Бөтә яңылыҡтар

Ҡариҙелдә – китап туйы

"Солтанъяр" әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бер ҡорға тупланы.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ҡариҙел яғы – әҙәби һәләттәргә бай яҡ. Билдәле яҙыусы Ғаян Лоҡмановты әҙәбиәт һөйөүселәр яҡшы белә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ихтирам йөҙөнән ҡариҙелдәр уның исемендәге премия булдырған. Лауреаттар араһында мәҡәләбеҙ геройы Заһит Мурсиев та бар. Уның ошо көндәрҙә “Солтанъяр” китабының исем туйы үтте. Был ваҡиға уңайынан яҡындары, ауылдаштары, ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, журналист, шағирә Лариса Абдуллина булды.
Заһит Мурсиев – яҙыусы, журналист, тиҫтәнән ашыу күләмле әҙәби әҫәрҙәр, биш китап авторы. “Солтанъяр” романы Бөйөк Ватан һуғышына һәм авторҙың атаһы Мирхәйҙәр Ибраһим улына бағышланған. Кисә барышында Заһит Мурсиевҡа һәр сығыш яһаусылар йылы һүҙҙәрен, ҡайнар ҡотлауҙарын йәлләмәне.
– Быйыл ике роман донъя күрҙе, икеһенең дә авторҙары ауылда йәшәй. Беренсеһе Сәғит Фазлайҙың “Ҡара этап” китабы булһа, икенсеһе – Заһит Мирхәйҙәр улының “Солтанъяр”ы. Бөтәбеҙҙә бер идея – һүҙгә хеҙмәт итеү. Беҙҙең йөрәктәр һәр уҡыусыға, һәр яҙыусыға асыҡ, – тине Зәки Әлибаев.
Лариса Абдуллина Заһит Мурсиевтың донъяға образ аша ҡарауын, уның ҡәләме ысын һүҙ оҫтаһыныҡы булыуын билдәләп үтте.
Яҙыусыны билдәле шағир, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Фидаил Сафин да ҡотланы, уға артабан да уңыштар, ижад ҡомары теләне.
Сара район мәҙәниәт усағы әҙерләгән йыр-моң менән үрелеп барҙы. “Ләйсән” вокал коллективы вәкилдәре әҙип менән ауылдаш икән.
“Беҙҙең бәләкәй генә Әбүталип ауылынан ошондай мәртәбәле шәхес сығыуы бик һөйөнөслө күренеш”, – тине улар.
Зилә Рәхмәтова башҡарған “Арча” халыҡ йыры “Солтанъяр” китабы менән тығыҙ бәйләнгән, сөнки романда был йыр бер нисә тапҡыр йырлана.


Заһит Мирхәйҙәр улы етәкләгән “Иҙел” әҙәби берекмәһенән шағирә, шулай уҡ Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Яҡупова ла ҡәләмдәшен ихлас ҡотланы, уның әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын һанап үтте.
Шул уҡ берекмә ағзаһы Нәзилә Әхтәметдинова ҡотлау һүҙҙәренән тыш, “Хазина” район гәзитен киренән тергеҙеү һорауын күтәреп сыҡты. “Башҡорт телендә үҙ район гәзитебеҙ ҡайтанан сыға башлаһын ине”, – тине ул сығышы һуңында.
Китаптың исем туйын Ҡариҙел районы мәҙәниәт бүлеге белгесе Гөлнара Солтанова ойошторған. Ул да һүҙ алып, Заһит Мурсиевтың яҙыусынан тыш, тағы ла оҫта тәржемәсе булғанын әйтте, әҙиптең тәрән фәлсәфәүи ҡарашлы булыуын билдәләне.
Хозур тәбиғәтле Ҡариҙел халҡының күңелдәре лә гүзәл икән. Быға уларҙың нур сәскән күҙҙәре, ҡунаҡсыл булыуҙары һәм әҙәбиәткә, сәнғәткә яҡын булыуҙары тере дәлил. Заһит Мурсиевтың “Солтанъяр” китабына киләсәктә күп уҡыусылар тарафынан һөйөү яулар, йотлоғоп уҡылырға яҙһын.
Читайте нас: