Кискә табан, ниндәйҙер ҡурҡыныс енәйәтсе тиерһең, эргәһенә ҡораллы һалдат ултыртып, Рәмзилде алып киттеләр.
Машина тәпәш таҡта бина алдына килеп туҡтаны. Кабинала офицер ултырған икән, машина ишеген асып, Рәмзилгә төшөргә ишараланы. Автомат тоҫҡап, арттан һаҡсы һалдат эйәрҙе. Рәмзилде бер бүлмәгә индереп яптылар. Иң тәүге күҙгә ташланғаны бер нисә яралы һалдат булды. Йә күкрәге, йә ҡул-аяғы бинтланған. Рәмзилде лә дауаларға уйлайҙармы икән?
Иртән уны икенсе бер бинаға алып барып, майор алдына баҫтырҙылар. Бик яуыз кешегә оҡшаған ҡарап тороуға: күҙҙәре тишеп бара, гел уртын сәйнәйме – яңаҡтары уйнай. Йыуан бүрәнәләй үҙе, һуҡһа, ат ҡолатырлыҡ суҡмарҙай йоҙроҡтарын төйнәгән.
Һорау алырға тотондо ул Рәмзилдән. Һәр береһен бөтмөрләп һөйләүҙе талап итә. Ул һорай, Рәмзил ҡат-ҡат яуаплай бер үк нәмәне. Ситтәрәк ултырған ябыҡ лейтенант ҡабаланып яҙа бара.
– Алдашаһың! – тип ажғырҙы майор, Рәмзил бер урында тотлоға биргәс, тауышы менән таш ярырҙай.
– Ысын һөйләйем, – тине, ҡаушап, егет, шөрләп тә ҡуйҙы хатта, һоҫһа, һөйәктәрең әллә ҡайҙа таралыр.
Майор Рәмзилдең йәшник эсендә ятыуына, кейем-документтарының юҡҡа сығыуына шикләнә ине. Әкиәт тип кенә ебәрә был.
– Дауалауҙы дауам итегеҙ барыһын да асыҡлағансы, – тип Рәмзилде алып килгән һалдатҡа тапшырҙы. Шуны ла өҫтәне, – Һаҡ ҡуйып, тегендә ябығыҙ!
Рәмзилде икенсе бер бүлмәгә индерҙеләр, тимер ишеклегә. Егет үҙенең тотҡон хәлендә икәнен аңланы.
...Ултырһа ла, ятһа ла гел уйында Рәмзиләһе. Аҡ ҡайындар араһында йөрөгән һымаҡ күрә лә тора, йырлай-йырлай бөрлөгән йыйған сағын. Мин уйнармын, һин йырларһың, тип киске уйынға саҡырғайны бит Рәмзил. Уйын ғәләмәт шәп үткәйне ул кистә. Түбәһе күккә тейгән кеүек һиҙҙе үҙен Рәмзил. Ысынлап та, ул уйнаны, ашҡынып гармун һуҙҙы; Рәмзилә, бөтә тауышты баҫып, монар уйнатҡан нурҙай, моңон тирбәтте, йылы йомшаҡ һағышҡа ураны һәр кемде. Ҡыҙ Рәмзил әйткән йыр юлдарын ҡабатланы: “Мин уйнармын, һин йырларһың, күңелең тулһа, иларһың...” Берәй нәмә һиҙенеп йырланымы ул ошо йырҙы, әйтеүе ҡыйын. Юҡтыр, ниндәй шик-шөбһә тыуһын әле ул саҡта, иң бәхетле минуттары һуҡҡан мәл ине бит. Бына хәҙер күрһә, ни тип йырлар ине икән? Күңеле тулып илап та ебәрер, ихтимал. Тик гармун уйнаусы ғына ул булмаҫ, башҡалар уйнатыр, мәңгегә һағынып һөйләргә генә ҡалды инде.
Ишек бигенең асылыуы ишетелде, Рәмзил, тертләп, аяғөҫтө баҫты, киләләр буғай.
Анау ваҡытта майорға алып барған һалдат күренде.
– Етте һиңә икмәк серетеп, еҫ аңҡытып ятырға, әйҙә.
Штабмы шунда, нимәлер, майор ултырған таныш бинаға табан әйҙәкләне һалдат. Рәмзил – алдан, ул арттан автомат тоҫҡап бара. Былай йөрөтөүҙәре тикмәгә түгелдер.
Бүлмәлә әлеге майор ҙа теге лейтенант. Ингәс, Рәмзилде урындыҡҡа ултырттылар. Яғымлыраҡ та күренде был юлы майор, нишләгән ул, әллә бер аҙ бәғере йомшара төшкәнме? Яңынан Рәмзилдең исем-фамилияһын, ҡайҙа тыуғанын, ҡасан һалдатҡа алыныуын төпсөнөргә тотондо. Яңынан һөйләргә тура килде Рәмзилгә, ҡарышып ҡара!
Майор уны иғтибар менән тыңланы, лейтенант ҡағыҙға ҡарап бармаҡ төртә барҙы. Теге ваҡытта һөйләгәнен яҙған ҡағыҙҙан дөрөҫлөгөн тикшерәлер, күрәһең. Унан шул яҙманы майор алдына һалды.
– Бөтәһе лә тап килә, дөрөҫ һөйләйһең, – тине майор.
Аҙ ғына тын ҡалып, оло кәүҙәһен өҫтәл артынан күтәрҙе лә, Рәмзил янына килде, ауыр ҡулын егеттең иңбашына һалып, үҙенә тарта бирҙе. Яралы һалдат беренсе тапҡыр күрҙе офицерҙың йылы мөғәмәләһен.
– Беҙ һинең турала тыуған яғыңдан да, бынан да белешмәләр алдыҡ. Айсет тигән ҡыҙҙы ла, Хазбикә исемле ҡатынды ла таптыҡ. Барыһы ла һин һөйләгәнсә дөрөҫләнде.
Рәмзил тыйыла алманы, үрә һикереп баҫты.
– Айсет менән Хазбикә апай иҫәнме?
– Иҫән, әлбиттә, нисек белер инек һау булмаһалар.
Майор яңынан егеттең иңбашына көрәктәй ҡулын терәп, урынына ултыртты.
– Алыҫта түгел, Ингушетияла йәшәйҙәр ваҡытлыса. Ҡәнәғәтһеңме инде?
Рәмзил йылмайып уҡ ебәрҙе.
– Оҙаҡ интектермәйек егетте, индереп ебәр үҙен, капитан.
Капитан икенсе бүлмәнең ишеген асып, Рәмзилдең арҡаһынан этәрҙе.
Эскә табан аҙым баҫыуы булды, шаҡ ҡатты Рәмзил, хатта теленән яҙҙы: ҡаршыһында – атаһы менән Рәмзилә! Улар ҙа ҡуҙғалмай, был да, аяҡтары ергә йәбешкән тиерһең. Күпмелер секундтан, атаһы улына ташланды. Көрәшкә әҙерләнгәндәй, өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡосаҡлашалар. Атаһы бер һүҙҙе ҡабатлай:
Рәмзилә лә ымһынып баҫҡан, Фәнзил ағайҙың ҡуйынынан ысҡынғанын көтә. Атаһы менән улы, ниһайәт, ҡосаҡлашып күңелдәре булды. Шунда уҡ Рәмзиләнең ҡосағы йәйелде. Уңайһыҙланыуҙы иҫенә лә алманы Рәмзил, иҫән һәм тоҡос ҡулы менән үҙенә ҡыҫты ҡыҙҙы. Шул арала шыбырлап та алды:
– Иҫәнһең икән, Рәмзил! – Рәмзилә лә туҡтауһыҙ бер һүҙ ҡабатланы.
– Табылырыңа төңөлә лә башлағайныҡ инде, – тип атаһы ла ҡушылды.
Шатлыҡлы минуттар әллә күпмегә һуҙылыр ине лә, яңынан капитан килеп инде.
– Әйҙәгеҙ, инәйек тегендә. Һөйләшер ваҡытығыҙ күп булыр әле, – тип артынан эйәртте.
Подполковник өҫтәл артынан иҙән уртаһына уҡ сыҡты. Рәсмилектән ҡотолоп, ябай һүҙҙәр теҙҙе:
– Хәҙер улығыҙҙы алып ҡайтып китәһегеҙ инде, иптәштәре менән хушлашһын да. Бына һеҙгә документтар.
Аэродромға килгәс, Рәмзиләнең башына ҡылт итеп бер уй килеп төштө:
– Беҙгә ауылға телеграмма һуғырға кәрәк ине, Фәнзил ағай. Ҡайғыны быраҡтырып, ҡыуаныша торһондар.
– Телеграмма? Дөрөҫ әйтә һеңлекәш, кәрәк, кәрәк, – тип, капитан осоу менән идара итеү бинаһына ашыҡты.
Бер нисә минуттан әйләнеп тә килде.
– Булды. Хәбәр иттеләр ҙә инде.
– Ҡайҙан белеп килдегеҙ әй? – Күптәнән ҡыҙыҡһындырған һорауын бирҙе Рәмзил.
– Табут алырға саҡырып хәбәр бирҙеләр бит.
– Бына үҙеңде алып ҡайтып барабыҙ, үҙеңде! – тип осоноп ҡыуанды Рәмзилә.
– Унан алда “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килгәйне.
Фәнзил ағайҙың әйткәнен Рәмзилә элеп алды:
– Башта уҡ ышанманым мин ул хәбәргә. Хатта улай яҙылмағайны.
Ҡолағы ҡарп итеп ҡалды Рәмзилдең.
– Бер ҡыҙ яҙған, Айсет исемле. Ул һинең иҫән булыуыңды белдергән.
– Айсет хат яҙған?! Ҡайҙан яҙған ул?
– Ингушетиянан. Бына ул хат, үҙең уҡы. Рәмзилә сумкаһынан конверт килтереп сығарҙы.
Рәмзил көндөҙҙәрен урамда йөрөргә тырышып барманы. Бер-ике тапҡыр ғына Сауҡа тауҙы әйләнеп ҡайтты. Өйҙә гармунына күҙ һала ла, моңая ла ултыра. Ҡанаты һынған ҡош инде ул хәҙер, һәй, яңғыратып уйнап ебәрһәң ине лә бит гармунды!..
Бер кисте Рәмзилә килеп инде.
– Әйҙә мәҙәниәт йортона, йәштәр янында бул, исмаһам.
Ҡыҙ ҙа уның йомола барғанын һиҙенә, нисек тә күңелен күтәрергә ниәте.
– Бар, улым, ситләшмә улай, – тип атаһы ла ҡыҫтай.
Рәмзил битарафлыҡ күрһәтә.
– Беҙ концертҡа әҙерләнәбеҙ, әҙерәк кәңәштәр бирерһең.
Рәмзилә, ай-вайға ҡуймай, күндерҙе егетте.
Йәштәр тулы ине клубта, Рәмзилде уратып алдылар.
– Һин бит йырға ла оҫта, шиғыр уҡыһаң да ярай.
– Ҡайҙа гармунда өҙҙөрөүҙәрең, әйтмә лә инде!..
– Миңә уңайһыҙ ҡулһыҙ көйө сәхнәгә сығып баҫыу, – тип ҡырт киҫте Рәмзил. Улай ғына ла түгел, аҙ-маҙ ҡараштырып йөрөнө лә ишеккә атланы.
– Рәмзил, Рәмзил! – Уны Рәмзиләнең тауышы туҡтатты. – Ҡайҙа ашығаһың, ҡайтма инде.
Нишләмәк кәрәк, Рәмзилә уны оҙата китте. Һөйләшергә һүҙҙәре берекмәй барҙы бер ара. Унан Рәмзилә ҡапыл алдына әйләнеп баҫып туҡтатты егетте.
– Һин әллә нишләгәнһең, йөрәгең һыуындымы әллә, биҙгәнһең, чечен ҡыҙын уйлайһыңдыр, – тип үпкәләргә тотондо.
– Киреһенсә, йөрәгемдә ут яна... Инвалидтың кемгә кәрәге бар хәҙер... Айсетте лә йәлләйем, үкһеҙ йәтим ҡалды бит ул...
– Ундай төшөнкөлөктө башыңдан сығар, миңә кәрәкһең һин... Элеккенән дә яҡыныраҡ күрәм, – тине лә Рәмзилә үҙе үк муйынына аҫылынды.
Ҡосаҡлашып, биттәрен-биткә терәп хәтһеҙ торҙолар тыҡрыҡ буйында. Рәмзиләнең ҡайнар тыны бәрелеүенән тәне терелә ине егеттең. Ошо һулыштан ғүмергә айырылмай йәшәһәң ине...
– Мин дә һине онота алмам, теләһәм дә... – тип бышылданы Рәмзил.
– Ниңә теләргә?.. Тағы берәй сәбәп бармы әллә?..
Ҡара һин Рәмзиләне, ниндәй ҡыйыуланып киткән – егеттең бит осонан да үбеп алды лаһа!..
Рәмзилдең күңеле үҫте, ялҡынлы хистәре урғылды. Кәрәк икән әле ул, иң мөһиме, Рәмзиләгә кәрәк! Йөрәген өйкәгән әрнеүле уйҙары әллә ҡайҙа китеп таралды. Ошондай тоғро дуҫың барҙа, ниңә башты эйергә, ул ғәйеплеме ни был хәлгә ҡалыуына. Еңеллек өҫтәлде егеткә, яҡты хистәр ҡабаттан уянды.
...Рәмзилә менән икеһе араһындағы яҡын мөнәсәбәтте ата-әсә генә түгел, ауыл халҡы белә хәҙер. Пар килгәндәр, тип кенә ебәрәләр. Фәнзил ағай ҙа, Мәрхәбә апай ҙа Рәмзиләне үҙ итеп ҡаршылай. Әле лә ҡыҙ йылмайып килеп инде. Ҡыуана ине ул бар йөрәктән Рәмзилдең һауығыуына.
– Кискә инермен, мәҙәниәт йортона барырбыҙ, – тип саҡырып та китте ҡыҙ егетен.
– Бөгөн үк. Сюрприз көтә һине.
Рәмзил, түҙемһеҙләнеп, кис еткерә алмай ыҙаланды. Ниндәй сюрприз икәнен белгеһе килде. Әллә нимә әҙерләгәндер әле Рәмзиләһе, булыр унан, хыялының сиге юҡ.
Кисләтеп, Рәмзилә йәнә ишек шаҡыны.
Рәмзил ыҫпай кейенеп, муйынына галстук та таҡҡас, бөтөнләй элекке һылыулығы ҡайтты. Сөкөрҙәшеп, баштарын бер-береһенә эйә биреп, клуб юлына атлағанын атаһы менән әсәһе, һоҡланып, тәҙрәгә ҡапланып ҡарап ҡалды.
Клубта кеше юҡ ине әле. Рәмзил аптырабыраҡ ҡалды.
– Репетиция бүлмәһендә ул, әйҙә, инәйек.
Инделәр. Рәмзилә баян күтәреп алды. Ултырғысҡа ултырҙы. Һыҙҙырып ебәрҙе бер заман баянды, моң шишмәһе урғылды, тиерһең! Рәмзил ҡымшанырға ла ҡурҡып тыңланы.
Бер көй уйнаны ҡыҙ, икенсе, өсөнсө... Уйнаны-уйнаны ла ҡапыл тынып ҡалды.
– Ҡасан өйрәндең һин, Рәмзилә?!.
– Һинең хаҡта юғалыу хәбәре килгәс тә башланым. Өйрәндем. Гармундан айырылырға тейеш түгелмен, тип уйланым. Һинең иҫтәлеккә...
– Үәт, исмаһам, сюрприз был!
– Мин уйнармын, һин йырларһың... Иҫеңдәме, Рәмзил?
– Иҫемдә. Онотола буламы һуң ундай көндәр.
– Һин йырларһың, Рәмзил, моңлоһоң бит.
– Йырлармын. Күңелем тулһа, илармын...
– Юҡ инде, уныһына рөхсәт бирелмәй. Минең менән булған саҡта тик шатлыҡ ҡына яуһын!
– Рәмзиләм минең, һандуғасым!
Был кисте клубта бер ни тартыныу кисермәне Рәмзил. Рәмзиләнең уйнауына ҡушылып, йырлап та алды. Ағылды моң, үтә оҫта йырсы уҡ булмаһа ла, яғымлы ине тауышы. Йәштәр ҙә ҡул сабып ҡаршыланы.
– Сафыбыҙҙа тағы берәү артасаҡ, – тиештеләр.
Ҡайтҡанда, Рәмзилә икенсе бер хәбәр һалды.
– Сәнғәт училищеһына ситтән тороп уҡырға инермен, ахырыһы.
Быныһын көтмәгәйне Рәмзил.
– Рәмзил, Рәмзил... һине ташлап китә аламмы инде мин...
Икенсе көндө лә ашығып килеп инде Рәмзилә. Кеҫәһенән конверт сығарҙы.
– Хат алдым Айсеттән. Мә, уҡы.
Рәмзил хаттан ҡыҙҙың ауылында йәшәүен белде. Рәмзилдең ҡайҙалығын һорашҡан. Рәмзиләгә төбәп, шуны ла өҫтәгән: ул һеҙҙе бик ярата, бәхетле булығыҙ!
Рәмзилдең күҙ алдына сандыр ғына ҡыҙ килеп баҫты. Уның ярҙамында бит үлем ситләтеп үтте. Аҡыллы, хуш күңелле, үҙе лә күпте кисергән алыҫтағы һылыуҡай.
– Уның беҙҙең яҡты бик күргеһе килә ине. Ҡунаҡҡа саҡырырға вәғәҙә биргәйнем, – тине Рәмзил, хат тәьҫиренән тулҡынланып.
– Шундай изгелекле ҡыҙҙы ниңә саҡырмаҫҡа, саҡырырбыҙ. Ул яҡта донъялар именләнеп бөтһөн дә, – тип Рәмзилә лә яҡынлыҡ тойғоһон белдерҙе.
Фәнзил ағай ҙа, Мәрхәбә апай ҙа фатихаларын күндерҙе.
– Туғанлыҡтың артыуы донъяға ҡот ҡундыра, – тип ҡуйҙы Фәнзил ағай, кинәйәле итеп.
Рәмзил менән Рәмзилә Айсеткә хат яҙырға ултырҙы.
(Аҙағы. Башы 72, 75, 78, 80-се һандарҙа).