“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивален быйыл ҡунаҡсыл Ишембай ере ҡаршы алды. Аҙнай яланы ике кис рәттән гитара моңона сорналды, шиғриәт тулҡынында сайҡалды, тирә-яҡта тик дуҫтарса мөхит урынлашты.
Фестиваль һигеҙенсе йыл рәттән алдынғы ҡарашлы, рухлы башҡорт йәштәрен бер ҡорға йыя. Хәйер, йәштәрен генәме икән? Гитарала уйнап йырлаусылар һәм шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй, “Ҡош юлы”ның үҙендә лә, ғәҙәттә, бар ғаилә менән ял итәләр.
Иҫ киткес хозур икән быйылғы “Ҡош юлы” урыны! Ҡолас һыймаҫлыҡ ялан, бейек тау һырттары, һыуын уртлаһаң, теште ҡамаштырырлыҡ Берғамыт шишмәһе, Хажы тауы, Ыласын мәмерйәһе... Был ерҙәрҙә аяҡ баҫыу менән ҡала ығы-зығыһы, көндәлек мәшәҡәттәр – барыһы ла артта ҡала, йәнең-тәнеңде рәхәтлек, азатлыҡ солғай.
Аҙнай яланына кешеләр йыйыла башланы. Сәхнәлә гитара сыңлай, ҡаҙанда аш бешә, палаткалар ҡорола... Ул-был итеп, әҙерәк тын алғас, барыһы ла байып барған ҡояш нурҙарына ҡойоноп, сәхнә янына ашыҡты.
Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова сығыш яһап, “Ҡош юлы”ның матур үтеүен теләне, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирина Ходырева тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Фестивалдә үҙемде бик күңелле лагерҙағылай хис итәм. Бында көслө яҡшы энергетика, бер төркөм ижади йәштәрҙең сара ойошторам тип янып йөрөүе һоҡландыра. Уларға артабан да уңыштар теләп ҡалам!” – тине ул.
Йәйге оҙон көн төнгә олғашып, күк йөҙөндә баҙыҡ йондоҙҙар ҡабынғас, барыһы ла төнгө усаҡҡа йыйылды. Гитара ҡылдарына шиғыр юлдары үрелеп, үҙенсәлекле концерт тамашаһы килеп сыҡты.
Миңзәлә Яхина, Тимур Йосопов, Сәмиғулла Лоҡманов кеүек төрлө йылдарҙағы “Ҡош юлы” лауреаттары ла, быйылғы фестивалдә ҡатнашыусылар ҙа, сәхнәлә сығыш яһамаһалар ҙа, гитара сиртергә әүәҫ башҡалар ҙа – барыһы ла йыр аша йөрәк йылыһы менән бүлеште.
Сәғәт һайын Аҙнай яланын тултырған бар тамашасы “Ҡош юлы”ның төп көнөндә ҡаралған сараларға битараф ҡалманы. Ҡояш төшлөккә күтәрелеп тә өлгөрмәҫтән, футбол һәм волейбол ярыштары ҡыҙҙы.
– “Ҡош юлы” сәләмәт тормош яҡлы, шуға күрә унда йыл да төрлө спорт турнирҙары ойошторола, фестивалдең был йәһәттән үҙ бүләктәре булдырылған. Быйыл уйынсыларҙың тиҙ арала йыйылыуы, был йәһәттән әүҙем булыуы ҡыуандырҙы, – тине спорт уйындарын ойоштороусы Шәфҡәт Ғәбитов. Волейбол буйынса “Яланаяҡ” йыйылма командаһы еңеү яулаһа, футбол буйынса кубок Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән йәштәргә эләкте.
Алдынғы ҡарашлы замана йәштәрен туплаған проект булараҡ, “Ҡош юлы” һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек яулаған квест уйындарын да урап үтмәне. Йәштәр, биш командаға бүленеп, “Ҡош юлы буйлап алға!” квесының төрлө баҫҡыстарында белемдәрен һынап ҡараны. “Илһөйәрлек”тә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған викторина һорауҙарына яуап бирһәләр, “Тел”дә ике минут буйы бер рус һүҙе ҡулланмайынса телмәр тоттолар, “Моң”да “Ҡош юлы” йондоҙҙарының йырҙарын, “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡарҙылар, “Аҡыл”да үҙҙәренең башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен белеү кимәлен тикшерҙеләр, “Мәргәнлек”тә уҡтан аттылар, “Көс”тә бер-береһен йөкмәгән килеш, һөңгө ҡаҙап сәпкә тейергә тырыштылар, “Етеҙлек”тә, тоҡ кейеп, кемуҙарҙан ярыштылар, “Тырышлыҡ”та арҡан буйлап йөрөнөләр, “Аң-зиһен”дә “Ҡош юлы”на арналған ребус ярҙамында зирәклектәрен һынанылар.
Йәш быуындың башҡорт автономияһы тарихын һәйбәт белеүе үтә ҡыуандырҙы, был “Ҡош юлы”на юғары рухлы, илһөйәр башҡорттарҙың йыйылыуына тағы бер дәлил ине.
Тоторға ла ижад итергә кәрәк
Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн уларҙың төп сығышы алдынан “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолоуы матур йолаға әйләнгән. Быйылғы һөйләшеүҙең “Кәңәш” тип аталыуы юҡҡа түгел – бында гитарала уйнап йырлаусылар ҙа, шиғриәт юлына яңы аяҡ баҫыусылар ҙа ошо ике өлкәлә инде исемдәре илгә яңғыраған апай-ағайҙарынан ижади кәңәштәр алып ҡыуанды. Шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Лариса Абдуллина – “Ҡош юлы”ның күптәнге дуҫы, шиғриәт бәйгеһенең баһалама комиссияһы рәйесе, шуға күрә уның йәш ижадсыларға әйтер һүҙе етерлек ине. Бынан тыш, ул, гитарала уйнап, йырлаусыларҙы ла, дөйөм “Ҡош юлы”н да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.
– Берәйһе “Шиғыр яҙа белмәйһең” тиһә, мотлаҡ был юҫыҡта эште дауам итергә кәрәк. Ҡәләмгә тотонмайынса, кәңәш ишетмәйенсә шиғриәтте танып-белеү мөмкин түгел. Шиғриәт затлы ҡорам булһа, унда аяҡ баҫыу менән кемдер “был юл һинеке түгел” ти икән, әле унан ваз кисергә кәрәк тигәнде аңлатмай, – тине ул һәм бик фәһемле бер миҫал килтерҙе: быяла һауыттарҙың береһенә – себен, икенсеһенә бал ҡорто ябалар. Ә алдарында – маҡсат. Шул маҡсатҡа өлгәшер өсөн аҡыллы бал ҡорто тура юл һайлай, ныҡышмал рәүештә быялаға бәрелә лә бәрелә, һөҙөмтәлә һәләк була. Ә иҫәр себен ғауғаға бирелеп, тегендә-бында һуғыла һәм сығыр урын таба. Тормошта ла шулай – ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешер өсөн тоторға ла эшләргә кәрәк, күп уйланып торорға кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки.
Лариса Хашим ҡыҙы тағы ла бер матур фекере менән ҡыуандырҙы. Икенсе йыл рәттән ҡыш айҙарында үткәрелеп килгән “Урал батыр” рок-фестиваленең ойоштороусылары ла – “Ҡош юлы” хәрәкәте ағзалары. “Урал батыр – беренсе башҡорт рокеры, – тине Лариса Абдуллина ошо йәһәттән, – сөнки ул – яҡтылыҡ, изгелек яугире”.
Рок-музыка менән бард йүнәлешенең бер-береһенә ниндәй ҡатнашлығы бар, тиерһегеҙ, бәлки. Рәсәй эстрадаһында ике юҫыҡ ике тарафҡа китһә, беҙҙә бының тап киреһен күҙәтәбеҙ – “Ҡош юлы” фестивалендә ҡабынған йондоҙҙар ваҡыт үтә килә үҙ рок-төркөмдәрен булдыра, ошо жанрҙағы сифатлы йырҙары менән ҡыуандыра.
– Тәүге “Ҡош юлы” фестивале хаҡында яҙмалар тыңлап ултырғанда, Азамат Юлдашбаевтың бер фекеренә юлыҡтым. Уның фекеренсә, поп-музыка, рок-музыка кеүек йүнәлештәрҙе үҫтереп, башҡорт йыры тигән төшөнсәне оноттоҡ. Тап бард йүнәлеше нигеҙендә юғары шиғриәт һәм ысын моң ята. Ошондай йырҙарҙы булдырыу, шағирға, бардҡа иғтибар һәм ихтирам уятыу маҡсаты менән уйлап сығарылды ла инде был проект, – тип “түңәрәк өҫтәл”гә ҡушылды фестивалдең режиссеры, төп ойоштороусыларҙың береһе, музыкант Миңзәлә Яхина.
Миңзәләгә лә ҡанатты тап “Ҡош юлы” ҡуя.
– Был фестиваль миңә Өфөгә юлдар асты, мине танып-белә башлауҙары, Башҡорт дәүләт филармонияһына режиссер итеп эшкә саҡырыуҙары менән уға рәхмәтлемен, – тине ул.
“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә ойошторолған шиғриәт бәйгеһенең төп маҡсаты йәш һәләттәрҙе табыуға, уларҙы үҫтереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Күп музыканттарҙың иҫ китерлек көйҙәр ижад итеп тә, шиғриәт телен сисмәүҙәре ихтимал. Тап ошо ваҡытта уларға ярҙамға һүҙ оҫталары килә, шағир һәм моң эйәһе тандемынан сифатлы йырҙар ярала. “Ҡош юлы” – был ике төр ижадсының күрешеп-танышыуы өсөн ҡулайлы урын.
“Түңәрәк өҫтәл”дән һәр ҡатнашыусы үҙенә файҙалы мәғлүмәт алып таралышты. Көн яйлап кискә ауа, был фестивалдең төп сараһы – хәл иткес мәл башлана тигән һүҙ.
