Барҙаның һәр кешеһе бер генә тапҡыр булһа ла үҙенә шундай һорау бирә: ни өсөн Кама йылғаһы буйындағы Пермь крайында бер Барҙа районы ғына милли төбәк статусын яулаған? Был һорау, әлбиттә, кешенең аңында ҡыҙыҡһыныу уята, шул сәбәптән ул туған теленә, мәҙәниәтенә һәм үҙ халҡының тарих биттәрен асыуға ынтыла. Ғәҙәттә, яуап эҙләп, улар интернетҡа, киң мәғлүмәт сараларына, шул иҫәптән телевидениеға мөрәжәғәт итә.
Әлбиттә, шул тарихи эҙләнеүҙәр нисек тә булһа имеш-мимештәр тыуҙыра. Шуларҙың беренсеһе: “Барҙа районында халыҡтың 95-98 проценты башҡорт”; икенсеһе: “Барҙа районы – Рәсәй Федерацияһында берҙән-бер милли район”; өсөнсөһө: “барҙалар үҙҙәре бер халыҡ: татар ҙа, башҡорт та түгел”.
Иң тәүҙә беҙгә төп һорауға яуап бирергә кәрәк. Ни өсөн Барҙа районы (тарихи исеме – Ғәйнә улысы, географик атамаһы – Тулвинское поречье) халыҡ тарихының иртә осоронда ХVI–ХIХ быуаттарҙа урыҫ колониялаштырыуына бирешмәгән? Бында шуны әйтергә кәрәк: элегерәк Ғәйнә улысы ныҡ ҙур урынды биләгән, хәҙерге Барҙа районы – уның бер кескәй өлөшө генә.
Башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ирекле рәүештә ҡушылыуы һәм үҙ ерҙәрен аҫаба иҫәбенә һаҡлап ҡалыуы урыҫ колониялаштырыуына ҡаршы бер ғәмәл булып тора. Быны иҫбатлап, башҡорттоң ергә хоҡуҡтары билдәләнеп, 1557, 1632, 1672, 1701 йылдарҙа алынған батша грамоталары теркәлгән.
Урыҫ батшаларының грамоталарында башҡорттоң ер сиктәре ентекләп һүрәтләнгән. Уларҙың биләмәләренә Тулва – Сылва – Кама йылғалары араһындағы һәм Каманың уң яҡ ярындағы биләмәләр кергән. Урыҫ батшаһы биргән әлеге “һаҡлау грамоталарын” боҙоу арҡаһында, башҡорттар ихтилалға күтәрелгән (яу асҡан). Шул уҡ ваҡытта улар Көнгөр, Уса ҡалаларын, Крылов ауылын, баҡыр заводтарын ҡырған, шулай уҡ припуск осраҡтарын боҙоу ваҡытында яһаҡ татарҙарына ла һөжүм иткән (мәҫәлән, Сөлмәш ауылы халҡына).
Оҙаҡ ваҡыт башҡорттар ерендә берҙән-бер урыҫ ауылы Крылов булған, ул беренсе тапҡыр 1618 йылда иҫкә алына. Һуңғараҡ был ер Строгановтар тарафынан һатып алына һәм уларҙан инде Голицындарға эләккән. Бик күп йылдар Строганов – Голицындар һәм башҡорттар араһында ер хаҡында бәхәс барған. Бигерәк тә 1732 йылда ҡатмарлы низағ тыуа. Крылов имениеһын киңәйтеү ваҡытында башҡорт ихтилалы күтәрелгән. Был ауылды барлығы алты тапҡыр баҫып алғандар, бер нисә тапҡыр яндырғандар. Әммә земство суды дәғүәләре Голицындар файҙаһына ғына ҡабул ителгәс, шул ергә бәйле булған Ирьяҡ, Күпер, Юғары һәм Түбән Чермода, Росстани ауылдары халҡы торлаҡтарынан сығарылып, унда урыҫ крәҫтиәндәре индерелә.
Барҙа ерҙәренең һаҡланыуына икенсе сәбәп XVIII быуат уртаһында төҙөлгән Шермяит баҡыр заводына һәм 50 километр алыҫлыҡта завод дачаһы барлыҡҡа килеүенә бәйле. Завод хужалары башҡорттарға ер арендалаған өсөн аҡса түләһә, тегеләре, үҙ сиратында, заводҡа баҡыр рудаһы ташыған. Завод дачаһы сиктәре был яҡтарҙы 100 йылдан ашыу урыҫ крәҫтиән колониялаштырыуынан һаҡлаған. Һуңыраҡ завод ябылыу арҡаһында уның ерҙәрендә көньяҡ-көнсығыш яғынан әкренләп урыҫ ауылдары барлыҡҡа килгән. Әйтәйек, шул 1870–1890 йылдарҙа бында 32 урыҫ ауылы теркәлгән, улар Шермяит һәм Печмень улыстарына ингән.
Был төбәктә башҡорттарҙың һаҡланып ҡалыуының өсөнсө факторы булараҡ, урындағы интеллигенция вәкилдәре (кантон башлыҡтары, земство депутаттары, ауыл старосталары һәм бигерәк тә ауыл муллалары) бик ҙур роль уйнаған. Улар, урыҫ колониялаштырыуына ҡаршы килеп, бында сиркәү төҙөтмәҫкә һәм урыҫ мәҙәниәтен кертмәҫкә тырышҡан. Улар шулай уҡ земство мәктәптәрендә һәм мәсет-мәҙрәсәләрендә урыҫ телен уҡытыуға ҡаршы килгән. Тимәк, үҙ телдәрен, мәҙәниәтен һәм ислам динен быуындан-быуынға һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.
Туған милли районыбыҙҙың дүртенсе аспекты булараҡ, яңы советтар хакимиәте лозунгыларын билдәләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә картала милли автономия һәм союздаш республикалар барлыҡҡа килде, ә урындарҙа төркөмдәр рәүешендә йәшәгән милли райондар һәм округтар килеп сыҡты. 1924 йылда Барҙа, Удик, Сараш башҡорт улыстарынан һәм Печмень, Шермейка рус улыстарынан Краснояр (һуңғараҡ Барҙа) милли районы ойоша. Ул саҡта ауыл һаны 132-гә етә, ә халҡының һаны 43804 кеше була, шуларҙан 10156 кеше – урыҫтар, башҡорттар – 29212, татарҙар – 2370, башҡа милләт вәкилдәре – 1700. Район байтаҡ йылдар буйы күп милләтле була.
Шулай итеп, ерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу, Ғәйнә иле барлыҡҡа килеү, кәм тигәндә, дүрт фактор менән бәйле: 1) башҡорттарҙың аҫаба ере (вотчинаһы); 2) Шермяит заводы дачаһы; 3) милли интеллигенцияның көсө; 4) совет хакимиәте ҡуйған милли хоҡуҡҡа.
Йәнә шуны иҫкәртеү кәрәктер: башҡорт мәктәбе һәм мәҙрәсәләрендә, земство мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эше төрки телдә алып барылған. XX быуат башында татар әҙәбиәте тыуа. Тимәк, ғәйнәләр оҙайлы ваҡыт эсендә татар әҙәби телен ныҡлы үҙләштергән, әкренләп татар телен туған теле тип таный башлаған, әммә, һис шикһеҙ, үҙ диалекты үҙенсәлектәрен дә һаҡлап ҡалған.