Бөтә яңылыҡтар

Рухи байлыҡты кемдәр һаҡлай?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы ағзалары осрашып, эш планы хаҡында фекер алышты. Унда һүҙ башҡорт халҡының матди булмаған хазиналарын донъя кимәлендә танытыу, төбәктәр менән эш, республика райондарында уҙғарыласаҡ саралар тураһында барҙы.Әйткәндәй, комиссияның кураторы – Башҡортос­тандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, ә рәйесе – Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы ағзалары осрашып, эш планы хаҡында фекер алышты. Унда һүҙ башҡорт халҡының матди булмаған хазиналарын донъя кимәлендә танытыу, төбәктәр менән эш, республика райондарында уҙғарыласаҡ саралар тураһында барҙы.

Әйткәндәй, комиссияның кураторы – Башҡортос­тандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, ә рәйесе – Тәнзилә Үлмәҫбаева.


Күптән өлгөргән мәсьәләләр бар



Ултырышта милли баты­ры­быҙ, шағир С. Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу уңайынан Салауат районында ойошторо­ласаҡ әҫәрҙәрен яттан һөйләү кон­курсы хаҡында ла һүҙ барҙы. Алдағы айҙарға, тығыҙ эш графи­гына ярашлы, төбәктәрҙә халыҡ менән осрашыуҙар ҙа ҡаралды.
Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт са­ралары комиссияһының эше башҡорт халҡының рухи байлы­ғын һаҡлау, уны заман шарттарына ярашлы халыҡ-ара кимәл­дә пропагандалауға бәйле. Тап шундай ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡының донъя ки­мәлендәге паспорты. Халыҡтың тап ошо ерҙә – Уралда барлыҡҡа килеүе, халыҡ булып ойошоуы, бөйөк әҫәрҙең башҡорт телендә һаҡланыуы, сәсәндәр аша бө­гөнгә тиклем килеп етеүе – ул ҙур рухи ҡаҙаныш. Ҡырғыҙҙар­ҙың “Манас”ы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя ҡомартҡылары исем­легенә ингән. “Урал батыр”ҙы ла ошо исемлеккә индереү ту­раһында бына инде нисәмә йыл һүҙ алып барабыҙ. Быйыл был фекер V Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы резолюцияһына инде, комиссияныҡында ла бар. Әгәр республиканың төп Закон сығарыу органы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Башҡортос­тан Республикаһы халыҡта­ры­ның матди булмаған мәҙәни ми­раҫы ту­раһында” законды ҡабул итһә, ә был хаҡта төп Резолюция­ла әйтел­де, милләтте милләт итеп донъя кимәлендә танытҡан ҡо­март­ҡыларыбыҙҙың мәртәбә­һен ғәм халыҡҡа танытыр инек.
“Урал батыр” – ул Үлем һәм Йәшәү, мәңгелек төшөнсәләр ха­ҡындағы иң бөйөк эпик әҫәрҙәр­ҙең береһе. Батырҙары хаҡын­дағы “Манас” эпосын ҡырғыҙҙар донъя халҡына таныта алды. “Ма­нас”ты өйрәнгән фән докторы, үҙе манас һөйләү оҫтаһы Талан­таалы Бахчиев Манас батырҙы халҡының пәйғәмбәре тип атай. Улар өсөн иң бөйөк һүҙ тап үҙҙәренең ошо эпосында әйтелгән. Әйт­кәндәй, “Манас”тың варианттары ла байтаҡ, ул бик оҙон әҫәр.
“Урал батыр”ҙың төп идея йөкмәткеһе бөгөн һәр бер баш­ҡорт балаһы яттан белгән дүрт юлға һыйған:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Яманға юл ҡуймағыҙ!
Йылдың-йылы ойошторолоп килгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы мәк­тәптәр, төрлө милләт балалары ара­һында киң популярлыҡ яуланы. Республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа әҫәрҙе тотошлай яттан һөй­ләй. Нисәмә телдә яңғырай “Урал батыр”!
Башҡорттар – бөгөн Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, донъяға һибелеп йәшәгән мил­ләт. Әммә Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Пермь, Свердловск, Татарстандың бер нисә районында, аҫаба башҡорт ерҙәрендә, тарихи Башҡортос­танда йәшәй бөгөн халҡыбыҙ вәкилдәре, шуға күрә, комиссия резолюцияһында ҡаралғанса, төбәктәрҙә Башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәрен асыу – ул күптән өлгөргән мәсьәлә.
Башҡортостан Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәбиров ҡоролтайҙағы сығышында был хаҡта:
– Бөгөн залда Башҡортостан­дан ситтә йәшәгән 150-гә яҡын делегат ултыра. Башҡортос­тан­дан йөҙәр һәм меңәр саҡрым алыҫлыҡта йәшәп тә, башҡорт халҡының рухын һаҡлағанығыҙ һәм уны ғүмер буйы үҙегеҙҙә йөрөткәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. Ундағы йәмәғәт ойошмаларына ярҙам эшенә беҙ үҙгә­рештәр индерәсәкбеҙ. “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” програм­ма­һы әлегә тиклем финанс ярҙа­мы күргәне юҡ ине. Мин республика Хөкүмәтенә, был документты ҡарап, сараларҙы лайыҡлы финанслау эшен йөкмәттем, – тине.
Тиҙ арала төбәктәрҙе милли кейемдәр, тирмәләр менән тәьмин итеү эше йәнләнер тип өмөт итәйек.


Тәү сиратта халыҡҡа файҙалы булһын



Республика Халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге Сәсәндәр үҙәге эшен системаға һалыу, Милли музыка ҡоралдары йорто булдырыу идеялары менән дә яна комиссия. Башҡортостандан сит­тә эшләгән клуб учреждениеларына ла әүҙем эшләп китеү өсөн методик яҡтан да, музыка ҡорал­дары, милли кейемдәр менән дә ярҙам кәрәк. Былары халыҡ ижадына бәйле мәсьәләләр бул­һа, сәнғәт төрҙәренә ҡағылышлы һорауҙар ҙа юҡ түгел.
Әйтәйек, сәнғәт әһелдәре, сценаристар, режиссерҙар өсөн ижади лаборатория булдырыу, башҡорт театрҙарының баш­ҡорт­тар йәшәгән төбәктәргә гастрол­дәрен ойоштороу, милли драматургияны үҫтереү, фести­вал­дәр, конкурстар үткәреү өсөн театр донъяһына бәйле программа ҡабул итеү – былар ба­рыһы ла шулай уҡ кисекмәҫтән хәл ите­лергә тейешле мәсьәләләр.
Кино сәнғәте әһелдәре Мәҙә­ниәт министрлығы эргәһендә Башҡортостанда кино төшөрөү эшен үҫтереү буйынса комиссия кәрәк тип иҫәпләй. Башҡорт ба­тырҙары, шәхестәре хаҡында кино кәрәклеген уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан уҡ яҙабыҙ, әммә тулы метражлы фильм төшөрөүгә өлгәшкәнебеҙ юҡ әле. Ҡоролтайҙан һуң фекер алышыу­ҙа ҡатнашҡан Баш­ҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат Юлаев тура­һында яңы фильм кәрәклеге, хатта был эш урынынан ҡуҙғалыуы, уның һөргөндәге тормошон сағылдыр­ған сценарий барлығы, әммә әлегә донъя кимәлендәге ре­жиссерҙар, артистар бик күп аҡса һорауын да йәшермәне. “Был мәсьәләне лә беҙ ошо йылдарҙа хәл итербеҙ тип ышанам!” – тине ул.
А. Йомағоловтың “Ел аулау­сы”, А. Асҡаровтың “Өфөнән һө­йөү менән”, Б. Йосоповтың “Беренсе Республика”, “Бабич” фильм­дары халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Егет­тәргә артабан да эшләр өсөн ҡануни һәм матди ярҙам кәрәк. Әйткәндәй, Булат Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына һайлан­ды, ул – мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы ағзаһы. Интернет селтәрендәге сәхифәһендә ул: “Мине республи­калағы милли мәҙәниәттең хәле борсой: кинола хәлдәр нисек, әҙәбиәттә беҙ үҫешәбеҙме, милли авторҙарҙың әҫәрҙәренең торошо нисек, һынлы сәнғәт, музыка ни хәлдә? Ошоларҙағы объек­тив хәлдәрҙән сығып, милли мәҙәниәт үҫешен тәьмин итерлек теге йәки был программалар тәҡдим итәсәкбеҙ. Мин, иң тәү си­ратта, үҙебеҙҙең халыҡҡа файҙалы булырға теләйем!” – тип яҙҙы.
Менеджмент өлкәһендә лә башҡараһы эштәр етәрлек: “БЮТ”, “Ҡурай” телеканалдары, “Юлдаш” радиоһы ресурстарын файҙаланып, продюсер үҙәге бул­дырыу, мәҙәниәт һәм сән­ғәткә ҡағышлы проекттарҙы ха­лыҡ-ара, донъя, Рәсәй кимәлен­дә яҡтыртыу, сығарыу өсөн заман технологияларын файҙа­лана белеү ҙә мөһим бөгөн. Радионың һәм телевидениеның театр, әҙәби, музыка архивтарын ҡай­танан баҫтырып сығарыу, һан­лаштырыу зарур, махсус тапшы­рыуҙар асыу, интернетта сайттар булдырыу ҙа – көнүҙәк мәсьәлә. Йәш быуын мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән, гаджеттарҙан ала, быларҙы ла файҙалана белергә кәрәк.
Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылыш­лы уҡыу әсбаптары сығарыу тураһында ла әйтелә резолюцияла. Ҡышлауҙары-йәйләүҙәре булған башҡорт халҡының үҙ милли спорт төрҙәре бар. Уларҙы пропагандалау эштәре, яңы музейҙар асыу, башҡорт шәхес­тә­ренә һәйкәлдәр асыу – даими алып барыла торған эштәр. Эйе, улар тиҙ арала һәм бер көндә хәл ителмәҫ, әммә боҙҙоң ҡуҙ­ғалыуы мөһим.
Рәсәй Федерацияһы төбәктә­рендә башҡорт шәхестәренә һәй­кәлдәр асырға кәрәк, тип сығыш яһағайным Ҡоролтайҙа. Мәҫә­лән, Ырымбурҙа – Мөхәмәтша Буранғоловҡа, Рауил Бикбаевҡа, Силәбелә – Дамир Вәлиевкә, Кәтибә Кинйәбулатоваға, Перм­дә – Исмәғил Тасимовҡа, Татарстанда – Риза Фәхретдинов­ҡа, Илдархан Мутинға, Мөхтәр Мутинға, Ҡурғанда – Ғәлимйән Тағанға, Свердловскиҙа – Киҫән­бикә Байрасоваға. Шул уҡ ва­ҡытта сит өлкәләрҙә тыуған шә­хестәребеҙҙең исемдәрен Баш­ҡортостанда ла мәңгеләш­тереү мөһим. Мәҫәлән, бөйөк трагик актер Мөхтәр Мутиндың исемен Салауат башҡорт драма театрына бирергә була.
Һүҙ сәнғәтенә килгәндә, Баш­ҡортостанда башҡорт әҙәбиәтен донъя телдәренә тәржемә итеү өсөн художестволы тәржемә инс­титуты булдырыу, тәүҙә халыҡ-ара кимәлдәге тәржемә фестивале ойоштороу мөһим. Башҡорт прозаһында яңы башҡорт образын тыуҙырған әҫәргә конкурс иғлан итһәк тә, насар булмаҫ ине!.. Комиссияның резолюция­һында бик күп мәсьәләләр ҡаралған, уларҙы республика етәкселегенең ярҙамы, матди сығымдар менән берлектә тор­мошҡа ашырырға була.
Читайте нас: