Бөтә яңылыҡтар

"Мине бала табыу йортонда бутағандар"

Билдәле эстрада йырсыһы Альбина Килдейәрова шулай ти. Хәл былай була...

Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Билдәле эстрада йырсыһы Альбина Килдейәрова шулай ти. Хәл былай була.
Әбйәлил районының Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай тәүге сабыйын көтә. Бер көндө эш менән булашып йөрөгән Зәйнәп кинәт кенә бил тирәһенән көслө ауыртыу тоя. Ярай әле, ире өйҙә була. Эштең нимәлә икәнлеген аңлап алған Юлай машина эҙләп тышҡа атыла. Урамда ул күршеһе Уралды осрата. Уның ҡатыны ла бәпәйгә ауырып киткән икән. Бер аҙҙан ике ир ҡатындары менән район үҙәгенә елдерә, әммә Асҡарҙа уларҙы ҡабул итмәйҙәр.
– Улай булғас, әйҙә Магнитҡа, – ти улар бер тауыштан. Әммә ҡатындарҙың тулғағы көсәйгәндән-көсәйә. Магнитҡа барып өлгөрмәйәсәктәрен аңлаған ирҙәр “Красная Башкирия” совхозы дауаханаһына юллана.
Шулай итеп, күршеләрҙең бер үк ваҡытта ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Юлай менән Зәйнәп сабыйҙарына – Гөлгөнә, ә Урал менән Йәнифә Альбина тип исем ҡуша.
Ай артынан ай үтә. Сабыйҙар үҫә, тәпәй баҫа. Тәтелдәп телдәре асыла. Теремек ҡыҙҙар бер-береһенән сығышмай тиерлек. Шулай бер заман күрше-тирә Гөлгөнәнең – Йәнифәләр, ә Альбинаның Зәйнәптәр яғына тартҡанын сырамыта. Әммә был хәбәргә Зәйнәп тамсы ла ышанмай.
Тамсы тама-тама боҙ тишә тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Халыҡ араһында таралған имеш-мимеш Йәнифәнең күңеленә шик һала. Ул балаларҙы гел генә сағыштырып йөрөй башлай, күршеләренең ҡыҙын иренең һеңлеләренә оҡшата. Тора-бара ауылда таныш-тонош, дуҫ-иштәр ҙә ҡыҙҙарҙың буталыуына тамсы ла шикләнмәй.
Ҡыҙҙар өс йәш самаһына еткәс, ике ғаилә лә был һүҙҙең буш булмауына инана. Хәҙер инде уларҙың яҙмышын еңел генә хәл итеп, балаларығыҙҙы алыштырып алығыҙ, тип кәңәш биреүселәр ҙә табыла.
Күпме былай ут йотоп, икеле-микеле уйҙар даръяһында йәшәргә мөмкин? Йәштәр кәңәшләшеп, унан-бынан аҡса йыйыштырып, Өфөгө юллана. ДНК һөҙөмтәһе бөтә шик-шөбһәгә нөктә ҡуя: сабыйҙар ысынлап та алмашынған!
Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыҙҙарҙы алмаштырып алалар, исем ҡағыҙын яңыртып тормайҙар. Хәҙер Гөлгөнә ­– Альбинаға, ә Альбина Гөлгөнәгә әүерелә.
Бер ҡараһаң, бөтә проблемалар артта ҡалған кеүек. Әммә бөтәһе лә алда булған икән. Күрше йәшәгән ҡыҙҙар уйнарға сыҡҡан арала онотолоп элек йәшәгән өйҙәренә ҡайта ла китәләр. Шуға ла бер мәл уларҙы, әҙерәк төңөлгәнсе тип, өйҙән сығармайыраҡ та торалар. Шуғыраҡ холоҡло Альбина яңы ғаиләгә тиҙерәк өйрәнә, ә Гөлгөнә ауыр, үтә ауыр күнегә. Тәҙрәнән моңайып, тилмереп, илап ҡарап ҡалған Гөлгөнәне күреп, Зәйнәптең йөрәге өҙөлөүҙәре! Нимәгә генә тотонмаһын, уйҙары үҙенән-үҙе ҡыҙына бара ла тоташа. Төндәр буйы һаташып, илап сыға.
Артабан ҡыҙҙар әкренләп үҙ атай-әсәйҙәренә өйрәнгәндәй була. Шулай ҙа “яңы ғаиләлә” саҡ ҡына шелтә яһаһалар ҙа, үҙҙәрен яратмайҙар икән тип уйлайҙар. Хаттар үҙ-ара осрашҡанда, ниңә генә беҙҙе алыштырҙылар икән, тип серләшеп тә алалар.
Альбина менән Гөлгөнә бер туғандар кеүек үҫә, бер партала ултыра, тыуған көндәрен дә бергә үткәрә. Ҡыҙҙар тәүге әсәйҙәрен дә, үҙҙәренекен дә әсәй тип йөрөтә.
Читайте нас: