Берәү йомшаҡ ҡына итеп сикәһен һуҡҡылай Рәмзилдең. Подъем ваҡыты килеп тә еткәнме? Әгәр ҙә команда бирелеүен ишетмәй ҡалһа, старшинаның сираттан тыш наряд сәпәрен көт тә тор: йә көн буйы бәҙрәф таҙартаһың, йә ҡат-ҡат иҙән йыуаһың. Хәйер... хәйер, палаткала ниндәй иҙән ти ул... Бармаҡтар яңынан яңағына тейеп-тейеп ала. Туҡта!.. Әллә боевиктар ҡулына эләктеме ул?..
Күҙҙәрен асыу менән, Рәмзил үҙенә төбәлеп эйелгән һаҡаллы кешене шәйләне. Йәшен тиҙлеге менән бер уй ярып үтте: боевиктар тырнағына ҡапҡан!.. Ул, ҡурҡышынан, ҡапыл һикереп тормаҡсы, автоматын эләктермәксе. Былай ғына бирелмәҫкә, һалдат антына тоғро ҡалырға!..
Үҙе лә һиҙмәҫтән, уң ҡулына таянып, кәүҙәһен күтәрҙе. Күтәрҙе лә, ҡорошоп, яңынан ҡаҡ салҡан ауҙы. Кемдер беләген һындырғансы күҫәк менән һуҡтымы ни, һөйәктәре ярылды, ҡаты ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе хатта.
– Ҡурҡма, һалдат, тыныс бул! – тине һаҡаллы кеше, бер ҙә яуызлыҡ билдәһе күрһәтмәй.
– Бына табип үҙе килде, – тип өҫтәне ҡатын тауышы.
Бер аҙ баҫыла төшкәс, һалдат сытырлатып йомған күҙҙәрен асты. Уның алдында һаҡаллынан башҡа теге ике ҡатын, Айсет баҫып тора.
Юныс, баҫҡысты шығырлата-шығырлата, өҫкә күтәрелде. Бер нисә минуттан ишек ултырғыстар өҫтөнә һалынғайны инде. Ымлап, бөтәһе лә әҙер тигәнде аңлатты һаҡалтай. Ул ике ҡатын ярҙамында Рәмзилде аяғөҫтө баҫтырҙы. Ҡайсы менән өҫ кейемен бөтөнләй тураҡлап төшөрҙө.
Табип Рәмзилдең беләген ҡулбашына бер теге яҡҡа, бер был яҡҡа һелкетеп ҡараны. Йә, Хоҙай, ниндәй ҡарарға килер икән? Ҡулын бөтөнләй киҫеп ташларға кәрәк тимәһә генә ярар ине.
Һаҡалтай тын да алмай ҡурҡып ҡатҡан ҡатындарға ҡараны, ниһайәт.
– Ҡулбаш быуынына зыян килмәгән, – тине, ҡыуанғандай.
Улар Рәмзилде ҡаҡ салҡан ишек өҫтөнә ятҡырҙы. Ятҡырҙылар ҙа үҙҙәре уҡынырға ултырҙы. Хоҙайҙан мәрхәмәтлек теләүҙәре булыр был.
Уҡынып алғас, табип йылы һыу менән ҡулын йыуҙы, ауыҙ-бит тирәһен аҡ сепрәк ҡаплап бәйләтте. Дарыуҙарын, башҡа кәрәк-яраҡтарын таҙа һөлгөгә теҙҙе.
– Хәҙергә укол яһап торабыҙ, унан яраһын таҙартырбыҙ, йә, бисмиллаһир-рәхман-ррәхим!
Ҡатындар өлтөрәп булышты. Хатта бик етди төҫ алып, Айсет тә йылымыс һыуын әҙер генә тота.
– Хәҙергә булды шикелле, һөйәк онтаҡтарын сүпләп бөттөм, – тип йөҙөндәге япмаһын һыпырып төшөрҙө Юныс. – Артабан нисеклеген күрһәтер, әйтергә иртә әле. Өҫкө яҡҡа зарарлы ҡан эләгә күрмәһен, яраланыуына хәтһеҙ ваҡыт үткән бит.
...Төрлө фекерләүҙәргә бирелеп, оҙаҡ ятты Рәмзил. Хәйер, һыҙланғас, керпеккә ниндәй йоҡо ҡунһын инде.
Уның хәлен белергә ара-тирә төшкән хужабикә ғәжәпһенә:
– Һаман йоҡламайһыңмы ни, балаҡай. Серем итергә тырыш, йоҡо үҙе яҡшы дауа ул.
Таблетка эсереп, өҫтөндәге япмаһын ҡараштырып, яңынан үҙ бүлмәһенә күтәрелә апай. Ул китеү менән уй-хыялдар бәллеүенә сума Рәмзил.
Был юлы тыуған ауылы хәтер йомғаҡтарын һүтте. Тыуған ауыл!.. Рәмзил уны бер сәғәткә лә иҫенән сығараһы түгел. Матур-матур йорттары, урамдары, ярҙарында киң тарбаҡлы өйәңкеләр теҙелгән йылғаһы, эсер һыуы, ризыҡ бирер баҫыуҙары, йоҡара барһа ла, урманы, күккә олғашмаһа ла, тауы, иң мөһиме, бер-береһен үҙ күреп, аһ итеп торған кешеләре бар. Шунда Рәмзил аяҡ баҫты, тар һуҡмаҡтан киң донъяға юл асҡан мәктәбендә уҡыны. Шунда – ауылға терәлеп ятҡан Сауҡа тауҙа тәүге мөхәббәтенең саф сәскәһе ҡапыл бөрө асты.
Мәктәп йылдары, бер тиҫтә ара менән иҫәпләнһә лә, күҙ асып йомған саҡлы ғына хәҙер. Үтте лә китте бер-бер артлы, һағынып һөйләрлек иҫтәлектәре генә ҡалды. Иҫтәлектәре ҡалды, тәүге мөхәббәтен уятты.
Унынсы синыфта уҡыған сағында булды ул. Юҡ, уға тиклем үк Рәмзилә менән Рәмзилдә бер-береһенә ҡарата яҡынлыҡ ялҡыны ҡабынғайны инде. Өндәшмәй генә, күҙ-ҡараш менән генә, Рәмзил гармун уйнағанда, Рәмзилә йырлап ебәргәндә. Исемдәренең оҡшашлығы түгел, күңелдәренең моңланыуы яҡынлаштырҙы уларҙы.
Рәмзил мәктәптә иң өҙҙөрөп уйнаған гармунсыларҙың береһе ине. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, атаһының һәләте күскәндер, күрәһең. Атаһы ла музыкант уның: баянда, ҡурайҙа уйнаусыларҙан яҡын-тирәлә тиңләшеүсе тапмаҫһың. Ни тиһәң дә, Өфөлә сәнғәт училищеһында уҡып ҡайтҡан кеше бит!
Фәнзил улына ла өйрәтте гармунда уйнарға. Отҡор булып сыҡты улы, ихлас йәбеште, көндән-көн оҫталығы арта барҙы. Үҫә төшкәс, мәктәптең концерттарында ҡатнаша башланы. Бейетһенме ел уйнатып, йырлатһынмы йөрәк елкетеп, бөтәһе лә ҡулынан килә Рәмзилдең. Баянда уйнарға өйрәнеп алғас, көйҙәрҙе ифрат моңло килтереп сығара.
Гармунсыға иғтибар ҙа ҙур, ихтирам да. Юғарыраҡ кластарҙа уҡығанда, концерт менән күрше ауылдарға ла йөрөштөрөп ҡайталар. Бына шунда иң уртала – Рәмзил. Концерттан һуң уға илтифатлы ғына килеп өндәшәләр:
– Бер аҙ йәштәрҙе лә бейетеп ҡайт инде, күптән бындай гармунсының килгәне юҡ.
Ялындырмай егет, сылтыр-сылтыр һыу ағышына оҡшатып, көмөш телдәргә баҫып ебәрә. Моң урғылып таралыуы менән, осоноп, ҡыҙҙар-егеттәр төшөп тә китә. Их-ма!..
Ҡайтҡанда инде иптәштәре Рәмзилде шаяртып маҙаһына тейә.
– Бөтә һылыуҙарҙы ауыҙыңа ҡараттың бит!
Рәмзилдең күңелендә тик бер генә ҡош һайрауын кем белһен дә кем күрһен. Ул ҡош йөрәгенең иң түрендә, иң ҡайнар урынында йәшәй ҙәбаһа! Ошо ҡыҙҙар араһынан кем уның күңеленә ҡош булып оялағанын һиҙемләүсе лә юҡтыр әле. Рәмзил тойғоларын йәшерә белеүсе егет ул.
Йәшерә белә, имеш. Бына бер көндө, мин бында тигәндәй, килде лә сыҡты ҡошҡайы.
Рәмзил әҫәрләнгән, күңелендә моңдар эркелгән саҡтарында Сауҡа тауға сығып йөрөргә ярата. Бына шунда, ап-аҡ ҡайындар араһында, япраҡ шауҙарына ҡушып үҙенең хистәрен дә тарата.
Сеү!.. Әллә һандуғас һайраймы? Һандуғастар һайрауҙан туҡтағайны түгелме һуң?.. Ниндәйҙер ефәк наҙ килеп бәрелде Рәмзилдең ҡолағына. Баҫҡан урынында һын турайтып, ҡолаҡ һалып тын ҡалды Рәмзил. Ишетелер-ишетелмәҫ моң тағы ла сыңлап үтте. Тегендә, төптәрәк, тау үркәсендәрәк. Һаҡ ҡына шул яҡҡа атланы егет, был тауыш, магнит һымаҡ, үҙенән-үҙе тарта уны. Бер аҙ бара ла туҡтап тыңлай, моң яңынан ҡанат елпә. Бәй, кемдер йырлай бит унда, тулҡындар уйнатҡан иҫ киткес нәзәкәтле тауыш!.. Ҡайындарға ышыҡлана-ышыҡлана, һиҙҙермәй генә яҡынлаша егет. Инде бөтәһе лә асыҡ: был Рәмзилә йырлай.
Рәмзил түҙемһеҙлеген юғалтты, бесәй һымаҡ ҡына баҫып, яҡынлашыуын белә. Ҡыҙ үҙе лә күренде: һомғол аҡ ҡайынға һөйәлгән дә, күкрәге аша оҙон бөҙрә толомдарын төшөрөп, моңлана бирә. Ай, ошонда Рәмзил урынында берәй рәссам булһа, бына тигән картина яҙыр ине! Күпмелер тыңлап торғандан һуң, тағы ла яҡыныраҡ этәрҙе күңеле. Тубыҡтары ҡалтырандымы, әллә бөтөнләй һушын юйҙымы, сытырлатҡансы ҡоро сыбыҡ өҫтөнә баҫты ла ҡуйҙы, ҡәһәрең. Сырт иткән тауышҡа Рәмзилә лә ҡапыл һиҫкәнде.
– Абау, кем йөрөй унда?!.
Инде йәшеренеү сараһы ҡалманы, йыуан ҡайын артынан башын күрһәтте.
– Кит, ҡотомдо алдың, өрәк кеүек һиҙҙермәй генә йөрөп ятаһың.
– Ғәфү ит, тертләтергә уйламағайным да, ҡоро ағасҡа баҫтым яңылыш, шәйләмәй.
– Һин ни эшләйһең бында урман ҡарауылсыһылай?
– Йөрөйөм сауҡалыҡҡа һоҡланып... Ә һин ни эшләйһең һуң?
– Мин... мин бөрлөгән йыйҙым.
– Шулаймы? Ҡана күрһәт әле, бөрлөгән өлгөргән дәме ни?
– Күҙ тигәнең биҙҙер, ана, тирә-яғыңда ҡып-ҡыҙыл.
Рәмзил яҡын уҡ килде, Рәмзилә, уңайһыҙланып, сәс толомдарын һыпырғылап алды. Ниңәлер, ҡыҙҙың күҙҙәрендә һағыш бөркөлгәндәй.
Улар, бер ҡайынды ҡосоп, һүҙһеҙ ҡалды бер аҙға. Икеһе лә телде сисерлек килешле һүҙ тапмай аҙапланды. Рәмзилә, был тынлыҡты боҙоп, һауытынан мәрйен һымаҡ сылт ҡыҙыл бөрлөгән усланы ла Рәмзилгә һондо.
– Мә, һыйлан, әскелтем генә, тәмле!
– Рәхмәт. Һыйлағанда һыу ҙа эсәләр, был – емеш, ер таты, – тип егет бер нисә бөртөк ҡабып ҡуйҙы. – Ниндәй һутланып бешкән!..
– Нәҡ өлгөргән, ҡыҙарған сағы!
-– Һинең бит алмаң кеүек, – тип һалмаһынмы Рәмзил.
– Уф, был егеттәрҙе, мин ысынлап әйтәм, ә ул шаярта.
–- Мин дә дөрөҫөн әйтәм, ана, ҡояш нуры уйнағандай.
Ҡыҙ, ҡапыл Рәмзилгә ҡаршы баҫып, ҡара күҙҙәре менән өтөп баҡты. Уның бындай ҡыйыулығынан уңайһыҙланып ҡуйҙы егет. Һүҙҙе икенсегә борорға тырышты, ахырыһы.
– Йәштәр уйынға сыға кистәрен, һин бер ҙә күренмәйһең, Рәмзилә.
– Саҡырыусы юҡ бит, үҙемә генә уңайһыҙ.
– Саҡырам бына, сыҡ бөгөн, рәхәтләнеп күңел асырбыҙ. Мин уйнармын, һин йырларһың...
Мин уйнармын, һин йырларһың... Нисек уйнармын һуң мин хәҙер яралы ҡул менән... Рәмзил бармаҡтарын ҡыбырлатмаҡсы булды, улар тыңламаны. Ҡулын күтәреп ҡарамаҡсы, аһ-уһ, ярһыулы һыҙлауҙан башҡаны тойманы. Уйға бирелеп, һыҙлау бер аҙ онотола төшкәйне әле, бына ҡуҙғатҡас, хатта үҙе лә һиҙмәҫтән, ыңғырашып ебәрҙе. Ошо иңерәүҙе ишетепме, баҫҡыстан Айсеттең әсәһе күренде. Ул безләүек шәмен Рәмзилдең ҡулына яҡын килтерҙе. Бик һынаулы ҡарап торғандан һуң, ҡурҡыу тауышы сығарҙы:
– Уй, балаҡай, һәләк булып ҡуймағайы!..
Оҙаҡламай Юныстың ҡара һаҡалы күренде. Алпан-толпан баҫҡыстан төшөп етеүе булды, егеткә эйелде. Күпмелер тикшергәндән һуң, ошондай хәбәрен һалды:
– Ҡабаттан теге ишекте алырға инде. Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк урын әҙерләйек.
Урын тиҙ ҡуйылды. Был юлы егетте бөтөнләйгә тиерлек сисендереп, өҫтөнә яҡ япма япты табип. Унан шыбырлап ҡына былай тине:
– Быға операция яһарға кәрәк кисекмәҫтән.
– Шулай. Юғиһә һәләк була был балаҡай.
– Киҫәһеңме ни? – Хазбикәнең йөҙө үҙгәрҙе.
Инде ни булаһын аңлаған Зөләйхан да ике усы менән сикәһен ҡыҫты.
– Хәҙер иғтибар менән тыңла, балаҡай, – табип бик етди, – нисек тә түҙ, бөтә ихтыяр көсөңдө йый, күрһәт мосолман сыҙамлылығын! Иҫһеҙләндереү наркозы юҡ, операцияны ошо килеш яһарға тура килә.
Табиптың иҫкәртеүенән тәндәре зымбырланы Рәмзилдең, үҙен аяҡтарын бәйләп һалған мал урынында күрҙе. Икеләнеү ҙә килтереп һуҡты башына.
– Операцияһыҙ булмаймы ни? – тине һиҫкәнеп егет, кемдең күрәләтә бысаҡ аҫтына ятҡыһы килһен инде.
– Була. Ул саҡта ике көн генә йәшәр ғүмерең ҡала. Асығы шул һиңә, үҙең хәл ит: йәшәргәме, әллә алма кеүек сағыңда ер ҡорттары кимерһенме?
Табиптың һүҙҙәре йәшен уғы һымаҡ хәтәр ҙә, хәнйәр йөҙөләй үткер ҙә ине. Шул уҡ ваҡытта күпмелер ышаныс барлығы ла һиҙелә. Ҡәтғи һүҙҙәр ине был, аяныслы ла, аяуһыҙ ҙа.
Бер секунд эсендә ошондай фекер ҙә килеп ҡағылды Рәмзилгә: ни менән бөтһә лә бөтөр, яҙмышы яҙғандыр, тегеләй ҙә, былай ҙа барыбер... Тик бына ата-әсәһе, туғандары, иптәштәре йәл, Рәмзиләне башҡа күрә алмауы үкенесле... Ә, бәлки, ғүмер ахыры түгелдер әле. Һаҡалтай нишләп йөрөр ине төн йоҡоһон йоҡламай, әгәр өмөтһөҙлөк күрһә...
Ул ихтыярына буйһондо, табиптың әйткәненә яуап ҡайтармай, тыныс ҡына күҙҙәрен йомдо.
...Ҡапыл бөтә тәнгә бер юлы һөйләп аңлатмаҫлыҡ үткер әрнеү таралды. Снаряд шартлап ҡулына бәргәндәге кеүек, тупаҫ ауыртыу ине, быныһы... Егет күкрәгенә ҡалҡынмаҡсы, ҡайҙа ул ҡуҙғалыу әмәле, ҡоршалған. Етмәһә, башына Зөләйхан апай ауыр ҡулдарын баҫҡан. Ошо әсенеү таралған секундта уҡ тәненә хас та мең-мең энә ҡаҙалды, тирене тишеп төрткөләр ҡабарғандай. Битенә, маңлайына ташып ҡайнар тир бәреп сыҡты. Рәмзил сыҙаша алмай ҡысҡырып ебәрҙе.
Үткер әрнеү тағы ҡабатланды. Күҙ алдында осҡан ҡыҙыллы-күкле осҡондар сәсрәп таралып, ҡайҙалыр юғала барҙы. Оҙаҡламай күҙ алды бөтөнләй ҡараңғыланды егеттең. Рәмзил артабан ни булғанын хәтерләмәй ҙә, ул аңын юғалтҡайны.