Бөтә яңылыҡтар

Тарихһыҙ киләсәк юҡ

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы эргәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарына арналған стела асылды.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы эргәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарына арналған стела асылды.
Унда 1812 – 1814 йылдарҙағы яуҙа һәм шул ваҡыттағы походтарҙа ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре мәңгеләштерелгән.
“Тарихты белмәй тороп, киләсәккә атлап булмай”, – ти һәйкәл авторы, тарихсы Фирғәт Истәков. Эш халыҡ иҫәбенә башҡарылған, урындағы фермерҙар ҙа ярҙам ҡулы һуҙған. Йәштәр ҙә ҡул ҡаушырып ултырмаған: үҙҙәренең көсө һәм дәрте менән “Мин Сәйғәфәрҙе яратам” тигән арт-объект эшләп ултыртҡан.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, ауыл халҡы өсөн был көн икеләтә байрам булды. Клубта “Сәйғәфәр” тип аталған яңы китаптың исем туйы ла үтте. Унда ауылдың тарихы, халҡы тураһында, шулай уҡ күрше булған, әле бөткән Әптекәй, Иҫке Комсомол, Мырҙабулат һәм башҡа ауылдар хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр урын алған.
Читайте нас: