Бөтә яңылыҡтар

Рух азатлығы яңы асыштар бүләк итә

“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә ойошторолған шиғриәт бәйгеһе ниндәй сифаттары менән шәхсән күңелгә яҡын? Бында берәүҙе лә “яҙ, шулай тип яҙ, былай яҙырға кәрәк” тип ялбарып, үтенеп килтермәйҙәр. Киреһенсә, был конкурсты йәш ҡәләм тибрәтеүселәр үҙҙәре эҙләп таба. Эйе, бөгөн һәр кем шиғыр яҙа: ҡыйынмы ни, ҡулыңа ҡәләм ал да башыңа нимә килә, шуны теҙеп яҙып сыҡ? Шул уҡ ваҡытта, нисек кенә булмаһын, шиғыр яҙыуҙың үҙ талаптары, быуаттар дауамында кешелектә зауыҡ төшөнсәһен тәрбиәләгән юғары сәнғәт кимәле бар.

“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә ойошторолған шиғриәт бәйгеһе ниндәй сифаттары менән шәхсән күңелгә яҡын? Бында берәүҙе лә “яҙ, шулай тип яҙ, былай яҙырға кәрәк” тип ялбарып, үтенеп килтермәйҙәр. Киреһенсә, был конкурсты йәш ҡәләм тибрәтеүселәр үҙҙәре эҙләп таба. Эйе, бөгөн һәр кем шиғыр яҙа: ҡыйынмы ни, ҡулыңа ҡәләм ал да башыңа нимә килә, шуны теҙеп яҙып сыҡ? Шул уҡ ваҡытта, нисек кенә булмаһын, шиғыр яҙыуҙың үҙ талаптары, быуаттар дауамында кешелектә зауыҡ төшөнсәһен тәрбиәләгән юғары сәнғәт кимәле бар.


Һәр йыл шиғриәт конкурсында ҡатна­шыусылар матур-матур ике юллыҡтары, дүрт юллыҡтары менән таң ҡалдыра. Әҙер шағирҙар сыға йәштәр араһынан. Былтырғы конкурстың асыштары Ғәзиз Әбделмәнов менән Ләйсән Сәлимова тап шундайҙарҙан булды.

Бөгөндән китаптарын нәшерләп сығарырлыҡ. Уларҙың йыйынтығын ҡулға алыр көндө мин дә көтөп йөрөйөм! Һыҙланышлы, кисерешле шиғриәт. Буш һүҙле булмаҫ өсөн, уларҙың яҙғандарынан юлдар килтерәм. Ләйсән Сәлимова бына нимә тип яҙа:

Өҫтәлемә теҙҙең ризыҡ,

Белмәйем мин исемен.

Утта бешкән бәрәңге тип,

Үлә яҙған кешемен.

Хушбуйҙарың ҡыйбаттыр,

Бер тамсынан иҫерәм.

Белһәң ине: ләззәт алам,

Ҡара мунса еҫенән.

Әсе ҡорот тәмләттем дә

Мәтрүшкәле сәй ҡойҙом.

“Үҙ тапандым, уф”, – тиеп,

Еңел һулап һин ҡуйҙың.


Ғәзиз Әбделмәновтың шундай юлдары нескә үҙенсәлектәрен асып һала:

Мин ғәйепле ғаләм алдында,

Ярлыҡауға өмөт итмәҫлек

Был ғәйебем эҙәрлекләр төҫлө

Һуңғы көнгә ҡәҙәр,

Эҙгә эҙҙәр,

Ҡанһыҙ йыртҡыс кеүек артымдан,

Мин ғәйепле ғаләм алдында.

Утлы тамға кеүек был ғәйеп,

Бөртөк кенә хата мөһөрө

Хилафлыҡтың һаҡлар хәтерен,

Шомло ғәрлек булып,

Ҡотом убып.

Булмаҫ кеүек уға күнегеп,

Утлы тамға кеүек был ғәйеп.

Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә

Ахырына етеп сәмемдең,

Һинең барлығыңда... шикләндем.

Аңлап шул ваҡытта

Оло хатам,

Шикләнеүҙе ҡыуҙым күңелдән,

Көндәремдең тик бер көнөндә.

Әллә юрый, һиңә табан юлдың

Иң урауын һәм иң оҙонон,

Урман-ҡаялыһын һайланым.

Ул юлдарҙа, йәнем,

Бөгөлмәнем,

Берсә янып бештем, бер туңдым,

Иң ауырын һайлап юлымдың.

Белһәм әгәр һинең исемде,

Хатта уның тик бер хәрефен,

Доғаларҙың да иң шәрифе

Булыр ине ул өн

Һәм һәр бер көн

Мин ҡабатлар инем, көсөмдө

Һаҡлар өсөн, һинең исемде.


