"Төбәктәрҙәге башҡорттар" секцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев бөгөн республикабыҙ етәкселеге Рәсәйҙә, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән башҡа ҡәрҙәштәребеҙҙең этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, уларҙың тарихи Ватаны һәм мәҙәниәте менән рухи бәйләнеше юғалмаһын өсөн ҙур, маҡсатлы эш алып барғаны хаҡында һөйләне.
Мәғлүм булыуынса, 420 меңдән ашыу башҡорт (яҡынса 26 процент) республикабыҙҙан ситтә йәшәй. Төбәктәрҙә йыл һайын Башҡорт мәҙәниәт көндәре үткәрелә. Киләһе йылда Мәскәү башҡорттарының Мәҙәниәт көндәрен уҙғарыу күҙаллана.
Милләттәштәребеҙгә даими методик ярҙам күрһәтелә, башҡорт телендә китаптар ебәрелә. Шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙҙе йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәҙәниәт усаҡтары даими гастролдәргә сыға.