Ҡаса-боҫа ай самаһы ваҡыт ағылды. Ул арала Рәмзилдең яраһы бөтәшә башланы. Килеп ҡараған һайын, Юныс ағай ҡыуана, шулай булмай ни, эшенең һөҙөмтәһе күренеп тора лаһа!
– Йәш һөйәк үҙенекен итә инде, тиҙ бөтәшә. Былай икән, һаулыҡ ҡайта һиңә, егет. Ҡулыңдың яртыһын юғалтһаң да, сәләмәтлегең һаҡланһын!
Арҡаһынан һөйөп үк ҡуя яҡшы күңелле табип.
– Төҙәлеүен-төҙәләм дә бит, артабан нишләрмен һуң? – тип күңелһеҙләнде Рәмзил.
– Уныһы хафаға һала-һалыуын, алдан уҡ баш эймәйек әле, берәй яйы сығыр, – һаҡал һелкә Юныс ағай. – Тирә-яҡтан һалдат улдарын эҙләп килеп тә сыҡҡылайҙар, шуларҙың ҡолағына төшөрөрбөҙ.
Айсет үҙенекен тәҡрарлай:
– Хат яҙып ебәрербеҙ, уңайлы ваҡыт килеп сыҡҡас. Миндә һөйгән ҡыҙыңдың адресы бар бит.
Йөҙө төҫһөҙләнде Рәмзилдең.
– Рәмзиләгә яҙа күрмә инде, һылыу, сулаҡ кеше ниңә кәрәк уға, – тип һыҙланды, хат яҙыуға ҡырҡа ҡаршы килеп.
– Ҡуй, юҡты һөйләмә, балаҡай, уйнап һындырғанһыңмы ни һин, яу касафаты был. Аҡыллы ҡыҙ икән, ҡосағынан да ысҡындырмаҫҡа тейеш, – Зөләйхан апай үҙенең ҡарашын шулай аңлатты.
– Алдан күрәҙәләмәйек, ҡайтып китергә иртә әле, бар яҡта боевиктар бик күп йыйылған, – тип аҡыл һалды табип ағай. – Яңынан һуғыш булыр инде, йә, Раббым!
– Терелеп киләм тип иркенләмә, тентеп йөрөмәһәләр ҙә, көнөнә бер нисә тапҡыр ауылды ҡыҙырып үтә боевиктар, – Айсет һағайып ҡуйҙы шулай. – Бер кемгә бер ҡайҙа китергә рөхсәт юҡ.
Иркенлеккә сығырға иртә ине әле Рәмзилгә, һаман һәндерә башында һаламға эйәләшкән сысҡан шикелле ята бирҙе. Бигерәк изгелекле инде Айсет, көнөнә өс-дүрт мәртәбә хәл белешеп ала. Бер килгәндә һорай ҡуйҙы Рәмзил.
– Минең кейемдәрем ҡайҙа икән ул?
– Кейем тиер урыны ҡалдымы ни, киҫкеләнеп бөттө. Ҡалғанын, боевиктарҙан ҡурҡып, иҫке ҡойоға ташланым.
– Һәләк иттең, һылыуҡай, ай, һәләк иттең!
– Әлбиттә. Минең һалдат булыуыма кем ышанһын хәҙер.
– Һин ниндәй һалдат, ҡулһыҙ көйөнә. Тыуған яғыңа шылыу яғын ҡарарға кәрәк һиңә. Әсәйем шулай ти.
– Документтарым бар ине бит кеҫәһендә.
– Үәт быныһын ҡарап тормағанбыҙ инде, шәп-шәп эләктерҙем дә ырғыттым бөтә кейемеңде, – тип ғәйепле һананы үҙен Айсет.
– Документһыҙ бынан аҙым да атлай алмайым, хәҙер эләктерерҙәр. Урыҫы, чечены өсөн дә мин шикле кеше.
– Улайға ҡалһа, киҫеп ташланған ҡулыңды алырһың, һаҡланым мин уны, күрһәтәйемме?
Айсет китеп юғалды, хәтһеҙ ваҡыттан яңынан килеп менде.
– Бына ул, – тип аҡ төргәкте сисә башланы, – бер ни булмаған.
Рәмзил үҙенең ҡулына аҡылын юйып ҡараны: күм-күк, бармаҡтары тырпайып ҡатҡан. Ниндәй етеҙ итеп гармун телдәренә баҫҡан бармаҡтар, әҫәрләнеп, Рәмзиләһен тәү тапҡыр ҡосаҡлаған ҡул!.. Уйнаған да, яҙған да, ҡосаҡлаған да ошо уң ҡул ине бит...
– Йәшер яңынан, – тине Рәмзил, илар сиккә етеп, – уны кемгә күрһәтәйем мин: паспорт та, хәрби билет та түгел.
– Танытма. Һинең һуғышта булған танытмаң ул, – Айсет барыбер үҙенекен туҡыны.
– Танытма, танытма... Арҡаға аҫып йөрөргәме хәҙер үҙеңде танытыу өсөн.
– Мин былай ғына, аптырағандан...
Көндәр тыныс түгел, бына-бына буталыш ҡубырға торғандай. Әленән-әле һауаны вертолеттар ярып үтә. Өйөрөлә-өйөрөлә лә кире осалар. Рәмзилгә сер түгел уларҙың бар тирәне байҡауҙары, разведка үткәрәләр, тимәк. Самолеттар ҙа шом һала, хәҙер-хәҙер үлемесле бомба ырғытыр төҫлө. Хәйер, артыҡ иғтибар ҙа итмәй быға Рәмзил: күнегеп бөткән был тауышҡа ул.
Бер мәл Айсет өтәләнеп килеп менде һәндерәгә.
– Бына вертолеттар ҡағыҙ яуҙырып китте, уҡып ҡара әле?
Был өндәмә ҡағыҙҙары ине. Ауылды ташлап сығырға ҡушҡандар халыҡҡа. Аңлашыла, бомбаға тотоу башланасаҡ. Бында боевиктар йыйылғанын белеп ҡалғандар.
– Нишләйһегеҙ һуң? – тине Рәмзил, ҡыҙҙың күҙенә ҡарап.
– Белмәйем. Боевиктар сыҡмаҫҡа ҡуша. Кисә кис тағы өйҙән-өйгә йөрөнөләр. Ҡайһы берәүҙәрҙе үҙҙәре менән алып киттеләр. Хазбикә апай ҙа эләкте шулар араһына. Ике ут араһындабыҙ хәҙер.
Ашығып-ашығып, ауыл хәлен һөйләне Айсет, үҙе өҙлөкһөҙ танау тартып мышҡылдай.
– Әсәйең ниндәй ҡарарға килде? Һиҙҙермәй генә китһәгеҙ, хәйерлерәк булыр, минеңсә, – тип кәңәш ҡылды һалдат.
– Минең өсөн ҡайғыраһы түгел, үҙ яҙмышым – үҙемә.
– И-и, Хоҙай аралаһын инде берүк! – тине лә, илап, муйынына аҫылынды ҡыҙ Рәмзилдең.
– Илама, һеңлем, чечен ҡатын-ҡыҙҙары көслө рухлы ул!
– Хәҙер һеңлеме инде мин, яғымлы итеп һылыу ти инең.
– Барыбер. Икеһе лә яғымлы.
– Иҫән ҡалһаҡ, мин һиңә хат яҙырмын, Рәмзил.
– Яҙырһың, мотлаҡ. Мин һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырмын, Зөләйхан, Хазбикә апайҙы ла, Юныс табипты ла. Һин эйәртеп алып килерһең, йәме, һылыуым.
Рәмзил асыҡ итеп йылмайҙы, Айсеттең дә һөйкөмлө йөҙө балҡыны.
– Донъялар тынысланғас, – тип өҫтәне һалдат, – ҡасан да бер туҡтар был ҡәһәрле һуғыш, гел дауам итмәҫ!
– Барырбыҙ ҡунаҡҡа, тыуған илеңде күрербеҙ, һөйгән ҡыҙың менән танышырбыҙ, вәғәҙәңде онотма! – тип хәйләкәр генә күҙ ҡыҫты ҡыҙ.
– Ант! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ!
