Ошо көндәрҙә Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында шағирә Флүзә Әхмәҙиеваның хәтер кисәһе уҙҙы.
Сараға уның туғандары, класташтары, курсташтары, әхирәттәре һәм ауыл халҡы йыйылғайны. Күркәм кисәне шағирәнең әүҙем ауылдаштарының береһе Рәмзиә Шаһиева ойошторған.
Осрашыу бик йылы үтте, матур хәтирәләр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Мәктәп балалары ла, ололар ҙа Флүзә апайҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Флүзә Әхмәҙиева – балҡып янған һәм кинәт һүнгән йондоҙ. Кисәлә күренеүенсә, уның нуры һаман да күңелдәрҙе йылыта. Шағирәнең ҡасандыр тупланған, әммә оҙаҡ йылдар үткәс кенә донъя күргән йыйынтығына баш һүҙҙе бөйөк Рәми Ғарипов яҙған, йәш авторҙы өлгөрөп еткән шағирә тип атаған.
...Ғүмере үтә иртә өҙөлгән шағирәнең шиғырҙары, йырҙары яңғыраны, рухы балҡыны был көндә.