Шәп бит! Быйыл шиғриәт бәйгеһенең баһа­лама ағзалары – шағирә, журналист, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, шағирә, журналист, “Ҡош юлы-2014” республика шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе, “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәте етәксеһе Айгөл Йәмилева, шағир, “Ҡош юлы-2018” республика шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе Ғәзиз Әбделмәнов, шағирә, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты Миңзәлә Шөғәйепова, шағирә, уҡытыусы Ғәлиә Кәлимуллина, ғалимә, филология фәндәре кандидаты Айһылыу Вахитова, шағир, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Фидаил Сафин. Һәр ба­һалама ағзаһы авторҙар хаҡында фекер­ҙәрен әйтте, кәңәштәрен бирҙе. Филология фәндәре кандидаты Айһылыу Вахитова, мәҫәлән, былай тине: “Күптәрҙә бер үк мотивтар йыш ҡабатлана. Был ныҡ ялҡыта. Отчет биргән һымаҡ “шулай иттем, былай иттем”, “шулай итһәм, былай итһәм” шаблондарынан ҡотолорға кәрәк. Икенсе стилдә яҙырға тырышҡан авторҙарға ла буталсыҡ фекерҙәр, нәмәләрҙән ҡотолоу мотлаҡ. Символизм, философия, логик эҙмә-эҙлелек тураһында онотмаһындар ине. Юғиһә эске структура менән тышҡы структураның бө­төнлөгө булмаясаҡ. Ҡоро һүҙҙәр генә килеп сы­ғасаҡ. Ә ғәмәлдә иғтибарға лайыҡ ав­торҙар бар”.


Ҡайһы бер юлдарға, шиғырҙарға айырым туҡталып китке килә. Архангел районынан Альбина Әбсәләмованың “Иңдәремдән тауҙар төшөр кеүек, Бәхетлерәк минән булһаң әгәр”, Белорет районынан Динә Солтанованың “Сыҡ та төн сатында балҡып торған Моңһоу айҙың сағыу нурын кис!”, Саҡмағош районынан Алина Әхмәтши­на­ның “Гүзәл йәшлегемә аяҡ баҫтым, Күңелемдә төҫлө, киң йәйғор.

Яратҡандар рөхсәт көт­мә­һендәр: Ватылһын да ҡуйһын светофор!”, Бөрйән районынан Йәҙгәр Ҡәйүмовтың “Бәйләнештә”н инеп тормошома, Иң түренә үттең йөрәктең. Уттай уйнап шул йөрәгем менән, Күңелемдең боҙон иреттең”, Өфөнән Римма Санъярованың “Әсәйемдең һәр бер һүҙе Алтын ташҡа баҫылған”, Бөрйән районынан Нурзилә Усманованың “Бөрйән ҡыҙы – ниндәй ғорур исем. Әйткән саҡта ошо исемде Йөрәгемдән бөтмәҫ моң ағыла, Йырға ҡушып барлыҡ хисемде”, Ишембай районынан Зәйтүнә Усманованың “Үләнгә төшкән ысыҡ мин”, Бөрйән районынан Илүзә Йәмиле­ва­ның “Ер һуҡмағы беҙҙе айырһа ла, Йыһан киңлегендә беҙ бергә!”, Бөрйән районынан Ейәнбаевтың “Был донъяла ҡояш нуры кеүек, Мәң­гелек ут беҙҙең арала”, Силәбенән Марат Дауытовтың “Йүгер, йүгер, Башҡортлоҡ! Хал­ҡым­ды минең күтәр”, Бөрйән районынан “Көҙҙә­ремдең һары һағышынан Аралаған мине тик тынлыҡ”, Ишембай районынан Роберт Горбунов­тың “Әсәй күрһәткән юл илтә Беҙҙе алтын көн­дәргә” кеүек шиғыр юлдары йәштәрҙең донъяны образлы ҡабул итеүе хаҡында һөйләй. Ә инде Айһылыу Дауытова (Ишем­бай районы) менән Нәркәс Ҡәйепҡо­ло­ваның (Әбйәлил районы) яҙғандары моңло асыштары, яңыса фекер менән һоҡландырҙы. Айһы­лыуҙың яҙғандарында нимә­һе ме­нәндер шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың ижадына ауаздаш­лыҡ тойҙом. Ә Нәркәс шиғриәткә яңы һулыш менән, үҙенең яңы юлы менән килгән. Шағир Рәшит Зәйнуллин кеүек. Йәш­тәр тип ҡарамайыҡ, китаптарын, шәлкем­дәрен табып уҡыйыҡ.


Шулай итеп, “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә ойошторолған шиғ­риәт конкурсында Гран-приға – Айһылыу Дауытова, беренсе урынға – Нәркәс Ҡә­йепҡолова, икенсе урынға – Альбина Әбсә­ләмова, өсөнсө урынға Илүзә Йәмилева лайыҡ булды.

“Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге – Зәйтүнә Усмановала, Роберт Горбуновта. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәтенең махсус бүләге – Динә Солтановала. “Өмөт” но­минацияһы Йәҙгәр Ҡәйүмовҡа тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мах­сус бүләге Алина Әхмәтшинаға бирелде. Башҡортостан Яҙыусылар Союзының махсус бүләге иһә – Силәбе егете Марат Дауытовта.


Йәштәр килә ижадҡа, әҙәбиәткә, шиғ­риәт­кә! Был тәрән һәм зауыҡлы донъяға аяҡ баҫҡандарға “Ҡош юлы” ҡанат ҡуя. Йәштәргә милләтебеҙҙең “Урал батыр” кеүек бөйөк әҫәрҙәр ижад иткән халыҡ, бай башҡорт шиғриәте барлығын, шул уҡ ваҡытта рух азатлығы ғына яңы асыштар бүләк иткәнен оноторға ярамай.
Читайте нас: