Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт аҫабалығы – милләттең рухи, матди сәләмәтлеге

Беҙ өйрәнгән тарих китаптарында милләтебеҙ ғорур, яугир башҡорт, азатлығы, ере, дине өсөн бихисап ҡорбан биргән халыҡ тип һүрәтләнә. Рәсәйгә башҡорттар Волганан Тоболға, Каманан Яйыҡҡа хәтле ер биләгән ҡеүәтле Аҫаба ил булып, үҙ теләге менән килеп ҡушыла. Башҡорт халҡы бөгөн 40-тан ашыу ырыуҙы үҙ эсенә ала.

Фото: bashmusic.net
Фото: bashmusic.net
Беҙ өйрәнгән тарих китаптарында милләтебеҙ ғорур, яугир башҡорт, азатлығы, ере, дине өсөн бихисап ҡорбан биргән халыҡ тип һүрәтләнә. Рәсәйгә башҡорттар Волганан Тоболға, Каманан Яйыҡҡа хәтле ер биләгән ҡеүәтле Аҫаба ил булып, үҙ теләге менән килеп ҡушыла. Башҡорт халҡы бөгөн 40-тан ашыу ырыуҙы үҙ эсенә ала.


Ҡануни төшөнсәләр



Археология, мифология, этногено­ми­ка фәндәренең һуңғы йылдарҙағы асыштары Көньяҡ Уралдың, ошо төбәктең автохтон халҡы – боронғо башҡорттоң кешелек цивилизацияһына индергән өлөшөнөң күпкә тосораҡ икәнен иҫ­батланы. Башҡорттарҙың индо-иран, уғыр эҙҙәре Урал тауҙарында хазиналай һаҡлана һәм, әлбиттә, киләсәктә лә табыласаҡ.
Рәсәйгә 462 йыл элек ҡушылған Аҫаба илдең бөгөнгө вариҫтарының хәле нисек? Бөтә кешелек башҡорт менән ҡыҙыҡ­һынғанда, үҙебеҙҙең тарихты беләбеҙме, кем икәнебеҙҙе иҫләйбеҙме, киләсәкте нисегерәк күрәбеҙ? Башҡорт аҫаба­лығының асылына, милләтте туплауҙа, үҫтереүҙә, һаҡлауҙа тотҡан урынына иғтибар итһәң, уның крепостной Рәсәй шарттарында дәүләт төҙөгән уникаль көс булып тороуын асаһың.
Башҡорт аҫабалығына хас ҡануни төшөнсәләрҙең иң мөһимдәре минеңсә ошолар:
1. Борондан, Сыңғыҙ хан хакимлығына ҡәҙәр үк, башҡортта ер, һыу, тау-урман дөйөм ырыу милке булып тора. Тәбиғи байлыҡҡа шәхси хужа юҡ.
2. Күк илаһы Тәңрегә табыныу, уның ерҙәге вәкилдәре сәсәндәр, әүлиәләр, ишандарға ышаныу һәм ололау.
3. Ырыуҙарҙың, ҙурлығына ҡарамай, дөйөм ил йыйындарында бер үк хоҡуҡҡа эйә булыуы.
4. Аҫаба илдең азатлығын, ерен-һыуын, динен күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлау – һәр ырыуҙың мәжбүри бурысы.
5. Борондан ырыу бейенең, Рәсәйгә ҡушылғас олоҫ старшинаһының вариҫҡа күскән дәрәжәһе; үҙ-ара мөнәсәбәттә шәхси сифаттарға, ырыу мәнфәғәтенең өҫтөнлөгөнә ҡоролған көнкүреш тәртибе.
6. Тәңренең, түрәнең, һүҙҙең, намыҫ­тың, ырыу алдында торған бурыстың ҡаҡшамаҫ, үҙгәрмәҫ абруйы.
7. Аҫаба һаулығын һаҡлаған ҡанба­балар, имселәр, киләсәкте тойған юраусылар, ғаилә нигеҙен ҡорған димселәр, яусылар. Башҡорттоң көндәлек тормошта берҙәмлеккә һәм ғәҙеллеккә таяныуы.
Өҫтән генә һаналған ҡануни төшөн­сәләр ҙә башҡорт аҫабалығының рухи һәм матди сәләмәтлеген, уның көс-ҡеүәтен күрһәтеп тора. Ошоға һәр йыйын ҡарарының, фармандың, түрә һүҙенең һис шикһеҙ үтәлеүен өҫтәһәң, батша Рәсәйендә башҡорттоң ҡеүәтле милләт булыуына шик ҡалмай.


