Ринат Камал. Инде егерме йыллап уның менән аралашып йәшәйбеҙ. Өфөгә килеүемә лә шул саҡлы. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире академик Ғайса Хөсәйеновтың саҡырыуы буйынса журналда әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булып эшләй башланым. Шунда Ринат Камал үҙенең “Башҡорт мадонналары” исемле шәлкемен алып килде. Үҙенсәлекле әйбер ине ул, әҙәби әҫәр түгел, ун башҡорт әҙибәһенең ижади портреты.
Шунда бер нәмә аптыратып, һиҫкәндереп ҡуйҙы. Ринат мине, йәғни үҙенең замандаш ҡәләмдәшен, “Юл башлаусы” тип атаған. Ҡыҙыҡ. Киткәндәрҙе бөйөк тип атарға бәндә ҡыйынһынмай ул, ә бына коллегаһын... “Һы, был әҙәмдә тарһыныу тойғоһо бөтөнләй юҡ, ахыры”, – тип уйлап та ҡуйғайным. Диҡҡәт менән уҡып сыҡтым һәм баҫмаға тәҡдим иттем.
Шунан һуң уның “Оҙонтал” исемле тәүге романы (2001) донъя күрҙе. Унда колхоз ҡоролошо, совет осороноң һуңғы йылдары һүрәтләнә. Дөрөҫөрәге, борон-борондан Әпшән ауылында ике нәҫел дошманлашып йәшәй: Дәүләтхан – Ибрай, Миңдехан – Хәким, Әхмәтхан – Фазлетдин. Бары дүртенсе быуын вәкилдәре – Ғилемхан менән Нурания ғына, ата-әсә нәфрәтенә ҡарамай, был ҡәһәрле сылбырҙы өҙөргә – үҙ-ара ҡауышырға йөрьәт итә.
Эйе, Рәйес Түләк билдәләүенсә, ике тирмән ташы ҡапма-ҡаршы ышҡылмайынса сюжет барлыҡҡа килмәй, йәғни әҫәр ысын мәғәнәһендә әҫәр булмай. Өҫтәйем, үҙенсәлекле, ҡеүәтле характерҙар Әхмәтхан менән Фазлетдин, шунан Рәшиҙә, тәнәйе Әнүәр үҙ-ара бәрелешмәйенсә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тыумай, ә көслө ваҡиғаһыҙ мауыҡтырғыс сюжет та юҡ.
2002 йылда баҫылған “Сабыр йән” романында ла шул уҡ хәл: ил ағаһы Сабирйән, күренекле ғалимә Гөлфирә Гәрәева яҙғанса, үҙендә халҡының иң матур сифаттарын туплаған зат – ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй, улының кеше үлтереүен ишеткәс тә, дәрәжәһен һаҡлап ҡала, хатта үҙе инде үлем түшәгендә ятҡанда ла, үҙен трактор арбаһы менән бәрҙерткән күршеһе Мәликтең исемен атамай, шулай уҡ мәңге ғәйбәт һатҡан туғаны Латифа һүҙенә ҡарап ауылдаштары менән дә йәмһеҙләшмәй, бары сабырлыҡ һаҡлай, – шулай ул ауылының, ҡороноң именлеген, тормоштоң һәүетемсә ағышын тәьмин итә. Уның түҙемлегенән, сабырлығынан хатта ҡотһоҙ был тормош та йәмләнеп киткәндәй...
Бынан һуң, 2004 йылда баҫылған “Әлфирә” романы хаҡында матбуғатта һүҙ әйткәйнем инде. Әлфирә ише характер уҡыусыны һәүетемсә тормоштан, ғәҙәтилектән айыра, бер утҡа һала, бер һыуға төшөрә. Уның ярһыуҙары, әкәмәт хәлдәргә ҡалыуҙары, гүйә, тимерҙе утта ҡыҙҙырыу һымаҡ: яҙыусы ҡуйған был хәл-әхүәлдәрҙә ул сыныға, йәғни ҡоросҡа әйләнә. Йәш ҡатындың ярһыуҙарын, бер яҡтан икенсе яҡҡа бәргеләнеүҙәрен Шолоховтың “Тымыҡ Дон”ындағы Аксиньяның тулғыныуҙарына сағыштырғайным – ана, үҙенсәлекле характер ваҡиғаларҙы ҡайһылай ҡуйыртып ебәрә, уның оло улының тормошон ҡайһылай итеп үҙгәртә!
Шулай итеп, Ринат Камал күҙ алдыбыҙҙа романсы булараҡ танылды. Йыл һайын тиерлек яңы әҫәр яҙа ул.
Уның әҫәрҙәре исемлеген уҡып сығыу ғына ла байтаҡ ваҡытты ала, әҙип нисек быларҙы яҙып өлгөрҙө икән, тип уйлайһың, уларҙы уҡып бөтөргә лә диҡҡәт етмәҫ төҫлө. Ә, самалап ҡараһаң, инде романсының йәше лә бара, күп эш башҡарылған, был ни бары оҙаҡ йыйылып килгәндән һуң (47 йәштән һуң – прозаиктар шулай һуң өлгөрә), бары быуаның йырылып китеүе генә бит (бөгөн уға 65 йәш). Ни бары егерме йылға яҡын ғүмер эсендә атҡарылған хеҙмәт. Эйе, хеҙмәт. Мин Ринат Камалдың ижадын хеҙмәт тип атайым. Ул ысын мәғәнәһендә әҙәбиәтебеҙ хаҡына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә. Емешле ижад. Бында әле уның егерменән ашыу повесын, үҙенең замандаш яҙыусыларға арналған йөҙ иллеләп ижади портретын һанаманым. Иҫ киткес егәрлелек! Афарин, Ринат, тиергә генә ҡала.
Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ошондай хеҙмәттәр күрһәткән ижадсыны лайыҡлы баһалайбыҙмы? Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән олуғ исемгә лайыҡ бит инде ул. Халыҡта дәү эштең ашы ла оло була тигән әйтем бар бит әле.
...Минең өсөн, мәҫәлән, Ринат Камал – замандаш, ҡәләмдәш. Уның ижади портретын күҙ алдына килтерә ҡалһаҡ, егерменән ашыу әҫәр авторы, әүҙем публицист, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына өлгәшкән яҙыусы. Портрет – хәтәр! Ижад ҡомары, һәләт – Күктәгенән.
Ринаттың китаптары, Аллаһҡа шөкөр, байтаҡ. Темалары ла төрлөсә. Тотош заманды өйрәнергә була, уларҙы уҡып. Уҡыусы иһә китапты үҙенең интеллектуаль кимәленә, зауығына, хатта, әйтер инем, кәйефенә ҡарап һайлай. Был юҫыҡтан ҡарағанда ла Камалдың әҫәрҙәре күптәр күңеленә хуш. Һәр хәлдә, ҡәләмдәшемә артабан да ижади табыштар, ғаиләһенә именлек, сәләмәтлек теләйем.