Бөтә яңылыҡтар

Ростовта башҡорт атлыларын хөрмәт менән иҫләйҙәр

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында бихисап милләттәштәребеҙгә республикабыҙҙың абруйлы наградалары тапшырылды.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында бихисап милләттәштәребеҙгә республикабыҙҙың абруйлы наградалары тапшырылды.
Ростов ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов, мәҫәлән, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Мәхмүт Бакир улы – Ростов ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Оло йыйынға ул ҡатыны Гөлйыһан Рифат ҡыҙы менән килгән ине. Гөлйыһан ханым Ростовта тыуып үҫһә лә, милли рухта тәрбиәләнә, теле лә башҡортса асыла.
– Бөгөн Ростов ҡалаһында 900-гә яҡын, ә өлкә менән бергә һанағанда мең ярым самаһы башҡорт йәшәй. Осрашып, аралашып торабыҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ. Йыл һайын Еңеү көнө алдынан “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәренән” тигән автоуҙыш ойошторабыҙ. Юлыбыҙ Волгоградтан – Мамай ҡурғанынан башлана һәм биш ҡала аша үтә. Уларҙың һәр береһендә осрашыуҙар ойошторабыҙ. Был төбәктә башҡорт яугирҙәренең батырлығын иҫләгән, уларҙы оло хөрмәт менән хәтергә алған кешеләр әле лә күп, – тип изге эштәре хаҡында ихлас һөйләне Мәхмүт ағай Сәлимов.
Читайте нас: