Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВтың I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышы:
– Донъялағы бөтә һәйбәт эштәр иң элек изге ниәттән, яҡшы һүҙҙән башлана. Ләкин һүҙ эшкә әйләнмәһә, уның ҡиммәте бер тингә лә тормай. Үҙаллылыҡ, Башҡортостандың суверенитеты тигән һүҙҙәр 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында күпме кешеләрҙең йөрәгендә ут тоҡандырҙы. Әгәр ҙә ул һүҙҙәр һүҙ генә булып ҡалһа, Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгө хәле нисегерәк булыр ине икән? Кешеләргә яҙыусы барыһынан элек үҙенең һүҙе менән, яҙған әҫәрҙәре, баҫылып сыҡҡан китаптары менән барып етә. Яҙыусы һүҙе уға һәр ваҡыт милләтте берләштереүсе көс булды. Бөгөнгө болғауыр заманда бигерәк тә.
Эйе, ауырлыҡтарыбыҙ етерлек, яуаплылыҡ ғәйәт ҙур, алда торған эштәребеҙ тау хәтле, ҡайҙа ҡарама, йөрәк һыҙландырғыс хәлдәр. Элек унар бала тәрбиәләгән башҡорт ир-егеттәренең ейәндәре бөгөн ауылдарҙа өйөрө менән өйләнә алмай шаңғып йөрөй. Был ни ғәләмәт, был ни фажиғә! Элек бер ауылдан ун ауыл таралып ултырып, ырыу-ырыу үрсегән башҡорттоң бөгөн ауылдары бөтә, ауылдары ҡорой. Элек каторгаларҙан, бығауҙарын ташҡа бәреп, ауыр юлдарҙа ҡанһырап, өйөнә атлыҡҡан башҡорт бөгөн килеп иленән ҡаса, иленән тарала. Элек мәшһүр моңо менән хайран ҡалдырған, алыҫ ерҙәрҙе әсир иткән башҡорт бөгөн килеп үҙ теленән, үҙ моңонан биҙә. Һөргөндәргә һөрөлөп, каторгаларға ҡыуылып, төрмәләргә бикләнеп тә үҙ рухын һаҡлап алып ҡала алған, нисәмә йылдар ғорурлығын юймаған милләтем хәҙер араҡы шешәләренә бикләнеп тонсоғормо? Ил, халыҡ тип баш ватыр заманда башҡортом, баш төҙәтәм тип, башын юғалтырмы?
Элек Башҡортостан азатлығы тип, туҡтауһыҙ яуға күтәрелгән батырҙарыбыҙҙы батша палачтары дар ағастарына аҫҡан. Бөгөн ил ҡалҡаны, ил тотҡаһы булаһы ирҙәр үҙҙәрен үҙҙәре аҫа. Был ни ғәләмәт, был ни фажиғә? Халыҡта, өмөтһөҙ – шайтан, тигән һүҙ бар. Күп кешенең күңеле һүрелгән, ҡиблалар буталған, аяттар юғалған бөгөнгө заманда был һүҙ айырыуса йыш хәтергә килә. Кисәге йондоҙҙар бөгөн юҡ. Нисәмә быуын өсөн изге булған ҡыҙыл йондоҙҙо бер башы мәғрипте, бер башы мәшриҡте соҡорға торған ҡарағош бәреп төшөрҙө. Нисәмә быуын башҡорт батырҙарының йөрәк пәрҙәһен йыртып, башҡорт милләтенең ҡанын эскән, тағы әллә күпме милләттәрҙең күҙен соҡорға тырышҡан яуыз ҡарағош йәнә ҡанатын йәймәксе. Бына ошондай ҡыйралыш заманында бигерәк тә йәштәребеҙҙең өмөтһөҙ шайтандарға әйләнеүенән ҡурҡам мин.
Күңелебеҙҙә, зинһар, ышаныс һүнмәһен ине. Мин буш боғаҙланып, күкрәк һуғырға саҡырмайым, ләкин үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөтөрөп, кәмһетеп ҡуймайыҡ. Мәсхәрәләргә маташыусы мөртәттәр былай ҙа табылыр, етерлек табылып тора. Кем булыуыбыҙҙы онотмайыҡ, ҡайҙан килеп, ҡайҙа барыуыбыҙҙы күрә беләйек. Тарихи хәтеребеҙҙе юғалтмайыҡ. Халыҡ әллә ни тиклем бөйөк булһа ла, ул ниндәйҙер дөйөм төшөнсә генә түгел. Халыҡ ул бит беҙҙән, тере кешеләрҙән, тора. Халыҡтың йөҙөн һәм рухи көсөн ундағы кешеләрҙең нисә мең йәки нисә миллион булыуы ғына билдәләмәй, милләттең көсө шәхестәрҙең күп булыуынан тора. Ғорур булайыҡ, сабыр булайыҡ. Әгәр һәр кем үҙ эшен намыҫ менән башҡарһа, әгәр барыбыҙ ҙа берҙәм булып ойошоп, тупланып, оло маҡсаттарыбыҙға тоғро хеҙмәт итһәк, телебеҙгә дәүләт теле статусы бирһәк, аҫаба ерҙәребеҙҙе алыпһатарҙарҙың йыртҡыс ҡулынан мәңгелеккә сикләп ҡуйһаҡ, беҙ халыҡ тигән бөйөк һүҙҙе, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, әйтә аласаҡбыҙ.
Ожмах кеүек Башҡортостаныбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә беҙгә бүләк итеп кенә бирмәгән, бәлки, беҙҙе милләт булараҡ һынар өсөн ошо йәннәт ерҙә йәшәргә насип иткәндер. Был ерҙе атай-олатайҙарыбыҙ хәләл көсөн, әсе тирен түгеп һаҡлап ҡалған. Улар һынатмағанды беҙ һынатырбыҙмы? Милләттәштәребеҙҙең таралыуы, ситкә һибелеүе беҙҙең ихтыярҙан ғына торманы. Ә бына бөгөн яңынан тупланыу, башҡорт халҡының рухи яңырыуы – беҙҙең ихтыярҙа, беҙҙең уңғанлыҡта, беҙҙең тырышлыҡта, беҙҙең тоғролоҡта. Уҙған дандарыбыҙ менән ғорурланып йәшәйек, ләкин бөгөнгөбөҙ менән хурланып ҡына йәшәмәйек, башҡаларҙы ғына ғәйепләмәйек, һәр беребеҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ нығыраҡ барлайыҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы символы итеп ниндәй матур һын – халҡыбыҙҙың изге ҡанатлы аҡбуҙаты һайланған. Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр беҙҙә, һәр беребеҙҙең күңелендә ҡанатлы аҡбуҙат талпынһын, ғәзиз милләттәштәрем.
Ил тупланды бөгөн бөйөк ҡоролтайға,
Был байрамда бер туғандай гөрләшәйек.
Байраҡ булып ҡалҡһын изге маҡсатыбыҙ,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!
Байрам тыныр, тик тынмаһын уртаҡ уйҙар,
Әйҙәп торһон алға хәләл көрәшебеҙ.
Ситкә ташлап ваҡсыллыҡты, көнсөллөктө,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
Милләттәштәр! Иңде иңгә терәшегеҙ,
Серләшегеҙ, уңғанлыҡта серәшегеҙ.
Ғәмһеҙ булһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ,
Ҡалҡһын тиһәк илдә бәхет ҡояшыбыҙ,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
Берләшәйек, бөтә донъя башҡорттары!
Еребеҙ тип беҙ янмаһаҡ, кем һуң яныр?
Бәләләрҙән беҙ ҡотҡармай, кем ҡотҡарыр?
Көс-ҡеүәтте беҙ тапмаһаҡ, кем һуң табыр?
Берләшәйек, бөтә донъя башҡорттары!
Беҙгә бер кем ситтән килеп ярҙам ҡылмаҫ,
Үҙебеҙҙең иңебеҙҙә бар эшебеҙ.
Еңелмәйек ялҡаулыҡтан, тарҡаулыҡтан,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
Илгә-йортҡа ҡот-бәрәкәт килһен тиһәк,
Китһен хәсрәт, кипһен тиһәк күҙ йәшебеҙ,
Таяныстың иң ныҡлыһы – тоғролоҡта,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!