҡайтыу теләге бармы әллә?
– Әлбиттә! Сит илдәр ни тиклем ҡыҙыҡтырмаһын, тыуған ерҙәргә етәме инде?! Минең өсөн тыуған ауылым Күсейҙән дә матурыраҡ урын юҡ. Әле йортобоҙ йәй көндәрендә ҡайтып киткәндә йәшәү өсөн булһа, аҙаҡ күҙ күрер.
– Һаман да йәш, матур булып ҡалыу сере менән дә уртаҡлашһағыҙ ине? Йылы климат, диңгеҙ һауаһы тәьҫир итәме, әллә йәшелсә, еләк-емеш файҙалымы ул яҡтарҙа?
– Ни һорарға теләүеңде аңланым (йылмая – авт.). Итальяндар спагетти ашап һимерә, тиһеңдер инде. Әлбиттә, һәр нәмәлә сама булырға тейеш, шул иҫәптән ашауҙа ла. Беҙ күберәк ризыҡты үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Ҡыҙҙарым менән бишбармаҡ, билмән эшләйбеҙ, май икмәк (йыуаса), сәк-сәк бешереп алабыҙ. Иптәшем дә беҙҙең ризыҡҡа өйрәнеп алды. Күберәк йәшелсә салаты ҡулланам, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирәм. Бындағылар кофены ярата, мин уны һирәк эсергә тырышам. Үҙебеҙсә һөтлө ҡара сәй йәки һуттарҙы яратам. Ҡыш юҡ унда, иң һыуыҡ көндәр беҙҙең көҙ кеүек, йылы климат та, диңгеҙ һауаһы ла үҙ сихәтен бирәлер. Тыуған яҡтарға ҡайтһам, тәүҙәрәк өшөп алам, аҙаҡ организм өйрәнеп китә. Шулай ҙа үҙебеҙҙең һыуыҡ, сатлама ҡыштарҙы, ап-аҡ ҡарҙарҙы һәм ҡышҡы күҙ асҡыһыҙ бурандарҙы һағынам.
– Италия ҡунағы булараҡ, ватандаштарыңа әйтер теләктәрең дә барҙыр бит...
– Бөгөн ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр күп: тел өйрәнергә теләһәң, рәхим ит, интернет аша бер айҙа теләгән һәр телдә иркен аралашырға була. Ҡайҙалыр белем алырға, эшләргә теләүселәр өсөн дә юлдар асыҡ. Ата-әсәләргә әйтер инем: балаларығыҙға сит телдәрҙе өйрәтеүҙән ҡурҡмағыҙ, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бар икән, бирегеҙ курстарға, өйрәнһен. Эш ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамай, ә һинең кем булып ҡалыуың мөһим. Сит илдә йәшәп тә, кешелекле һәм кеселекле, халҡыңа кәрәкле булыуың бар. Үҙ ереңдә йәшәп тә, милләтең өсөн бер ниндәй файҙа килтермәүең дә ихтимал. Беҙ, Италияла йәшәүсе милләттәштәр, бергә йыйылып, үҙебеҙҙең ойошманы булдырғанбыҙ. Милли кейемдәр, аш-һыу, мәҙәниәтебеҙ менән бер-беребеҙҙе таныштырабыҙ, йолаларыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Мин әле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың биҙәүестәрен һатып алдым, милли кейем тектерҙем. “Бөрйән ҡыҙҙары”н бейергә яратам, төрлө башҡорт йырҙарын яратып башҡарам. Ҡыҙҙарым да үҙебеҙҙең мәҙәниәтте белеп үҫә, бик матур итеп йырлайҙар.
Ҡайҙа ғына булһаҡ та, берҙәм һәм бергә булайыҡ, бер-беребеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!