V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары араһында йәштәрҙең байтаҡ булыуы күҙгә ташланды. Шуларҙың береһе – Бөйөк Британиянан Ҡоролтайға делегат булып килгән Айбулат Йәнтүрин. Беҙ уны “Торатау” конгресс-холында Стәрлетамаҡ егеттәре менән ҡыҙыу фекер алышҡан мәлендә тап иттек. “Егеттәрҙе проекттар эшләү ҡыҙыҡһындыра, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында кәңәшләшәбеҙ. Тәүәккәллек күрһәтһәләр, мин ярҙам итергә әҙер”, – ти Айбулат.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән 29 йәшлек егеттең сит төбәктәрҙә, тиңдәр араһында тиң булып, һыр бирмәй белем алып, беҙҙең өсөн ятыраҡ тойолған һөнәргә тотоноуы ихтирам тойғоһо уята.
– Тәүҙә Мәскәүҙә Н. Бауман исемендәге дәүләт техник университетында уҡыным. “Инженер бизнесы” тигән мауыҡтырғыс, перспективалы факультетты тамамланым. Аҙаҡ магистратурала уҡыуымды дауам иттем, республика стипендия түләне. Бына туғыҙ йыл инде Бөйөк Британияла инвестиция туплау, IT программаларҙы үҙләштереү менән шөғөлләнәм, – тине яҡташыбыҙ.
Ауыл, район мөхитенән сыҡҡан балаларҙың инглиз телен һыу кеүек эсеүе, ошо телдә белем алыуы, имтихан биреүе, иркен аралашыуы башҡаларға ла өлгө булырлыҡ күренеш, әлбиттә. Айбулат инглиз теле буйынса белемен тәүҙә Баймаҡ мәктәбендә, аҙаҡ республика гимназияһында, Мәскәү университетында нығыта, хәҙер инде теләһә кемде “һатып” ебәрерлек.
– Сибайҙа йәшәгән атай-әсәйең хаҡлы ялда. “Улым, етер һиңә сит-ят ерҙә йөрөргә, ҡайт Баймаҡҡа, өйләнергә ваҡыт”, – тип йөҙәтмәйҙәрме һуң?
– Әйтергә хаҡтары бар. Тик күңелдәре менән минең яҡлы икәнлектәрен тоям, ер-һыу күреп, яңы һөнәрҙәр үҙләштереүемә, тәжрибә туплауыма ҡаршы түгелдәр. Барыһын да ваҡыт күрһәтер.
Бөйөк Британияла ике йөҙ кешене туплаған “Заман” ассоциацияһы бар. Беҙ, Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтар, ошонда аралашып, кәңәшләшеп, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк унда татарҙар ғына ине, хәҙер башҡорттар ҙа ойошмаға берләшә башланы. Үҙебеҙҙең республиканы ситтә лә танытыу, донъяға билдәле шәхестәребеҙ менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың социаль-иҡтисади хәле, мәҙәни үҫеше байлығын бөтә тулылығында күрһәтергә тырышыу эҙһеҙ ҡалмаҫ, Рәсәй һәм донъя йәмәғәтселеге алдында Башҡортостандың абруйын күтәрер тип өмөтләнәбеҙ.
– Оло йыйындан ниндәй уй-фекерҙәр тейәп ҡайтаһың?
– Эшлекле лә, тантаналы ла, сағыу сараларға бай ҙа булды йыйын. Халыҡтың күптән көткән теләге, ниһайәт, ҡабул булды: милләтен бөтә йөрәктән һөйгән, уның бәхете өсөн үҙен фиҙа иткән батыр шағир Шәйехзада Бабич Башҡортостанға мөһабәт һәйкәл булып ҡайтты. Ҡоролтайҙа ҡатнашырға, тәҡдимдәре менән уртаҡлашырға килергә теләүселәр “Заман” ассоциацияһында күп булыуға ҡарамаҫтан, бәхет ҡошо был юлы минең иңгә ҡунды. Рәхмәт саҡырыуығыҙға, мин бик бәхетле бөгөн.