Бөтә яңылыҡтар

Тирмәле ерҙә рух түрҙә!

Эшләй ҙә, ял итә лә белә Этҡол халҡы!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай ерендә меңәрләгән халыҡты берләштергән “Торатау йыйыны”ның программаһы бик бай булды.
Күптәрҙе сәхнәләге сығыштар, уйын-ярыштар ҡыҙыҡһындырһа, икенселәр күргәҙмәләр ҡараны, баҙар ҡыҙырҙы. Бер төркөм тау үрен яуланы, бәғзеләр тирмәләр буйлап йөрөнө.
Тирмәләр тигәндәй, улар бихисап булды. Күрше район һәм ҡалаларҙан килгәндәр ҙә үҙ йәйләүен ҡорғайны. Ә Ишембайға килгәндә, һәр ауыл советы тирмә ҡуйҙы. Уларҙа башҡорт халҡының боронғо көнкүреше сағылыш тапты, эш ҡоралдары, милли аштар ҡуйылды.
Араларынан айырыуса Этҡол ауылы биләмәһенең тирмәһенән кеше өҙөлмәне. Бик бай һәм үҙенсәлекле итеп ҡоролғайны ул. Ҡунаҡтарҙы төрлө ҡырағай йәнлек тиреләре һәм һындары ҡаршыланы: айыу-бүреләр, төлкө-ҡуяндар, һеләүһендәр, төрлө ҡоштар...
Ҡул эштәренән әҙерләнгән бай күргәҙмә лә күптәрҙе ҡыҙыҡтырҙы. Тирмә тирәһенән дәртле көйҙәр, йыр-бейеү өҙөлмәне. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, яҡташтарын, ауылдаштарын ихлас ҡаршылап, милли ризыҡ, ҡымыҙ, ҡайын һыуы менән һыйланы этҡолдар.
Бына шулай эшләй ҙә, ял да итә белә улар!
Читайте нас: