Бөтә яңылыҡтар

Ноғман Мусиндың тыуған көнө ҡасан?

Башҡорт әҙәбиәтендә мәңгелек урманын тыуҙырған әҙипкә олуғ ижады өсөн рәхмәт әйтәбеҙ! Иҫән-һау, сәләмәт булығыҙ, Ноғман ағай!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды бөгөн бөтәһе лә тыуған көнө менән ҡотлай. Рәсми документтарҙа ул, ысынлап та, тап бөгөн үҙенең 88 йәшен билдәләй.
Беҙ уға барып ингәндә лә өҫтәлдә сәскәләр гөлләмәһе тора ине. Ҡыҙы Гөлшат атаһын кискеһен байрам табынына саҡырҙы.
Ысынында иһә яҙыусы 1930 йылдың 12 июнендә Ишембай районының Сауҡатау яланында тыуған. Был хаҡта мәғлүмәтте атаһы Ҡөрьән ситендә теркәп ҡуйған.
90-сы йәшенә аяҡ баҫҡан мәшһүр яҙыусыны ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтендә мәңгелек урманын тыуҙырған әҙипкә олуғ ижады өсөн рәхмәт әйтәбеҙ! Иҫән-һау, сәләмәт булығыҙ, Ноғман ағай! Башҡорт прозаһында 12 томын сығарған әҙәбиәтебеҙ күренеше һеҙ!
Читайте нас: