Бөтә яңылыҡтар

“Йырҙарын яратып тыңлап үҫтем!..”

“Дәрүишхан”дың яңы солисы Ринат Зариповҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Ул ашығып Бөрйәнгә әсәһенең 60 йәшлек юбилейына ҡайтып бара ине. Шулай ҙа әңгәмәләшергә ваҡыт тапты. Был егет менән аралашыу теләге шул кистә үк тыуғайны, сөнки ул тауышы менән беҙҙе үткәндәргә алып ҡайтты. Бер миҙгелгә генә булһа ла, хыял донъяһына сумырға мәжбүр итте.

“Дәрүишхан”дың яңы солисы Ринат Зариповҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Ул ашығып Бөрйәнгә әсәһенең 60 йәшлек юбилейына ҡайтып бара ине. Шулай ҙа әңгәмәләшергә ваҡыт тапты. Был егет менән аралашыу теләге шул кистә үк тыуғайны, сөнки ул тауышы менән беҙҙе үткәндәргә алып ҡайтты. Бер миҙгелгә генә булһа ла, хыял донъяһына сумырға мәжбүр итте.
– Ринат, ҡасан беренсе тапҡыр ишеттең “Дәрүиш­хан”ды?
– Беҙ ни бала саҡта уларҙы, “Аҡйондоҙ”ҙо, “Аманат”ты тың­лап үҫтек. “Дәрүишхан” – ул минең бала сағым күре­не­ше, бер өлөшө.
– Һиңә әле нисә йәш улайһа?
– Ни бары утыҙ ике! (көлә – авт.)
– Бына миңә һине беҙҙең баҫманың журналисы Айгөл әйтә: “Уҙған быуат аҙағында билдәле булған “Шау-шоу” төркөмө солисы ине!” – тип.
– Эйе, беҙ шунда йырлай башлағайныҡ. Һәр беребеҙҙең үҙ шөғөлө булды. Унда ла мин йырлай инем. Ғөмүмән, беҙ дүртебеҙ ҙә йыр­ланыҡ.
– Дим һымаҡ итеп йыр­ла­уыңды беренсе тапҡыр ишет­кәс, нисек ҡабул итте­ләр?
– Электән һәйбәт ҡабул итә торғайнылар. Шуға Альберт ағай менән осраштыҡ та, төркөмдө яңынан сығарырға булдыҡ. Уның да “Дәр­үиш­хан”дың йырҙарын яңынан сәхнәгә алып сығыу теләге булған. Бына ошо рәүешле беҙ бергә эшләй башланыҡ.
– 2005 йылда баҫылған бер әңгәмәлә Альберт, ысын­лап та, Димдең йыр­ҙарын яңынан та­машасыға сығарырға теләүе, йылдар уҙғас, яңынан бергә сәхнәлә йырларға ниәтләүе тура­һында әйтә. Әммә теләк тор­мошҡа ашманы, тип үкенес белдерә...
– 2019 йылда беҙҙең берҙәм теләк тормошҡа ашты бына. Миңә ҡалһа, ҡыҙыҡ­һынып ҡабул иттеләр.
– Аранан киткән кешенең йырҙарын йырларға ҡурҡ­ма­ныңмы? Ниндәйҙер уртаҡ энергетик тулҡынға юлы­ғыр­мын ти­мәнеңме?
– Мин ундай нәмәгә әллә ни әһәмиәт бирмәйем. Мин дә, Дим ағай кеүек, Аллаға ышанам. Барыһы ла яҡшы булыр.
Сәнғәттә ундай хәлдәр күп бит ул. Йырсы, музыкант, берәй музыка ҡоралында уйнаусы аранан китһә, уның урынына икенсе кешене алалар. Төркөмдәр артабан да эш­ләргә теләй бит инде. Ғөмүмән, мин сығыш яһа­ғанда, Альберт ағай ҙа йырлай бит. Моғайын, шул да сығышта­рыбыҙҙы элекке “Дәрүишхан”ға оҡшаш итәлер.
– Эшләргә теләүе аңла­шыла, әммә һинең бит тауы­шың оҡшаған. Мин сәхнәгә ҡарайым – һин то­раһың, әй­ләнәм – Дим йырлаған кеүек. Бына ошо рәүешле берәй ту­ғыҙ әйләнгән­мен­дер, күҙ­ҙән йәш­тәр аҡты ғына. Уның ни сәбәптән ҡойолғанын аңлатып та булманы: Димде лә һағындырған, һинең тере тауышыңда уның ауазын ишетергә теләү ҙә бар ине.
– Тембр бар тиҙәр, шул. Күптәр тауышты оҡшата. Бәл­ки, уның йырҙарын тыңлап, яратып тыңлап, шулай йырлап кителгәндер.
– Димде күргәнең булдымы? Концертына барғаның бар инеме?
– Әлбиттә, күргәнем дә булды, концертына ла барҙым. Сығыштарын да күп ҡараным. Үҙемде белә-белгәндән мин уны тыңлай торғайным.
– Киләсәктә һеҙ яңы йыр­ҙар ижад итергә уйлай­һығыҙ, аңла­уымса?
– Яңы йырҙар бар. Яҙырға теләк ҙур. Репетициялар бар­шында уларҙы ла файҙалана башланыҡ. Киләсәктә яңы концерт бирербеҙ, тигән уй ҙа бар. Альберт ағайҙың элекке яҙған әҫәр­ҙәрен дә, яңыларын да баш­ҡарасаҡбыҙ.
– Ҡайҙа уҡының?
– Мин Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамланым. Бәләкәйҙән бе­йеүгә йөрөнөм, музыка мәк­тәбендә уҡыным. Көйҙәр яҙып ҡараған бар.
Читайте нас: