Бөтә яңылыҡтар

“Ҡош юлы” десанты – “Йәйләү"ҙә!

Республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡәрҙәш төбәктәрҙән йыйылған башҡорт балаларына ғәм, рух, моң, һөйөү менән һуғарылған концерт тамашаһы бүләк итте “Ҡош юлы”.

Автор фотоһы.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡәрҙәш төбәктәрҙән йыйылған башҡорт балаларына ғәм, рух, моң, һөйөү менән һуғарылған концерт тамашаһы бүләк итте “Ҡош юлы”.


Үҙҙәренең йыр телдәрендә әйткәндә, Миңзәлә Яхина барыһы менән дә ҡушылып башҡортса йырлаһа, тимер ҡалыпҡа кейҙермәүҙең ниндәй ҙә текә булғанын аңлатһа, Салауат рухына мәҙхиә арҡылы дәртләндерһә, Тимур Ямалов һәр ваҡыттағыса ҡоштар һананы, тәүге ямғырҙа йырҙар яҙҙы, фәрештәләргә өндәште. Резана Вәлиева үҙенең скрипка моңо менән әсир итте, ә тамаша Айгөл Йәмилеваның шиғырҙары менән үрелеп барҙы.


Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. “Йәйләү”ҙәр ҙә “Ҡош юлы” ағзаларына ырыу-ырыу булып иҫ киткес бейеүҙәр, тетрәндергес йырҙар бүләк итте. Миңзәлә Яхина: “Беҙ балаларҙы рухландырырға килһәк, киреһенсә, үҙебеҙ уларҙан рухланып ҡайтып китәбеҙ!” – тине.


Саранан һуң әйҙәүселәр кемеһе баян, кемеһе гитара, кемеһе ҡурай, кемеһе барабан менән иҫ киткес сығыштар күрһәтте, Өфө ҡунаҡтарын ҡурай, бейеү менән ҡаршы алһа, йыр-моң менән ҡапҡа төбөнәсә оҙата килде.


“Ҡош юлы” башҡорт бард хәрәкәте күптән йәштәр араһында үҙенсәлекле брендҡа әүерелгән. Ул быйыл һигеҙенсе тапҡыр гитарала уйнап йырлаусыларҙы, йәш шағирҙарҙы һәм саф һауала ял итергә яратыусыларҙы, башҡорт мәҙәниәтен, шиғриәтен үҙ итеүселәрҙе йыя. Фестиваль 12-14 июль Ишембай районының Аҙнай яланында үтәсәк.