Иртәгеһен гөрһөндөләр уятты Рәмзилде. Бесәнгә күмелеп, донъяһын онотоп йоҡлаған, гонаһ шомлоғо. Ҡолаҡ ярырлыҡ шартлауға бер килке баҙап ҡалды. Бында ятыу мәғәнәһеҙлек хәҙер. Тейен етеҙлегендә һикереп торҙо, аҙбар ҡыйығының ватыҡ шиферына күҙен терәне. Бынан урамдың бер өлөшө күренә. Урамда ығы-зығы, халыҡ абына-һөрөнә йүгерешә, ҡайһы берәүҙәре әйбер йөкмәгән. Гөрҫ-гөрҫ, бомбалар, снарядтар яуа. Кәбәндәй ут өйөрмәһе күтәрелә, унан да бейегерәк саң-туҙан ҡуба. Яман шартлау ерҙе һелкетә.
Бына бер вертолет ауыл өҫтөн әйләнеп үтте, ике яҡҡа бер нисә снаряд осто, ут һыҙыҡтары ғына күренеп ҡалды. Ҡолаҡ тондорғос шартлау бәреүенән һауа тулҡындары дауыл һымаҡ уйнаны, Рәмзил йәшенеп ятҡан аҙбар ҡыйығын да һелкетте. Йыраҡ та түгел, ялҡынланып ниҙер яна башланы. Берәү, икәү... ана тегендәрәк тә ялҡын ҡабына... Урамда бөтөнләй буталыш китте. Ошо минутта Зөләйхан апай ҙа атлығып сыҡты. Артынан – Айсет. Ҡыҙ бер секундҡа ғына туҡталып, аҙбар яғына күҙ һалды, был яҡҡа һикереп, эре-эре аҙымдар яһаны.
– Рәмзил, ҡас, бәлки, иҫән ҡалырһың!.. Беҙ киттек!..
Әсә менән ҡыҙҙы күҙ менән оҙатты ул, тау буйынараҡ һыйынған арғы урамғаса.
– Эх, юҡҡа тау буйына киттеләр, боевиктар ҙа шунда йомоласаҡ бит, тимәк, бомба, снарядтар яуыуын көт тә тор, – тип үҙ алдына һөйләнде һалдат егет.
Рәмзилгә лә ҡайҙалыр олағырға, боҫорға кәрәк. Һауаны дерелдәтеп, вертолет, самолет осоштары йышайғандан-йышая. Был өйҙө лә бомба теткеләп ташламаҫ тип уйлама, күҙ асып йомғансы таштары ғына һибелер... Нишләргә? Ҡайһы яҡҡа? Анау ҙур булмаған әрәмәлеккә.
Ике-өс йөҙ метр үтеүе булды, бомба ярылыуына әйләнеп ҡараһа, үҙе йәшеренеп ятҡан аҙбар янғанын күрҙе.
Рәмзил йән-фарман әрәмәлеккә ҡарай осто. Баш осонда вертолет өйөрөлдө, ғәләмәт дәү иңкеш кеүек. Хәҙер пулеметтан тондора бит был, боҫор урын да осрамай, хәйерһеҙ. Бер ҡойроғоңа баҫһа, ҡотолоу юҡ вертолет пулеметынан, тау тишегенә сумғанда ла эләктерер.
Әрәмәлеккә барып та инде, ҡыуаҡ төбөнә ауҙы егет. Бер аҙ тын алды ла, эскәрәк үтмәксе булды. Баҡһаң, бында ла кемдәрҙер бар, шытырлатып ҡыуаҡ яралар.
Ҡайҙалыр, йыраҡ та түгел, йәш бала илай, сабый ғыналыр, ярһыуына ҡарағанда. Рәмзил кеше күрмәҫлек ҡуйы сытырлыҡ араһында урын тапты.
Иртән авиация күберәк тау тирәһен шаңғылдатты. Рәмзил, һалдат кеше ни, аңлай: боевиктарҙы эҙәрлекләйҙәр. Автоматсылар, пулеметсылар был тирәгә лә тыныслыҡ бирмәй – һыпырып ҡына тора. Ауыл янында танктар ажғыра. Шулай ҙа кисәге кеүек үк түгел, баш осонан әжәл ҡылысы ситкәрәк тайпылған һымаҡ.
Бына бер мәл автоматсы һалдаттар ошо әрәмәлекте тарай башланы. Уратып, теҙелешеп, һәр ҡыуаҡты тикшерергә тотондолар. Шунда өркөп ятҡан кешеләрҙе табалар ҙа бер урынға йыялар. Тауыштарынан да ишетә, ҡыуаҡты яра биреп ҡарап та күрә Рәмзил: былар, әлбиттә, МВД һалдаттары, халыҡҡа ярҙам итмәкселәр.
Рәмзил ятҡан ҡыуаҡҡа ла яҡынлашты бер төркөм.
– Ҡарағыҙ әйләндерел, япраҡ аҫтына ла сумырға мөмкин ул хәйләкәрҙәр, – тип һөйләнде командиры.
Ярып инделәр, берәүһе Рәмзилде күреп ҡыуанды сикһеҙ.
– Таптыҡ тағы бер мужикты!
Елкәһенән ҡармап торғоҙҙо Рәмзилде һалдат.
– Ҡаптың, егет, сыҡ өңөңдән!
Рәмзилгә тыңламай ни ҡылһын, аңларҙар, һөйләшер, кемлеген белдерер.
– Мин – Рәсәй һалдаты, – тине Рәмзил алдарына баҫҡас.
Бына шарҡылдап көлә былар.
– Оҡшап тораһың шул. Йолҡош.
– Яраланып ҡалдым үткән бәрелештә.
– Яраланыуың бәхәсһеҙ, бандит. Беҙҙең тылға инеп, диверсия алып барғанһыңдыр, шунда эләккәндер ҡулың шартлауға. Ундай хәлдәр йыш була чечендар яғынан, – тип екеренә башланы офицер.
Рәмзилдең бәхәсе оҡшаманы быларға.
– Етер, телеңде сарлама, бытбылдыҡтай быт-быт килеп, кем икәнеңде хәҙер әйтеп бирерһең. Марш, ана, ауылдаштарың янына.
Рәмзилде лә халыҡ өйкөмө араһына килтереп тыҡтылар. Әлеге шул ҡатын-ҡыҙ ҙа, бала-саға, бер нисә олоғайған ир. Егет килеп баҫҡас, ҡайһылары, ҡырын ҡарап, шикләнеп, икенсе ергәрәк күсте.
Һалдаттар халыҡты, мал көтөүе шикелле ҡыуып, һуғыш үткән йүнәлешкә алып китте. Ер өҫтө аҡтарылып бөткән. Ҡайҙа баҡма – үлек кәүҙәләр ята, хәтәр барған бит һуғыш, ай-һай! Халыҡ ҡанһыраған, яртылаш өҙгөләнгән, көйрәгән ҡорбандарға ҡарай ҙа үкһей башлай. Китте шау-шыу бер мәлде: кемдәрҙер, бәлки, яҡындарын танынымы, бөтәһе бергә илай халыҡ, ҡысҡырып, ярһып. Тыйырлыҡ әмәл юҡ, һалдаттар шарт-шорт һауаға атып ҡына баҫтыра алды был буталышты.
Бынан да, тегенән дә халыҡ төркөмдәрен алып килеүҙәр күренә. Ҡайҙа ҡыуалар һуң? Рәмзил үҙен яңылыш эләктереүҙәрен кемгә, нисек аңлатыр? Былар менән һөйләшеүҙең файҙаһы юҡ, тыңларға ла теләмәйҙәр, күп тәтелдәгәндәрҙең телен тиҙ тешләтәләр.
Бер Рәмзил генә түгел, ҡайҙа алып барыуҙары башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра икән. Ҡарап тороуға олпат, үҙен бик дәрәжәле тотҡан чечен ҡарты ныҡыша башланы:
– Мин ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, һорашырға, белешергә хаҡым бар: ҡайҙа ҡыуаһығыҙ беҙҙе?
Офицер ҙа йомшарҙы, бындай кешенең һорауын ҡәнәғәтләндермәй ҡалырға ярамағанын аңланы, ул халыҡ исеменән һорай.
– Һеҙҙе ҡайғыртабыҙ, хөрмәтле аҡһаҡал, КП-ла тикшереү үткәрәбеҙ ҙә ваҡытлыса йәшәү лагерына оҙатабыҙ. Ауылығыҙҙа йәшәү мөмкинлеге ҡалманы бит инде, бандиттар тынғы бирмәҫ үҙегеҙгә.
Был яуап Рәмзилдә лә йылы бер сатҡы уятты. КП-ла үҙенең кемлеген аңлата алырына өмөтләнде ул.
КП алдында туп-тулы халыҡ. Алда Рәмзилгә лә таныш йөҙ сағылып ҡалды: Айсет түгелме? Ул бит!
Айсет тә күрҙе, буғай, Рәмзилде. Халыҡ араһынан, һиҙҙермәй генә, яҡынлаша уның янына. Килеп тә етте, үкһеп тә ебәрҙе.
– Әсәйем һәләк булды... Йорттарына снаряд төшөп, Юныс табип та утта үртәлеп үлгән...
Егеттең күкрәгенә башын терәп илай Айсет.
– Үкһеҙ ҡалдым хәҙер бер үҙем, – тип бышылданы ҡыҙ.
Егет, йыуатып, уның сөм-ҡара сәстәренән һыйпай. Иренен ҡымтыған Рәмзил әйтер һүҙ таба алмай. Нимә тиһен инде, үҙе лә саҡ тыйылып тора. Күҙ алдына ҙур һаҡаллы табип, асыҡ сырайлы Зөләйхан апай килеп баҫты. Бына нисек ҡырыла бит бер ғәйепһеҙ кешеләр...
Ваҡ-ваҡ төркөмдәр менән кешеләрҙе КП аша үткәрә башланылар. Һорашалар, тентейҙәр, әйберҙәрен тикшерәләр, исемлеккә яҙалар. Ҡайһы төркөм менән үтеү мөһим түгел, шуға ла Айсет Рәмзилдән ҡалманы.
КП-ла Рәмзил үҙенең һалдат икәнен иҫбатларға тотондо. Ышанманы быға берәү ҙә. Үҙенең батальонын да әйтеп ҡарай, командирының фамилияһын да.
– Ҡайҙа һуң кейемең, документың?
Шул минутта Айсет алғараҡ сыҡты. Нисек булғанын таснатып аңлата тегеләргә.
Офицерҙың берәүһе иғтибарлыраҡ тыңланы.
– Ысынлап та, яртылаш ҡулы юҡ бит бының. Ул әйткән батальондың бик ауыр һуғыш үткәреүе лә хаҡ. Ана теге район үҙәгендә, – тип йәнәшәһендәгенә төшөндөрә.
– Ошо ҡыҙ дауаланымы ни? – тине икенсеһе, күпмелер икеләнеп.
– Әсәһе менән икәүләп үлемдән ҡурсаланы мине, Юныс исемле табип, Хазбикә тигән шәфҡәт туташы дауаланы.
Хәл уның файҙаһына ыңғайлана барыуын һиҙенеп, Рәмзил ҡыйыулана төштө, үҙенең кемлеген йәнә лә бер аңлатты.
Тиҙ генә ышандырырһың быларҙы, ныҡышыуың менән.
– Ҡайҙа ул табип менән шәфҡәт туташы, бындамы әсәһе был ҡыҙҙың? – ти һаман төпсөнөп офицер.
Үкһеп иларға тотондо Айсет.
Шул саҡ контроль пункт алдындағы төркөмдән берәү ҡысҡырып ебәрҙе, һөйләшеүҙе ишеткәндер, күрәһең.
– Ул беҙҙең ауыл ҡыҙы, Айсет исемле. Һәләк булған шул әсәһе... Зөләйхан.
– Был егет кем була, танышмы? – тип өндәште төркөмдәге ҡатынға.
– Уны белмәйбеҙ, күргән кеше түгел. Беҙҙең менән ҡыуаҡлыҡтан алып сыҡтылар.
Рәмзил үҙенең ҡайһы частан икәнен яңынан иҫкәртте.
– Ышанмаһағыҙ, тикшереп ҡарағыҙ, – тип тә өҫтәне.
Бышыр-бышыр кәңәшләштеләр ҙә, Айсеттең исем-фамилияһын теркәп ҡуйҙылар.
– Бар, ана, тегеләр янына, – тип ҡыҙҙың арҡаһынан этәрҙе берәүһе.
Айсет, артына ҡайырыла-ҡайырыла, алға атланы.
– Хуш бул, Рәмзил, мин хат яҙырмын әле. – Ҡыҙ туҡтап ҡул болғаны.
(Дауамы. Башы 72-се, 75-се, 78-се һандарҙа).