Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын Торатау майҙанында ҡаршы алдылар.
Ер шарының төрлө төбәктәренән йыйылған башҡорттарҙы башҡорт бауырһағынан ауыҙ иттерҙеләр, башҡорт ҡымыҙы менән һыйланылар. Хуш килдегеҙ, милләттәштәр!
Сәғәт 2-лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы Башҡарма комитетының беренсе ултырышы була.