Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты базаһында башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренең дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡыусылары өсөн “Телемдең ете мөғжизәһе” исемле этномәҙәни лагерь ойошторолдо. Был лагерь республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына ойошторолдо, унда Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләренән 30 бала ял итте. Улар белем дә алды, һөнәрҙәргә лә өйрәнде. Иң мөһиме – башҡортса аралаштылар, яңы дуҫтар таптылар.
Алдыбыҙға шундай бурыстар билдәләгәйнек: Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы туған телгә өйрәтеү, һөйөү тәрбиәләү, баланың тәбиғи һәләтен асыу маҡсатында туған тел мөхите булдырыу, һәр яҡлап үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, сәйәхәттәргә алып сығыу, музыка ҡоралдарында уйнарға, бейергә, туған телдә йырҙар башҡарырға өйрәтеү, халҡыбыҙ тарихын, йолаларын, милли уйындарын, күренекле шәхестәрҙең тормош юлын өйрәнеү һәм башҡалар.
Был лагерҙа, өлкән тәрбиәселәрҙән тыш, 10-сы класс уҡыусылары ирекмән булып эшләне. Шулар араһынан башҡорт теленән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған Гөлсәсәк Шәрипова минән: “Рифат Риф улы, ә бындай проектты тормошҡа ашырыу идеяһы һеҙҙә нисек һәм ҡасан тыуҙы?” – тип һорағайны.
– Туған тел аша балалар үҙ халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын һеңдерә. Бөйөк рус педагогы Константин Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш”, – тигән. Ә бының өсөн үҙ телеңде белеү, аңлау кәрәк. Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре туған телдәренән ниндәйҙер кимәлдә мәхрүм ҡалды. Шуға ла бындай проектты тормошҡа ашырыу көн талабы булып тора, – тип яуап ҡайтарҙым.
Тәүге көн “Дуҫлыҡ теле” девизы менән үтте. Иртәнге аштан һуң беҙ Ишембай районының Аҙнай ауылына сәйәхәт ҡылдыҡ. Мәсеткә инеп доға ҡылдыҡ, Илнур Марат улы Ғиниәтуллиндың вәғәздәрен тыңлап, изге эшебеҙгә фатиха алдыҡ, артабан “Ыласын” өңөнә күтәрелдек. Тауҙан төшкәс, балалар төрлө уйындар уйнаны, тәү башлап уҡтан атыу күнекмәләрен алды. Кисен уларҙы дәртле башҡорт дискотекаһы көтә ине.
Икенсе көн девизы – “Бөйөк тел”. Был көн дә онотолмаҫ ваҡиғаларға бай булды. Гимназия артистарының көсө менән ойошторолған матур концерттан һуң Көҙәнгә – Ә. Вәлиди исемендәге музейға юлландыҡ. Музей директоры Илдус Шәйәхмәтов Зәки Вәлидиҙең тормошо менән яҡындан таныштырҙы, мәшһүр шәхесебеҙҙең Башҡортостандың азатлығы өсөн көрәш юлындағы ролен, сит яҡтарҙа йәшәп тә, рухы һынмауын, күренекле ғалим булып, үҙ исемен генә түгел, ә башҡорт халҡын донъя киңлектәрендә танытыуын билдәләне. Артабан данлы Маҡар төбәгенә юлландыҡ. Маҡар төбәге – Вәлидиҙең арҡаҙашы Ҡарамышевтар ауылы ул. Был ауылда “Салауат Юлаев” фильмы төшөрөлгән мәмерйә лә бар. Мәмерйәне күреп, милли геройыбыҙ Салауатыбыҙ менән осрашҡандай булдыҡ.
Өсөнсө көн – “Ҡурай теле”. Ошолай тип аталһа ла, бергәләшеп ҡумыҙҙа өйрәндек. Өфөнән килеп еткән виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тәүҙә бер сәғәткә яҡын оҫталыҡ класы күрһәтте, аҙаҡ төркөмләп уйнарға өйрәндек. Шул уҡ ваҡытта “Берғамыт” бейеү ансамбле етәксеһе Артур Мөхәмәтйәнов ҡыҙҙарға бейеү һалды. Беҙҙең лагерға килгән БЮТ журналистары башҡорт теле дәрестәрен төшөрҙө, Һиндостандан килгән ҡунаҡтар менән осрашты, уҡ атыу ярышын күҙәтте, уҡыусылар менән әңгәмәләште.
Төштән һуң барыбыҙ ҙа халҡыбыҙҙың изге тауы Торатауға йүнәлдек. Тау тураһында экскурсовод һөйләгәндәрҙе балалар иғтибар менән тыңланы. Тау башында, бәлки, тәү тапҡырҙыр, ҡумыҙ моңдары яңғыраны.
Дүртенсе көн – “Сәсән теле”. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы тыуған төйәккә – Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Иҫ китмәле тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, меңәр йылдар ағып ятҡан йылғанан ауыҙ итеп, Уралдай көс-ғәйрәт алдыҡ. Йырланыҡ, бейенек, Башҡортостан тауҙарына, урмандарына хайран ҡалдыҡ.
Бишенсе көн – “Нурлы тел”. Шүлгәнташтан арып ҡайтҡан уҡыусылар иртән көскә торҙо, шулай ҙа ҙур теләк менән башҡорт теле дәресен уҡыны, вокал, ҡумыҙ түңәрәктәрендә шөғөлләнде. Төштән һуң “Беренсе Республика” фильмын ҡаранылар, бассейнда һыу инделәр. Киске аштан һуң башҡорт казагы Дәүләтсурин Дамир ағай үҙенең казактары менән рубка (ҡылыс менән эш) буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Балалар, ысын ҡылыс тотоп, төрлө хәрәкәттәр яһаны, тал сыбыҡтарында сапты. Иң мөһиме: балаларҙа ихласлыҡ артты, улар башҡортса һөйләшә башланы.
Алтынсы көн – “Моңло тел”. Бер төркөм йыр түңәрәгендә шөғөлләнде, икенселәр шиғыр яҙҙы, һүҙ байлығын арттырҙы. Шулай уҡ ҡыҙҙар түшелдерек эшләне. Төштән һуң күмәкләшеп Ишембай буйлап экскурсияға сыҡтылар: Башҡорт нефтен асыусылар һәйкәлендә, Еңеү паркында, Афған һуғышында вафат булған яугирҙәр обелискы янында, Геройҙар аллеяһында булды. Ағиҙел яры буйына төшөп, футбол, волейбол уйнанылар. Кис тоҙло шахтала һаулыҡтарын нығыттылар. Ә иртәгә һуңғы көн...
Етенсе көн – “Туған телем – башҡорт теле”. Был көн балалар һабантуйы менән иҫтә ҡалды. Ниндәй генә уйын уйнаманылар! Йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр, ярыштылар... Балалар араһында шул тиклем тығыҙ, йылы мөнәсәбәт урынлашты, хатта улар ирекмән ҡыҙҙарҙы ебәрмәй бер булды.
Һуңғы көндә матур, эстәлекле концерт ҡуйҙыҡ. Ҡыҙҙар үҙҙәре эшләгән түшелдеректәрҙе кейеп алды, күмәкләшеп ҡумыҙҙа уйнаны, “Тыуған яҡ”, “Һүрәттәр” йырын йырланы, “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарҙы. Балалар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны.
Был көн балаларҙың күҙҙәренән осҡондар сәсрәп тора ине, улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын шундай иҫ киткес ихласлыҡ менән башҡарҙы, оялыу, баҫалҡылыҡ юҡҡа сыҡты, әйтерһең дә, улар күптән бында йәшәй, тик диалект ҡына үҙен һиҙҙереп ала ине. Теләктәр теләп, балаларға китаптар, бүләктәр таратылды.