“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ”



Быуаттар буйына иҙелеүҙән ҡасҡан замандаштарын һыйындырған, Себер, Урта Азия халыҡтарын колонизация афәтенән ҡурсалаған, 200 йыл ирек яулап баш күтәргән башҡорт бөгөнгө көндә үҙенең аҫабалыҡ сифаттарын нисегерәк тергеҙергә тейеш һуң:
1. Бөтә кешелек башҡортто иң боронғо халыҡтарҙың береһе тип танығанда, ихтирам иткәндә, был таныуҙы аҡыл, белем, байлыҡ, берҙәмлек менән нығытырға кә­рәк. Ниңә әле беҙҙең этногенетика өлкә­һен­дә эшләгән ғалимдарыбыҙға баш­ҡортта киң таралған R1b гаплогруп­паһының ҡайҙалыр Үҙәк Азияла түгел, ә Көньяҡ Уралда Шүлгәнташта яралғанын иҫбатламаҫҡа, килер быуындарға мәң­гелек мираҫ ҡалдырмаҫҡа?!
2. Өс быуат үҙ ерҙәрен ҡуртымға биреп яһаҡ түләткән башҡортҡа бөгөнгө шарт­тарҙа һатыуға тауар етештереү, түләүле хеҙмәт күрһәтеү кеүек һөнәрҙәрҙе тиҙ арала үҙләштереү кәрәк. Сикһеҙ Себер буйлап ҡамғаҡ һымаҡ тәгәрләгәнсе, хәләл тиреңде ғәзиз ереңә түгер ваҡыт етте. Республикаға ҙур инвестициялар йәлеп ителә.

Башҡорттоң ҡурайына, йыр-мо­ңона ғына түгел, ә ҡулай, матур, ыҡсым, мәғәнәле кейеменә, һаулыҡҡа ифрат файҙалы аш-һыуына мохтаж бөгөн яһалмалыҡтан интеккән кешелек.
3. Ерен, динен, азатлығын яҡлап баш күтәргән башҡорт өсөн иң ҡаты, хурлыҡлы яза булып көсләп араҡы эсереү һаналған. Һуңғы 100 йыл тирәһендә генә эсергә өйрәнгән милләттәштәребеҙҙең ҡайһы бе­реһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, ошо ағыуҙың ҡолона әйләнде. Был афәткә ҡаршы өҫтән көрәш асылды, көрәшкәндәргә яр­ҙам ҡулы һуҙыла, тимәк, бөтәбеҙ ҙә был изге эштә ҡатнашырға тейеш.
4. Фән, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ, ида­ра итеү, тәртип һаҡлау өлкәһендә үҙ урынын тапҡан милли интеллигенция вә­килдәре үҙ халҡының көсөнә ышанырға, уның бөгөнгө хәлен өйрәнергә һәм еңе­ләйтергә, киләсәген хәстәрләргә бурыс­лы. Билдәле ғалим, аҡыл эйәһе Олег Чернэ былтыр беҙҙең республикаға килде. Уның әйтеүенсә, башҡортлоҡ мил­ләт түгел, ә яҡтылыҡ, Башҡортостан – аҙашҡан кешелекте дөрөҫ юлға сы­ғарыусы төбәк­тәрҙең береһе, һәм бында яңы этнос формалаша. Был һүҙҙәргә ышанғы, яңы этнос йөҙөндә башҡортто күрге килә.
5. Ниһайәт, Башҡортостандың иң юғары трибунаһынан күп милләтле республика халҡына “Беҙ яҡшыраҡ бул­дырабыҙ!” тигән күптән көтөлгән һүҙҙәр яңғыраны. Тимәк, кем милләте, рес­публикаһы өсөн эшләргә әҙер – уларҙың юлында йәшел ут тоҡанды.
Читайте нас: