Йәшәйеште йөрәгең менән тойоу, уның бар нескәлектәрен күңел ҡылдары аша үткәреү хас шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ижадына. Ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәтен ихласлыҡ, бер ҡатлы эске кисерештәр донъяһы аша асып һалған шағирәләрҙең береһе ул.
Тап шулай тип өндәште ул үҙенең тәүге китабында. Уйлап ҡараһаң, асып бөтөрлөкмө ни кеше күңелендәге тойғо-кисерештәрҙе, иңләп буйларлыҡмы ни ҡанатлы уйҙарҙы?! Шағирәнең ҡулына ҡәләм алыуы ла осраҡлы түгелдер.
Еңел булып ҡалмаҫмы, тим,
Түгелһен – моңға әйләнһен,
Лирик героиня һүҙ сәнғәте аша үҙенең күңелен генә имләмәй, ә уҡыусылар күңеленә лә юл табырға тырыша, ләкин шиғыр ул уҡыусыға күңел бушатырға теләүҙән генә түгел, ә йәшәйештең ҡатмарлы һорауҙарына яуап биреү ихтыяжынан да тыуа.
Тап ошо мәлдә кемдеңдер яҙмышы хәл ителә, секунд һайын кемдер ниндәйҙер хәл иткес аҙым эшләй. Дөрөҫ юлмы, әллә яңылышмы? Кешенең маңлайына яҙылған тәҡдирме, әллә үҙе һыҙған яҙмышмы? Бына ошо һорауҙар һулҡылдап тора Ғәлиә Кәлимуллина шиғырҙарында. Эйе, ысынлап та, яҙмыштың пульсы ишетелгәндәй.... Донъяны үҙгәртергә лә теләмәй лирик героиня: нисек бар, шулай ҡабул итә, ләкин үҙ хәленә күнеп, баш эйеп, һоро тормошто һайлай торған заттарҙан да түгел ул.
Хәлгенәмә инде күндем, тиһәм,
Ошо түбәнлектән биҙрәп китәм.
Был хәлдәргә ни хәл түҙәйем һуң,
Ергә әллә төшмәҫкәме бүтән?
“Сәхнәләрҙә – булмыштарым бүтән” шиғыры кисерештәр драматизмына ҡоролған. Яҙмыш нисек кенә һынамаһын, сер бирмәй, әрнеүҙәрҙе йотоп, эстән генә иңрәп, тормоштоң көйөнә бейергә төшә лирик героиня.
Күтәрҙем дә тамуҡ-йәһәннәмде.
Әйләнһә, тим, шунда ер баштүбән,
Аңлар инегеҙ ҙә хәлгенәмде.
Әрнеүҙәрҙе йотоп, сәхнәләрҙә
Йылмайыуҙар өсөн – баһа бүтән.
Баһаларҙан төшмәҫ өсөн түбән,
Ҡанатлылар донъяһына китәм...
Сәхнәләрҙә – булмыштарым бүтән...
Юҡ, быны һис тә ваҡиғалар ағышына яраҡлашыу, битлек кейеү тип аңларға кәрәкмәйҙер. Был – үҙ-үҙеңде еңеү, хатта көрәш.
Ни өсөн донъяла күңелде әрнеткән яманлыҡҡа урын бар һуң? “Күңелемә инеп, берәү”, “Әйтә инегеҙ ҙә”, “Ай, арыным” кеүек шиғырҙарында йәмғиәттәге рухһыҙлыҡ, көнсөллөк, мәкерлек мөхитенә риторик алымдар аша протест белдерә ул.
Улай түгел дә бит асылыбыҙ!
(Япһарырға әлдә замана бар,
Ошо заңдан өҫтөн ҡайһыныбыҙ?!)
Ғәлиә Кәлимуллинаның шиғырҙары лирик сюжеттың эске драматизмы менән иҫтә ҡала. Уның әҫәрҙәренең геройы үҙен уратып алған йәшәйештә алтын урталыҡты эҙләй. Бармы һуң ул? Был тиклем ҡаршылыҡтарҙы күрһәтер өсөн һүҙҙәр ҙә табылмаҫ, был тиклем тойғо-кисерештәргә хатта шиғырҙың “нервы”лары ла түҙмәҫ кеүек. Бына “Ҡабат тыуһам” әҫәре. Шиғыр тыныс ҡына өндәшеү менән башланған кеүек булһа ла, тәүге юлдарҙа уҡ эске көсөргәнеш һиҙелә:
Китәһеңме? Ярай. Үкенес юҡ.
Белеп китәһең бит һөйөү барын.
Һөйөү бит ул – йырға әйләндереү
Үҙең кеүек бер-берәүҙең зарын.
Артабан ул бергә яҙылған һөйөү йыры хаҡында һүҙ алып бара, бер бөтөн булған бәхетле саҡтарҙы иҫләй... Лирик героиня – донъяның гүзәллегенә, сафлығына ғашиҡ ҡатын. Матурлыҡты, Мөхәббәтте нескә тойған һәм кисергән йән ошо илаһи донъяның ҡыйралыуын, һөйөү гармонияһының юғалыу сәбәптәрен ер ваҡлыҡтарына артыҡ иғтибар итеүҙә күрә:
Күктәр инселәгән йыр ине ул,
Тоя инем ҡанаттарым менән.
Ер ғәмәлдәренә яҡынайғас,
Биҙҙеме Күк шуға һинән, минән?..
Йырҙарымдан әгәр ҡан һарҡыһа,
Үпкәләмә. Ҡаурыйҙарҙы йыуам.
Ризаһыңмы? Яҡты донъяларға
Йырҙы ялғар өсөн ҡабат тыуһам?
Йән яраһын ошо метафорик-символик юлдарҙан да сағыуыраҡ итеп тағы нисек аңлатырға һәм тасуирларға мөмкин икән?
Шағирәнең лирик геройы Күк һәм Ер араһында гармонияны табырға ынтыла. Уйлап ҡараһаң, улар икеһе лә кеше күңеле менән айырылғыһыҙ бәйләнештә бит. Кешенең тәне – Ерҙән, рухы – Күктән. Бәлки, ошо бәйләнеште тойоу, уны аңларлыҡ кимәлгә етеү Бәхеттең үҙелер? “Алдатманы йондоҙ” шиғырында бына нимә ти шағирә:
Алдатманы бәхет. Ҡәҙерҙәрен
Белер өсөн, Раббым, бир сабырлыҡ.
Көс тә кәрәк – түбәң күктә килеш,
Табандарың ерҙә ҡалырлыҡ...
Бында күңел үтә күренмәле...
Шулай ҙа шағирәнең иң яратып ҡулланған һүҙе – ул “Күк”! “Ҡояш итеп”, “Йыһан йыры”, “Талпынырға ла көсөм юҡ”, “Күңелем – шар” кеүек шиғырҙарында ошо юғары киңлек менән бәйле ҡояш, ҡанат, йондоҙ, ай, офоҡ, һауа кеүек метафоралар йыш ҡулланыла. Күк – сикһеҙлек, хыял иле ул... Ә аҫта – бөтөнләй икенсе киңлек. Унда ваҡ хәстәрҙәр, үлсәнгән хистәр, башҡа ғәмдәр...
Янғындарҙа нисә үрһәләндем,
Йәнем йәнә күктәр тип олғашты.
Ҡулдарыма үр(е)леп алғым килә
Бынау ғына торған ҡояшты.
Дауам итергәме был юлды тигән бик ҡатмарлы һорау алдында туҡтала лирик героиня, сөнки ҡояш юллау еңел түгел – үҙ-үҙеңде күрәләтә ғазап уттарына һалыуға бәрәбәр. Икеләнеүҙәр, ғажиз өҙгөләнеүҙәр кисерештәрҙе тағы ла тәрәнәйтә:
Үҙ ҡануны Йыһан ғазабының:
Эңер баҙрай, баш осонда – Ҡояш...
Буй ҙа етер һымаҡ, ҡурҡыныс та...
Тыйылалмаһам ошо ярһыуҙарҙан,
Нисек түҙер икән йөрәк-ҡыуыш?..
“Йыһан ғазабы” тигән был шиғырҙа лирик героиняның ярһыу уйланыуҙары ғына түгел, йәшәйештең парадоксаль яҡтары ла асыла.
Ғөмүмән, Ғәлиә Кәлимуллина шиғырҙарының үҙәгендә – сафлыҡ, мөхәббәт ерлеге, унда хыянатҡа, яһалмалыҡҡа, үскә һәм яуызлыҡҡа урын юҡ. Күктәр моңон һәм юғарылығын йөрәге менән тойған шағирәнең донъяһында – яҡтылыҡ, мәңгелек яҙ, ҡояш һәм саф тамсылар...
Нимә һуң ул бәхет? Ғәлиә Кәлимуллинаның башланғыс осор ижадында йышыраҡ бәхетте эҙләү мотивтары урын ала – йәшлек ярһыуҙары менән бәхеттең бөтөнлөгөнә һоҡланған, уның барлығына ышанған саҡтар ҙа (“Бәхет бар ул!”), күк ҡабағы асылырҙай мәлдәрҙе, миҙгелдәрҙең буталышҡандарын хәйерлегә юрауҙар ҙа (“Берсә ямғыр, берсә ҡар бураны”), билдәһеҙлектә аҙашыуҙар ҙа (“Һинән яҙғас”, “Нишләр инек?”), яңғыҙлыҡтан ҡурҡыуҙар ҙа (“Уйҙар утрауында”, “Ҡоштары ла быйыл иртә китте”, “Һалҡынлыҡтан күңел биҙрәп бөткән”) бар.
Һуңыраҡ тормош лирик геройға йәшәйештең ҡатмарлы мәлдәрендә үҙ-үҙеңде, үҙ асылыңды табыу бурысын ҡуя. Йыш ҡына һайлау алдында тора ул: ҡанатлы мәлдәрҙе һағынып өҙгөләнеүҙәр ҙә, бер төрлө һиллектәргә күнеүҙәр ҙә... Шуға ла был осорҙа парадоксаль фекерҙәр йыш яңғырай Ғәлиә Кәлимуллина ижадында: “Йүгәнле лә килеш тышаулы мин: // Мин – хакимә, йәнә мин – тотҡон”; “Ҡанатһыҙ килеш баһалап, // Ҡарайымсы ғүмер хаҡын”; “Йөрәк туланымы – аҡыл кешнәй”; “Һөйөү тигәндәрең бер тәхеттә // Батшалыҡ һәм ҡоллоҡ ҡатыш икән”...
Ғәлиә Кәлимуллинаның ижады идея-тематик йөкмәткеһе яғынан да, поэтик ҡоролошо йәһәтенән дә йылдан-йыл баҙыҡлана бара. Үҙе әйтеүенсә, “...хәҙер үҙем дә, тамашасыларым да, офоҡтарым да, үҙ-үҙемә ҡуйған талаптарым да бүтән. Ҡул сапһындар өсөн генә яҙмайым. Шағирлыҡтың асылы – әйтер һүҙең булыу, күргән-кисергәнеңде, тойғандарыңды һөйләп биреү түгел, ә үҙеңсә генә итеп һүрәтләй белеү”. Һүҙ ҙә юҡ, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләргә мөрәжәғәт итеүе, поэтик образлылығы менән айырылып торған шиғырҙары – быға асыҡ миҫал.