Бөтә яңылыҡтар

Торатауҙа халыҡ йыйылып, Тик яҡшыға көнөн юраны

Ҡасан йөҙҙән ашыу тирмә торҙо икән Торатау итәгендә. Ул саҡтар булғандыр, һәр хәлдә, Торатау был хаҡта үҙе яҡшы белә. Әммә бына инде күпме ваҡыт был ерҙә рәсми саралар ғәм халыҡты бер майҙанға йыйып ойошторолғаны юҡ ине. Ә был көндө башҡорт рухы, башҡорт тарихы, йолалары менән һуғарылған Торатау йыйыны республика халҡын ғына түгел, Бөтә донъя башҡорттарын үҙ итәгендә, яланында йыйҙы.

А. Нурмөхәмәтов һәм Н. Рәжәпов фотолары.
А. Нурмөхәмәтов һәм Н. Рәжәпов фотолары.
Ҡасан йөҙҙән ашыу тирмә торҙо икән Торатау итәгендә. Ул саҡтар булғандыр, һәр хәлдә, Торатау был хаҡта үҙе яҡшы белә. Әммә бына инде күпме ваҡыт был ерҙә рәсми саралар ғәм халыҡты бер майҙанға йыйып, ойошторолғаны юҡ ине. Ә был көндө башҡорт рухы, башҡорт тарихы, йолалары менән һуғарылған Торатау йыйыны республика халҡын ғына түгел, Бөтә донъя башҡорттарын үҙ итәгендә, яланында йыйҙы.


Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың шәхси сәхи­фәһендәге яҙмала­рында ошондай мәғлүмәт яҙылды: “Торатау йыйыны-2019” статистикаһы: 50 мең тамашасы, 700-ҙән ашыу артист, 100 квадрат метр эк­рандар, 200 кВт музыка һәм телмәр яңғырашы, 12 ла­зер, 20 зенит про­жекторҙары, 200 ҡеүәтле төҫ сағы­лышы. Кем белә, кисерелгән драйв һәм рухты, бигерәк тә уның саманан ашып ки­теүен иҫәпкә алғанда, ниндәй дәүмәлдәрҙә үлсәргә була?”

Ысынлап та, был көндө Торатау итәгендә иҫ китмәле сағыу байрам, тамашалар үтте! Һәр береһе хаҡында тәфсирләп һөйләйек.


“Был – минең тыуған ерем”



Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәби­ровты, Рәсәйҙә йолаға әйләнгәнсә, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Ха­лыҡ йыр-моң менән уртаҡлашты, уны бейергә лә саҡырҙы. Радий Фәрит улы Торатау итәгенә сәскәләр һалды һәм ҡул эше оҫтала­рының күргәҙмә­һенә юлланды. Унда нимәләр генә юҡ: кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр, ағас сувенирҙар, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр. Сармат алтыны рәүешендә эшләнгән һындар күптәрҙең иғ­тибарын йәлеп итте. Бында фотоға төшөүселәр күп булды.


Белеүегеҙсә, республика етәксеһе сы­ғышы менән – Ишембай районы егете. Телмәрендә ул йәнә бер тапҡыр ошо хаҡта әйтеп китте һәм был ер­ҙең уның өсөн ни тиклем ғәзиз икәнен дә аң­латты:


– Был – минең тыуған ерем. Бында аяҡ баҫыу минең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм хөрмәт! Атай-әсәйем ошонда ерләнгән. Торатау – ырыуҙар фекер алышыр, илгә ярҙам кәрәк саҡта берләшер изге урын. Беҙ барыбыҙ ҙа дуҫ, бай һәм бәхетле йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Алға, Башҡортостан!

Ошонда уҡ ул Ишембай районының хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшыр­ҙы. Район етәксеһе Азамат Абдрах­мановҡа төбәккә булған иғтибары өсөн рәхмәтен бел­дерҙе.


Донецк республикаһы етәксеһе Денис Пушилин был байрамға Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса килгән. Ул йылы ҡабул ит­кәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм барыһын да тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамы менән тәбрик­ләне.


Радий Фәрит улы, үҙ сиратында, “Бәй­ләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә был хаҡта бына нимә тип яҙҙы: “Был ҡыйыу егетте, Донбасс халыҡтарының лидерын, мин ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡабул итәм. Ундағы кешеләр ҙә, беҙҙең кеүек, именлектә һәм азатлыҡта йәшәргә теләй һәм беҙҙең милли батырыбыҙ – генерал Шайморатов иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай!”


Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы барышында данлыҡлы ҡаһар­маныбыҙ генерал Шайморатовҡа һәйкәл асыласағы билдәле булды!


Башҡорттарҙың бик боронғо йәшәйеше нисек булған?



“Торатау йыйыны” республика фольклор байрамының иң сағыу тамашаларының береһе “Сармат шоу” йыйынға килгән халыҡтың иғтибарын тарихи легенданы сәхнәләштереүе менән йәлеп итте.


Театрлаштырылған тамаша барышында йырҙар ҙа яңғыраны, бейеүҙәр ҙә әсир итте. Боронғо тарихты һөйләгән ҡы­лыс, һөңгө, ҡалҡан менән һуғыш кү­ре­нештәре, һыбай йөрөүҙәр, батшабикә Заринаның яҙмышы – былар барыһы ла Сармат вариҫтары булған башҡорт­тарҙың бик боронғо йәшәйешен һын­ландырҙы.


Радий Хәбиров “Ылаҡ” милли уйынын ҡунаҡтар менән бергә ҡараны. Бер ҡараһаң, ярыштың шарттары ябай ғына һымаҡ: ваҡ малды ҡулыңа төшө­рөп, уны финишҡа килтереп еткерергә кәрәк. Ярышта Ишембай, Баймаҡ, Бөрйән районы спортсылары ҡат­нашты.


“Мәргән уҡсылар”ҙың сығышы ла йәнле тамашаны тағы ла биҙәп ебәрҙе. Был мәлдә Торатау итәге ҡайнап торҙо: берәүҙәр көрәшә, икенселәр футбол уйнай, өсөнсөләр уҡтан ата, дүр­тенселәр ҡапсыҡ кейеп йүгерә, би­шенселәр көршәк яра, арҡыры, буй бағананы буйлаусылар ҙа табылды... Хәйер, боронғо Торатау итәгендә үҙен милли спортта, милли ярышта һынап ҡарарға теләгән һәр кемгә ярыш майҙаны табылды. Тамашасылар ҙа етәрлек ине!


Байрамдың йәме булған тағы ла бер күренеш – ул да булһа ҡымыҙ­сылар, буҙасыларҙың күп булыуы. Улар эсемлек менән һатыу итеп кенә ҡалманы, яһарға өйрәтеп торҙо. Һалҡынса ғына милли эсемлектәр Торатауға менеп төшкән һәр кемдең һыуһынын ҡандырып ебәрҙе. Йәнә лә шуныһы: шәхсән үҙем иҫерек кенә түгел, бер эскән кешене лә күрмәнем. Был да бит үҙе милли күренеш. Һуңғы һикһән йылда илдә бер байрам да иҫерткес эсемлекһеҙ үтмәй торғайны. Йылтыр шешәләр байрам алдынан уҡ өҫтәлдәргә барып менә ине. Республика етәкселегенең эскелекте тыйы­уы тап бына ошондай сараларҙан баш­ланырға тейешлеге көн кеүек асыҡ.


Майҙанда кескәйҙәр өсөн дә аттракциондар эшләне. Улар ҙа төрлө милли уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала ине.


Ҡайһы яҡта был уйын нисек аталалыр, әммә Торатауҙа йыйылған хал­ыҡты “Шәкәй” уйнарға саҡырҙылар. Төрлө төбәктә ул төрлөсә атап йө­рөтөлә. Мәҫәлән, беҙҙә, Дәүләкән районында, уны “Сәпмәле” тиҙәр: берәү тупты таяҡ менән һелтәй ҙә, икенселәр тотоп алып, урталағыларға атырға тейеш. Халыҡ уйыны яңынан йыйын­дарға әйләнеп ҡайтырға тейеш, тип иҫәпләй сараның координаторы Хәлил Хәмзин.


Торатау итәгендәге концерт про­граммаһының сағыу һәм юғары кимәле хаҡында интернет селтәрендә яҙмалар аша ла тойомларға була. Башҡорт­ос­тандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев менән Асҡар Абдразаҡов башлап ебәргән рухи ҡеүәт заманса мотивтар менән алышынды. Башҡортос­тандың Милли музыка ҡоралдары оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев), “Арғымаҡ”, “Далан”, “Бәхетле”, “Дан”, “Аҡ тирмә” төркөмдәре йырҙарын халыҡ дәррәү алҡыштарға күмде. Һәр сығыш рухи ҡеүәт, милли моң, боронғолоҡ аһәңе менән һуғарылғайны. Ирекһеҙҙән уҙған быуаттың туҡһа­нынсы йылдары иҫкә төштө. Был да юҡҡа булмаған икән: “Каруанһарай” фольклор төркөмө сыҡты сәхнәгә. Был егеттәребеҙ әллә ҡартая ла белмәй ин­де! “Бал боҙолмай, йырсы ҡартай­май” тигәндәре ошолор, күрәһең. “Баш­ҡортостан – гөлбостан”, “Ай-һай, Салауат” йырҙары бик ныҡ һағындырған! Бөгөн этнотөркөмдәр халыҡтың рухын күтәргән кеүек, заманында тап ошо төркөм башҡорттарға рухи ҡеүәт бирҙе, бер ҡорға йыйҙы!


“Дәрүишхан”да кем йырланы?



“Дәрүишхан” төркөмө кире сәхнәгә ҡайта, тигән хәбәр халыҡ араһында тиҙ таралды. Шәхсән һиҫкәнеп китһәм дә, Димде ҡабатларлыҡ кеше бармы ни ул, тип уйланым. Ысынлап та, Дим Мәннәндең профессиональ кимәлен, үҙенсәлекле тауышын бер кем менән дә бутап булмай. Шулай ҙа әгәр Альберт Ғәббәсов кеүек ышаныслы дуҫы, профессиональ музыка сәнғәте ни икәнен аңлаған шәхес был тамашаны сәхнәгә алып сығырға йөрьәт иткән икән, тимәк, бында нимәлер бар, тигән фекергә килдем. 2005 йылда эшләгән әңгәмә лә иҫкә килеп төштө. Унда “һуңғы йылдарҙа юлдарығыҙ айырылhа ла, бергә йырларға теләгегеҙ юҡ инеме”, тигән һорауға Альберт былай тигәйне: “Эйе, төрлө фекерҙәр булды. Әммә беҙ үҙебеҙ ҙә аңламайынса барыhын эшләнек, ижад иттек. Шуны әйткем килә, ҡабат Дим кеүек көслө рок вокалсы булмаясаҡ. Уның ысын ир-егеттәр тауышы тәбиғәттән килә ине. Бергә сығыш яһарға теләк бар ине. Бөгөнгө Рәсәй эстрадаhын ҡа­рағыҙ. Элекке төркөмдәр йылдар үткәс, сәхнәлә осраша, тамашасы алдына сыға. Беҙҙең дә ҡартайғас, балалар үҫкәс, сәхнәгә сығырға тигән хыял бар ине. Яҙмағандыр инде, күрәhең, тор­мошҡа ашманы ул уй...”


Әммә төркөм яңынан терелеп, тап Торатау йыйынында сәхнәгә сыҡты. Кемдер ҡушылып йырлай, икенселәр бейей, минең хәлдән килмәне: күҙҙән йәштәр түгелде генә... Дим беҙҙең арала кеүек булды. Сәхнәгә ҡараһам, ул түгел, әйләнеп баҫһам, ул төҫлө. Ысынлап та, Ринат Зарипов, үҙе әйткәнсә, күрәһең, “Дәрүишхан”дың ижадына үтә лә ныҡ ғашиҡ булғандыр. Саранан һуң тиҙ генә һөйләшеп, беҙ уның менән әңгәмә лә ҡороп алдыҡ.


Лазершоу йыйынға килгән халыҡҡа бик оҡшаны. Һауаны ярып әле аҡбуҙат сапты, әле бөркөт ҡағынды, әле күбәләктәр осто! Изге Торатау был көндө лә, төндә лә башҡорт теле, телмәре, йыры моңона сорналды. Рухи берләшеүгә алып килһен был ғәмәл!


Радий ХӘБИРОВ:


“Был минең тыуған ерем. Бында аяҡ баҫыу минең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм хөрмәт! Атай-әсәйем ошонда ерләнгән. Торатау – ырыуҙар фекер алышыр, илгә ярҙам кәрәк саҡта берләшер изге урын. Беҙ ба­рыбыҙ ҙа дуҫ, бай һәм бәхетле йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәк­мен. Алға, Башҡортостан!”


Радий ХӘБИРОВ:


“Был ҡыйыу егетте, Донбасс ха­лыҡ­тарының лидерын, мин ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡабул итәм. Ундағы кешеләр ҙә, беҙҙең кеүек, именлектә һәм азатлыҡта йәшәргә теләй һәм беҙҙең милли батырыбыҙ – генерал Шайморатов иҫ­тәлеген ҡәҙерләп һаҡлай!”
Читайте нас: