– Беҙ – Урал батыр вариҫтары. Был – бер ниндәй ҙә арттырыу түгел, ә ысынбарлығыбыҙ! Ата-бабаларыбыҙ борон замандан ошо ерҙә тыуып, уны йәнтөйәк итеп, уның ҡәҙерен белеп көн иткән. Бына милләтебеҙ кешелек цивилизацияһы менән бергә XXI быуатҡа яңы һулыш менән аяҡ баҫа.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына халҡыбыҙ вәкилдәре донъяның бик күп тарафтарынан йыйыла. Беҙҙең уртаға һалып һөйләшәһе мәсьәләләребеҙ етерлек, уртаҡлашаһы шатлыҡтарыбыҙ байтаҡ.
Һуңғы йылдарҙа халыҡты башҡорт теле менән бәйле проблемалар уйға һала, йәмәғәт ойошмалары был мәсьәләне күтәреп сыға. Телде үҫтереү бишектән, ғаиләнән башлана, шуға күрә дәүләт структураларына һәр башҡорттоң, ғаиләнең туған телде өйрәнеү теләге булып барып етһен маҡсаттар! Яңы технологиялар, һанлаштырыу быуатында йәшәйбеҙ. Йәштәр үҙ тормошон гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтермәй икән, башҡорт теле һанлы технологиялар донъяһында ла тәғәйен урын алырға тейеш.
Бөгөн Өфөләге башҡорт гимназияларында I класҡа урындар етмәй. Тимәк, беҙ артабыҙ! Ғөмүмән, демографияға килгәндә, башҡа милләттәр менән сағыштырғанда, боронғо халыҡ булһаҡ та, йәшебеҙ буйынса йәш этносбыҙ – уртаса алғанда, 34,9 йәш килеп сыға. Балалар һәм үҫмерҙәр һаны буйынса республикала беренсе урында киләбеҙ. Башҡорттар – түлле халыҡ. Тимәк, киләсәккә өмөт бар. Был тенденцияны дауам итеү өсөн был өлкәгә дәүләт иғтибарын арттырыуҙы һорарға кәрәк.
Башҡортостанда башҡорт халҡының 59,3 проценты ауыл ерендә йәшәй. Әммә унда эш юҡ, халыҡ, башлыса йәштәр, ситкә китә, башҡорт мөхитенән айырыла. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, үлем сәбәптәре булараҡ, башлыса ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары менән бергә, насар тәьҫиргә бирелеп, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, суицид күренештәре күҙәтелә. Урында табиптар юҡ тиерлек, “Ашығыс ярҙам” машиналары ваҡытында барып етмәй. Суицид, тәртип боҙоуҙар – барыһына ла эскелек сәбәпсе. Беҙгә был афәттән арынырға кәрәк, шуның өсөн эш урындары, милли кадрҙар булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап иткән халыҡ фекерен етәксе органдарға еткереү мөһим.
Беҙ милләт өсөн йәнен фиҙа ҡылғандарҙың да исемен мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш юлында һәләк булған Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылыуы тәүге аҙымыбыҙ булһын! Төклө аяғың менән, Шағир, тип ҡаршылайыҡ уны!
Ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһын булдырыу мәсьәләһенең заман талабы икәнен етәкселәр ҙә аңлай. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та вахта ысулы буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән осрашыу ваҡытында, был хаҡта үҙ фекерен белдереп, төбәктә эш урындары булдырыу менән ҡыҙыҡһынды.
Күпме йәштәребеҙ ситтә белем ала. Студенттарҙы республикаға эшкә ҡайтарыу программаһы кәрәк. Шул уҡ ваҡытта аҡыллы йәштәребеҙ мотлаҡ сит илдә уҡып, тәжрибә туплап ҡайтһын ине.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе булараҡ, шуны әйтә алам: Бөрйәндә, Өфөлә бикләнеп ятһаҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһе, уның менән бергә “Урал батыр” эпосы тураһында бөтә донъяға белдерә алыр инекме икән? Башҡортостан мәмерйәһенең, ундағы боронғо һүрәттәрҙең тарихи әһәмиәтен, үҙенсәлеген танылған ғалимдар, антрополог Ив Коппенс, археолог Жан-Мишель Женест таный! “Өфө-II” ҡаласығы беҙҙән күптән дәүләт кимәлендәге иғтибарҙы көтә.
Иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – экология. Башҡорт һәр ваҡыт урманын, солоғон, Уралын һаҡлаған. Эсәр һыу, һулар һауа, балалар киләсәге, милләт үҫеше ошо еребеҙ, тәбиғәтебеҙ менән бәйле. Әгәр бөгөн бөтә донъя Урал тип таң ҡала икән, уны бит тап башҡорт халҡы ошо көнгә бар матурлығында, боронғо асылында алып килеп еткергән.
Быйыл май айында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн 2,3 триллион һум аҡса бүленә, шул иҫәптән бер триллион һум – федераль ҡаҙнанан. Милләттәштәребеҙҙең күбеһенең ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алып, Башҡортостан ерлегендә ошо программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән Хөкүмәт ҡарамағына тәҡдимдәр менән сығырға тейешбеҙ.
Ниндәй ауыр замандарҙа ла, яндырылған, аслыҡтан яфаланған сағында ла башҡорт Уралын ташлап китмәгән, тупраҡлы мөхтәриәт өсөн, аҫаба ерҙәре өсөн көрәшкән, уны һаҡлап алып ҡалған. Беҙгә ерҙәребеҙҙе юғалтырға ярамай, бәхет эҙләп ситтә йөрөү ҙә дөрөҫ түгел. Ауыр һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан, Уралды беҙгә мираҫ иткән ата-бабаларыбыҙҙың аманатына тоғро ҡалайыҡ!
Төрлө секция ултырыштарында бар мәсьәләләр ҙә уртаға һалып һөйләшелер, ә бөгөн Бөтә донъя башҡорттарының ошо ҡорона йыйылған милләттәштәребеҙҙе олуғ байрам менән ҡотлайым!