Туғыҙ шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар, 14 гитарала уйнап йырлаусылар... Барыһы ла сәхнә артына йыйылып, үҙ мөҙҙәтен көтә. Тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан, ҡайһы берҙәренең тәүге сығыш яһауы.
Сәхнәнең бирге яғында – бөтөнләй икенсе күренеш. Һәр тамашасы, йыр-моң, шиғыр көтөп, үләнгә һуҙылған, күңелле һөйләшеүҙәр, дәртле алҡыштар тынмай.
VIII “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале ойоштороу эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн тәү сиратта Ишембай район хакимиәтенә рәхмәтле. Улар фестивалде асыу тантанаһынан да ситтә ҡалманы, бәйгеселәрҙе, ҡунаҡтарҙы, ойоштороусыларҙы район хакимиәт башлығы Азат Абдрахманов тәбрикләне, быйылғы “Ҡош юлы”ның да яңы йондоҙҙар асыуын теләне, киләһе йылда ла был ерҙәрҙең фестивалде ҡаршы алырға ҙур теләге булыуын белдерҙе.
...Киске ялан буйлап гитара моңо ағыла, ул моңға шиғыр ҡушыла:
Был һуҡмаҡта барына етер урын,
Йәһәтерәк миңә һуҙ ҡулың.
Бер тарафтан бергә киләйексе,
Бергә көйләйексе, һөйләйексе:
Еләйексе: һин – ул Ҡош юлы.
Беләйексе: беҙ – ул Ҡош юлы!
Быйылғы фестивалде асыу тантанаһы Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто ярҙамында бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡты, йыр, гитара, шиғырға таҫма тотҡан ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре ҡуша үрелеп, йәм өҫтәне. Һөйләп аңлатып булмай – быны күрергә кәрәк.
Гитарала уйнап йырлаусылар араһында үҙҙәре яҙған йырҙар менән сығыш яһаусылар ҙа, билдәле йырсыларҙың репертуарын ҡулланыусылар ҙа булды. Йыл да ниндәй ҙә булһа шәхескә арналған “Ҡош юлы”н рухы менән быйыл күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаров яҡтыртты. Бер фестивалде лә ҡалдырмай әүҙем ҡатнашып килгән Лилиә Яҡшыдәүләтованың бер йыры тап уның “Йәшен” шиғырына яҙылғайны.
Илгиз Ҡотопов бүрәт халыҡ йырын тәржемәләп башҡарыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте, йәш егеттәр Нәғим Шәрипов, Илмир Хызыров, фестивалдә ҡатнашҡан һирәк ҡыҙҙарҙың береһе Айгөл Мәжитова үҙҙәре ижад иткән йырҙары менән ҡыуандырҙы. Был ҡатнашыусыларҙы телгә алыуым осраҡлы түгел, “Ҡош юлы” башҡорт бард фестиваленең еңеүселәре итеп тап улар табылды: Нәғим Шәрипов Гран-при яуланы, Илмир Хызыров – беренсе, Айгөл Мәжитова – икенсе, Илгиз Ҡотопов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Башҡа бәйгеселәргә фестивалдең үҙенән дә, “Тамыр” балалар телеканалынан да махсус бүләктәр тапшырылды.
Йырҙар шиғыр менән үрелеп барҙы. Шиғриәт бәйгеһендә призлы урындар яулаған йәш ижадсылар сәхнәнән гитара моңдары оҙатыуында йөрәк йылыһы менән уртаҡлашты, сараны йәмлерәк, ғәмлерәк итте.
Ҡасандыр шулай уҡ “Ҡош юлы” фестивалендә ҡатнашҡан Альбина Шәмсетдинованың “Башҡорт улына” тигән йырын белмәгән кеше юҡтыр. “Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!” кеүек рухлы һүҙҙәрҙән торған йыр күптән үҙенә күрә бер гимнға әүерелгән, шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләге – өр-яңы гитараның тап уға тапшырылыуын бөтәһе лә алҡышлап ҡаршы алды. Ҡоролтайҙың тағы бер махсус бүләге һәм Рәхмәт хаты шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙан Алина Әхмәтшинаға тапшырылды.
“Ҡош юлы” тамашасыларҙы инде хитҡа әүерелгән йырҙар, сағыу сығыштар менән дә ҡыуандырҙы: Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Тимур Йосопов һәм “Дан” төркөмө, Илгиз Гизмо, Ильяс Тулыбаев һәм башҡалар байрамға йәм-тәм өҫтәне.
Рухи берҙәмлек, илһөйәрлек хаҡында күп һөйләйҙәр бөгөн. Йоҙроҡ болғап, тамаҡ ярып сығалар, күпселек башҡортто ғәмһеҙлектә, өнһөҙлөктә ғәйепләйҙәр. Ә “Ҡош юлы” хәрәкәте был юҫыҡта үҙ юлы менән бара – шиғриәт, сәнғәт, айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау аша йәштәрҙең зиһененә ғәм, йөрәктәренә осҡон, күңелдәренә ижад ҡомары һала. Әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә ҡыйыр-ҡыймаҫ тәүге аҙымдарын эшләүселәргә ҡанат ҡуя “Ҡош юлы”.