Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың Бәләбәй районында тыуған сыуаш яҙыусыһы Динә Гаврилованың яңы китаптарының исем туйы бара.
Сараны яҙыусы әҙәби яңылыҡтары менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙе. Осрашыу заманса яңы форматта барҙы. Әҙибә тәүҙә яңы әҫәренең бер өлөшөнөң аудио вариантын тыңлатты.
Динә Гаврилова яҙыу менән шөғөлләнеү бергә, әҙәби агенты уның ижадын пропагандалау эшен алып бара.
Сараға уның ижадын яратыусылар, яҙыусылар килде.