"Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленең еңеүселәре билдәле булды.
Бына улар – шиғриәт бәйгеһендә гран-при яулаған Айһылыу Дауытова һәм гитарала уйнап йырлаусылар бәйгеһендә шулай уҡ төп бүләкте алған Нәғим Шәрипов!
Айһылыу "был еңеүем көтөлмәгән яңылыҡ булды" тиһә, Нәғим үҙенең уңыш яуларына шикләнмәгән.
Йәштәрҙе оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! "Ҡош юлы" һеҙгә лә ҡанат ҡуйһын!