Бөгөн Дәүләкән ҡалаһы эргәһендәге һабантуй майҙанында Мең ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйылды.
Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күтәрелгән, республика етәксеһе әйткән фекерҙәргә ҡолаҡ һалырға саҡырҙы. Башҡорт теле, ере мәсьәләләре башҡорт халҡының үҙенә бәйле.
Ҫарайлы мең һәм Ҫыбы мең башҡорттарын Мең ырыуы эштәренә йәлеп итеү мөһим, уларҙың башҡорт халҡының бер өлөшө икәнен оноторға ярамай.
Ҡәнзәфәр бей вариҫтары бөгөнгө заманда башҡорт халҡы алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне.
Дискуссия майҙансыҡтарында ғалимдар Фәнил Фәйзуллин, Марс Юлдашев сығыш яһаны.