Бөтә яңылыҡтар

Аҡыл һәм изгелек сығанағы

Китаптың барлыҡҡа килеүе – үҙе бер оло мөғжизә. Бөгөнгө кимәленә тиклем КИТАП бик ҙур тарихи юл үткән: ташҡа, мәте таҡталарға, ҡайын туҙына, тирегә, пергаментҡа яҙылған яҙыуҙар менән компьютер йыймаһы йә иһә уның электрон форматы араһында иҫ киткес айырма ята.

"Китап" нәшриәте архивынан.
"Китап" нәшриәте архивынан.
Китаптың барлыҡҡа килеүе – үҙе бер оло мөғжизә. Бөгөнгө кимәленә тиклем КИТАП бик ҙур тарихи юл үткән: ташҡа, мәте таҡталарға, ҡайын туҙына, тирегә, пергаментҡа яҙылған яҙыуҙар менән компьютер йыймаһы йә иһә уның электрон форматы араһында иҫ киткес айырма ята.


Йөҙ йыллыҡ тарихы булған башҡорт китабының уҙған юлы ла ҡатмарлы һәм фәһемле. Милли китаптарыбыҙҙың башта ғәрәп яҙмаһында сығыуы, унан инде латин графикаһына күсеүе, бер аҙҙан рус графикаһын үҙләштереүе йәш Башҡорт Республикаһының дәүләт нәшриәте өсөн ныҡлыҡҡа һынау йылдары булараҡ тәрән эҙ ҡалдырғанлығы мәғлүм.
Әлбиттә, бер нәмә бәхәсһеҙ: Башҡорт нәшриәте (“Башгосиздат” –1919, “Торговое товарищество Башкнига” – 1922, “БашГиЗ” – 1928, “Башҡортостан китап нәшриәте” – 1936 йыл) дәүләт кимәлендә, уның туранан-тура ҡурсалауында эшләп киткәнгә ҡәҙәр “башҡорт баҫма китабының башы – төрки китап” (Ғ. Хөсәйенов). Төрки телендәге иң тәүге китаптар XVII быуатта Көнбайыш Европа илдәре типографияларында ла донъя күргәнлеге билдәле.
Рәсәйҙә ғәрәп шрифтында китап баҫҡан берҙән-бер “Азиат типографияһы”ның 1800 йылда Санкт-Петербургтан Ҡазанға күсерелеүе илдә төрки телендәге китап баҫыу эшен бер аҙға ғына йәнләндереп ебәрә. 1802 йылда татарса-башҡортса “Әлифба”ның, 1807 йылда “Сәйфелмөлөк хикәйәһе”нең баҫылып сығыуы төрки телле баҫма өлкәһендә иң тәүге өлгөләр булып тора.
Артабан 1812 йылда Ҡазан университеты типографияһында “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” хикәйәтенең бер варианты Тимофей Беляев тарафынан “Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года” тигән исем менән баҫып сығарыла.
Шулай итеп, XIX быуат башында, бигерәк тә XX быуатта, Урал-Волга төбәгендә йәшәгән мосолмандарҙы төрки телендә нәшер ителгән әҙәби әҫәрҙәр һәм дәреслектәр менән тәьмин итеү әүҙемләшә. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек: туғандаш алтай халҡының да тәүге китаптарының береһе – “Алтай теленең грамматикаһы”ның 1869 йылда Ҡазанда баҫылғанлығы мәғлүм.
Һәүетемсә генә көн иткән кешенең йәшәйешен китапһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: ул дәреслекме, изге дини китапмы, халыҡ ижады гәүһәрҙәре тупланмаһымы йә йырҙар йыйынтығымы, шиғыр йә проза әҫәреме, тарих йә иҫтәлектәрме – рухи һыуһау һәм күңел талабы менән килеп инә беҙҙең йортобоҙға. Шуға ла: “Китаплы йорт – иманлы йорт” тигән әйтем йәшәй. Халҡыбыҙҙа борон-борондан китапҡа изге итеп ҡарау, аҡыл һәм тормош һабаҡтары тупланмаһы булараҡ ҡабул итеү яҙылмаған ҡанунға әйләнгән.
Китап яҙыу бер кешенең эше булһа, уны нәшер итеү, йәғни китапты “ташҡа” баҫып сығарыу – коллектив хеҙмәт емеше. Был эш һәр осорҙа ла махсус белем, оҫталыҡ, тәжрибә талап иткән. Шуғалыр ҙа китап нәшер итеү эшендә элек-электән уҡымышлы кешеләр, әҙиптәр эшләгән. Башҡортостанда китап нәшриәте ойошторолоу менән унда аҙаҡ күренекле шәхестәр булып танылған Дауыт Юлтый, Булат Ишемғолов, Фәйзи Жданов, Ғөбәй Дәүләтшин, Рәшит Ниғмәти, Сәйфи Ҡудаш һ. б. хеҙмәт иткән.
Һуғыштан һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәтендәге дәррәү үҫеш менән бәрәбәр Башҡортостан “Китап” нәшриәте лә нәфис әҙәбиәт сығарыуҙа ҙур уңыштарға ирешә. Нәшриәттә Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Рәйес Ғабдрахманов, Ғабдулла Байбурин, Ноғман Мусин, Рәми Ғарипов, Роберт Паль, Раил Байбулатов, Агиш Ғирфанов, Риф Мифтахов һәм башҡа бик күп яҙыусылар ең һыҙғанып эшләп, китап редакторлауҙың ысын оҫталары булып таныла.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса миңә лә 1993 – 2001 йылдарҙа “Китап” нәшриәтендә эшләү бәхете тейҙе. Башта – баш мөхәррир вазифаһында, ә 1995 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе нәшриәт директоры йөгөн тартырға тура килде. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем – “Китап” нәшриәтенең хөрмәт ҡаҙанған, үҙ эшенең оҫталары хаҡында йөрәктән сыҡҡан йылы тойғоларымды әйткем килә. Бына улар: Маһиҙә Игебаева – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, нәшриәттә 43 йыл эш стажы бар ине; Сәүиә Сәйетбатталова, Сәүиә Мөхтәруллина, Светлана Атнағолова, Людмила Хаирова, техник редакторлау бүлеге белгестәре Наилә Зарипова (мөдир), Зәйтүнә Сыңғыҙова, Надия Пятаева, Венера Абдрахманова, Гөлсирә Йәнғужина, баш мөхәррирҙәр Сәлимйән Бәҙретдинов, Ғәлиә Ғәлимова, татар әҙәбиәте секторы мөдире Динә Мырҙаҡаева, производство бүлеге етәксеһе Хәлиҙә Макарова, редакторҙар Сәйҙә Рәхимова, Зөһрә Яйҡарова, Әлфиә Әсәҙуллина, бүлек мөдирҙәре Рәйлә Бүләкова (иҡтисад), Сабир Шәрипов (нәфис әҙәбиәт), Зәйтүнә Ханова (ижтимағи-сәйәси), Юрий Андрианов (рус әҙәбиәте), баш рәссам Фазлетдин Ислахов һәм башҡа күп тәжрибәле белгестәр, белемле редакторҙар ышаныслы таяныс булыуҙары менән нәшриәттең ғорурлығы булды.
Улар менән бергә эшләү дәүерендә бик күп мөһим һәм мотлаҡ кәрәкле уҡыу әсбаптары, дәреслектәр сығарылды, мәҙәниәт һәм рухи донъябыҙҙы байытырлыҡ китаптар донъя күрҙе. Шуларҙан иң иҫтә ҡалғандарын ғына бында телгә алғым килә: башҡорт теленә әйләндерелгән “Ҡөрьән Кәрим” (1993), легендар комдив Муса Мортазиндың “Әҫәрҙәр” китабы (1994), Ә.-З. Вәлиди Туғандың “Воспоминания” (1994, 1998), “Хәтирәләр”е, “Әҫәрҙәр”е (1996), “Башҡорт халыҡ ижады” серияһының яңыртылған баҫмаһы (1998 – 1999), Т.X. Әхмәҙиевтең “Башкирская гвардейская кавалерийская”һы (1999), Ришат Рәхимовтың “Ҡурай”ы (1999), Ф. Вәхитовтың “Аҡ аманат – һалдат хаттары”, “Һуғыш үтте, һағыш ҡалды” китаптары (төҙөүсеһе – С. Шәрипов, 2000), Ә.3. Әсфәндиәровтың “Западные башкиры” хеҙмәте (“Сведения по переписям 1795 – 1917 гг.”, 2001) һ. б.
Башҡорт китабының йөҙ йыллыҡ бай тарихы бар. Әммә бөгөн борсолор сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Киләсәктә китап яҙыусылар ҙа булыр, нәшер итеүсеһе лә табылыр, әммә уны уҡыусы булырмы? Барлыҡ ғәм халыҡ компьютер ярҙамында (электрон форматтан) уҡыу ысулына күсеп бөтһә, китап уҡыусы ла булмаҫ шул. Эре (үҙәк) китапханалар быға тиклем ҡағыҙға баҫылған китаптарҙы электрон һаҡлағыстарға күсерә башланы. Был – заман талабы. Ләкин, белгестәр әйтеүенсә, электрон варианттарҙың имен һаҡланыуына ла 100 процент гарантия юҡ икән. Тап бына шуға күрә лә кешелектең иң ҙур асыштарының береһе – китап быуындан-быуынға һаҡланырға тейеш.
Бөгөн китаптың баһаһы төшкән кеүек, әлбиттә. Әммә беҙ бының менән килешеп, ризалашып ҡалырға тейеш түгел. Киреһенсә, китапты даими яҡларға, уны пропагандаларға, уҡыусыларға еткере­шергә кәрәк. Ул телебеҙ һаҡсыһы булһа ла, бөгөн ул үҙе ярҙамға, дәүләт яҡлауына мохтаж.
Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтенә – 100 йыл! Килер быуындар башҡорт китабының мең йыллығын да байрам итһен. Амин, шулай булырға яҙһын!
Һүҙемде шиғыр юлдары менән тамамлайым.
Йөҙ йыл башҡорт китабына!

Башҡорт – китаплы халыҡ.

Телебеҙҙе һаҡлаған да,

Илебеҙҙе яҡлаған да,

Рухыбыҙҙы ҡайраған да,

Һандуғастай һайраған да

Китап-танытма асыҡ!

Китап – беҙҙең бөгөнгөнән

Киләсәккә хатыбыҙ.

Уны юлда юғалтырға,

Кемдәрҙәндер урлатырға,

Яҙмышҡайын болартырға

Юҡтыр беҙҙең хаҡыбыҙ!

Һис юҡ беҙҙең хаҡыбыҙ!
Читайте нас: