– Быйыл башҡорттар һәм ошо халыҡ исеме менән аталған республика – Рәсәй Федерацияһының иң беренсе автономиялы республикаһы – үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ҡеүәтле илгә нигеҙ һалған халыҡ ул – башҡорттар, шуға күрә был иҫтәлекле ваҡиға тағы ла киңерәк ҡолас менән үтер, тигән теләктә ҡалам, сөнки Башҡортостандың Евразия территорияһында тотҡан урынын барлыҡ рәсми органдар, Рәсәй йәмәғәтселеге таный.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында һүҙ башҡорт халҡының туған телен, милли үҙаңын һаҡлау, нығытыу тураһында барырға тейеш. Ҡабул ителәсәк тарихи документ Башҡортостандағы ғына түгел, унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың да йәшәйешенә ыңғай йоғонто яһар тип өмөт итәм.
Башҡортостан Хөкүмәтенә башҡорт халҡын һаҡлау һәм үҫтереү программаһын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһау мөһим, уны әҙерләүҙә ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашырға тейеш. Беҙ күҙәтеүсе сифатында ғына була алмайбыҙ, сөнки барыбыҙҙың да яҙмышы хәл ителә.
Милли мәғарифты үҫтереү иң төп йүнәлеш булырға тейеш. Был осраҡта мин мәктәптәрҙән алып юғары уҡыу йорттарында, сит илдәрҙә уҡытып, республиканы, башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе милли кадрҙар менән тәьмин итеүҙе лә күҙ уңында тотам.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡының киләсәген хәл итеүҙә ынтылышлы ҙур ҡеүәт булыр, тигән өмөттәмен.