Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Сибай ҡала филармонияһында янғын сығып, бина тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡайны.
“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, бөгөн бында ғәйәт ҙур төҙөлөш бара. Ошо көндәрҙә республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Рәмзил Күсәрбаев менән мәҙәниәт министры урынбаҫары Айгөл Хәсәнова Сибайҙа булып, эш барышы менән яҡындан танышты.
Архитектураһы яғынан Сибай филармонияһы бик үҙенсәлекле. Шуға күрә лә бинаның тышҡы йөҙөн шул килеш ҡалдырырға ҡарар ителде. Әле бында һикһәнгә яҡын кеше эшкә йәлеп ителгән. Заманса реконструкцияланған бина йыл башында сафҡа инергә тейеш. Ҡала халҡы филармонияның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.