Өлкәбеҙҙә иҡтисади реформалар бөтә төбәктәрҙән алдараҡ башланды шикелле. Иң тәүҙә ауыл хужалығын пыран-заран килтерҙеләр (Ырымбур башҡорттарының өстән ике өлөшө — ауыл халҡы). Колхоз-совхоздарҙы туҙҙырып, мөлкәтен, мал-тыуарын һатып, кооперативтар төҙөнөләр. Бөгөн улары ла юҡҡа сыҡты. Халыҡ үҙ көнөн үҙе күрә хәҙер.
Кемдер Төмән, Мәскәү тарафтарына кәсеп итергә китә, кемдер мал аҫрап, ғаиләһен туйындырырға тырыша… Һуңғы йылдарҙа тағы бер афәт пәйҙә булды: балалар һаны кәмеүгә һылтанып, ауылдарҙа булған мәктәптәрҙе ябып бөтөп киләләр. Иң тәүҙә быға балалар аҙ һанлы мәктәптәр дусар (йәғни башҡорт мәктәптәре). Ни бары тиҫтә йыл элек өлкәбеҙҙең 44 мәктәбендә теге йә был формала башҡорт теле өйрәнелһә, бөгөн улар һаны – тиҫтәнән саҡ ҡына ашыу.
Быларына туған телде түңәрәк йәки факультатив формаһында уҡытыу ҙа инә. Өлкәлә Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбендә генә башҡорт теле һәм әҙәбиәте предмет булараҡ өйрәнелә, I – IX кластарҙа — аҙнаһына өс сәғәт, IX – XI кластарҙа икешәр сәғәт уҡытыла. Бөгөн башҡорт теле уҡытылған ике генә урта мәктәп ҡалды: Аллабирҙе мәктәбе һәм Новосергиевка районындағы Ҡотош мәктәбе. Ошо араларҙа Переволоцк районындағы Ҡотлөмбәттә, Ҡыуандыҡ районында Ишморатта урта мәктәптәр бөтөнләй эшләүҙән туҡтаны. Быйыл Александровка районында Иҫәнгилде туғыҙ йыллыҡ мәктәбе (яңы ғына ул урта мәктәп ине) ябылырға тейеш, тип хәбәр итәләр. Башланғыс йә туғыҙ йыллыҡ мәктәптә балалар, өҙөп-йолҡоп, туған телдә ниндәйҙер белем алһа ла, эргәләрендә юғарыраҡ кимәлдәге белем йорто булмау сәбәпле, әсә телен артабан камиллаштырыуҙан бөтөнләй мәхрүм ҡалалар. Ауыл клубтары бер-бер артлы емерелеп бөтөп килә, тип тә өҫтәйек.
Элегерәк өлкә хөкүмәтендә милләт-ара комитет эшләп килде. Радио-телевидениела милли тапшырыуҙар бар ине. Милли матбуғат – башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, немец телдәрендә гәзиттәр сыҡты. 2016 йылдан өлкә хөкүмәте тарафынан милли гәзиттәрҙе финанслау туҡтатылды. Бөгөн гәзиттәрҙән тик татарса “Яңы ваҡыт” нәшерләнә, уныһы ла – Татарстан ярҙамы менән. Әле өлкәлә милли мәсьәләләрҙе көйләгән бер ниндәй ҙә структура ҡалманы һәм беҙҙең менән эш алып барылмай. “Комитет по межнациональным связям” тигәне хәҙер “Комитет по внутренней политике” тип атала.
Әгәр башҡорт милләте үҙ яҙмышы һәм киләсәге хаҡында фекер алышырға Ҡоролтайға йыйыла икән, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо менән яҡынданыраҡ танышып, бөтә кире күренештәрҙе тикшереп, уларҙан арыныу юлдарын һәм ысулдарын билдәләп, етди һәм ғәмәлгә ашырҙай ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәктер. Бының өсөн төрлө юлдар менән мәғлүмәт, статистика туплау, урындарға журналистарҙы, белгестәрҙе ебәреү, төбәктәр менән бәйләнеште әүҙемләштереү талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эштәр тағы ла ситтә ҡалды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡабул иткән ҡарарҙар Башҡортостан башҡорттарына ғына ҡағылмай, ғөмүмән, дөйөм башҡорт мөхитенең яҙмышын хәстәрләргә тейеш.
Икенсенән, был тәҡдимдәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, һәммәһен дә киләһе эштәребеҙҙә төбәк-ара, хөкүмәт-ара төҙөлгән килешеүҙәргә индерергә кәрәк.
Миҫал өсөн, Ҡоролтайҙың анализ мәғлүмәттәренә, тәҡдимдәренә таянып, Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре осрашыу ойоштороп, башҡорт телен уҡытыуҙың өлкәбеҙҙә ғәмәлдә юҡҡа сығыу сәбәптәрен тикшереп, телде тергеҙеү юлдарын билдәләгән дөйөм документ ҡабул итеп, ғәмәлгә ашыра алалыр бит? Ә ҡоролтайҙар (Өфөлә һәм Ырымбурҙа) был үтә лә мөһим эштә ярҙамсы булырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең күҙәтеүемсә, беҙ шаулап-гөрләп ҡоролтайҙар үткәрәбеҙ ҙә, ниндәйҙер документтар, пландар ҡабул итеп, киләһе йыйынға тиклем улар тураһында бөтөнләй онотабыҙ. Ниндәйҙер ниәттәр иғлан итәбеҙ икән, улар нигеҙендә дүрт-биш йылға ғәмәлгә ашырыу пландары төҙөлөргә тейеш. Был пландарҙың үтәлә барыуы даими рәүештә контролдә тотолғанда ғына эштең файҙаһы, һөҙөмтәһе буласаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эше байрамдар ойоштороуҙан ғына тормайҙыр. Улары ла кәрәк, әлбиттә. Тик бына тышҡы, күҙгә иң тәү ташланған һөҙөмтәләр менән мауығып, төбәктәр менән көн һайын эш алып барырға кәрәклеген онотмаһаҡ ине.
Ә бында эш күрһәтеү юлдары – йырып сыҡҡыһыҙ. Федераль программалар ғына үҙҙәре ни тора! Ниңә улар һаман ғәмәлгә ашмаған? Был программалар күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер ине бит, үҙебеҙ ҙә әүҙемлек күрһәтһәк ине, милләттәштәр!