Әлеге мәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеше” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” башланды.
Унда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителгән резолюция һәм уны халыҡҡа еткереү тураһында һүҙ барҙы.
Шулай уҡ “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы барышын, уны киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу хаҡында фекер алышынды.
Ҡоролтай ҡарамағындағы комиссия етәкселәре эш барышын нисек күҙаллауҙары тураһында һөйләне.