Тамашасыларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Театр донъяһы үҙе бер серле көскә эйә. Ул беҙҙе тәрбиәләй, тормош хаҡында уйландыра, көлдөрә, илата. Тап шуға ла боронғо гректарҙың ҡала төҙөй башлар алдынан иң тәүҙә театрҙың ҡайҙа буласағын уйлауы ҙур мәғәнәгә эйә.
Республика район һәм ҡалаларында эшләп килгән халыҡ театрҙары ла тамашасыны тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Халыҡты рухи яҡтан байытыр, сәнғәткә ылыҡтырыр мәҙәни усаҡтар репертуарын байыҡтырыу өсөн көсөн йәлләмәй, төрлө-төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Ошо йәһәттән Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт йорто директоры Таһир ИСКӘНДӘРОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Таһир Тимерхан улы, Ғафуриҙа халыҡ театрҙарының эшмәкәрлеге, уларҙың әленән-әле төрлө смотрҙарҙа ҡатнашыуы, лайыҡлы урындар яулауы хаҡында ишетеп-белеп торабыҙ. Уңыштарығыҙ хаҡында әйтеп үтегеҙ әле.
– Иң тәүҙә Ғафури район мәҙәниәт йорто драма коллективының тарихы хаҡында һөйләр инем. Ул “Ғафури халыҡ театры” исемен йөрөтә һәм республикала һәләтле артистар туплаған билдәле үҙенсәлекле театрҙарҙың береһе иҫәпләнә. Үҙенең эшен 1972 йылда башлаған. Уға Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап ҡайтҡан йәш белгес Әлфиә Исҡужина нигеҙ һалған. Шунда уҡ коллектив Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын әҙерләп, республика смотрында еңеп сыҡҡан. Төп ролде – Тәңкәбикәне башҡарған Флүрә Садиҡова менән режиссер Әлфиә Исҡужина лауреат исеменә лайыҡ була. Спектаклде телевизорҙан да күрһәтәләр. Ә. Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” драмаһы күп ауылдарҙа ҡуйылды. Ирле-ҡатынлы Флүрә һәм Фәнил Садиҡовтар, комсомолдың район комитеты секретары Рәфҡәт Ниғмәтуллин, райком инструкторы Заһира Ғәзизова, ДОСААФ рәйесе Әмир Шәмсетдинов, урындағы радио хәбәрсеһе Шәүрә Түҙбәкова, район ҡулланыусылар союзында эшләгән Фәнил Мәҡсүтов, агроном Хәйҙәр Зыязетдинов, мәҙәниәт йортонан Әлфирә Әмирова, Миңнура Шириязданова, Флүр Ғәйнуллин, Миңлеғәли Зәйнәшев оҙаҡ йылдар спектаклдән-спектаклгә ҡатнашып, драма түңәрәгенең төп таянысы булды. X. Ибраһимовтың “Зәңгәр шәл”ен, Ә. Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһын сәхнәләштереү яңы эҙләнеүҙәр, табыштар осоро булды, сөнки театрға яңы көстәр – Розалия Ғафарова, Муса Мөхәмәтйәнов, Венера Әмирханова, Хәлиҙә Мәҡсүтова, районға килгән ауыл хужалығы белгестәре Флүр Ибраһимов, Шамил Мөхәмәтйәнов, Әнүәр Муллағолов, Фәниә Усманова өҫтәлде.
Коллектив тулылана, ижади йәһәттән шымара бара. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакле 1976 йылда ла бүтән төркөм ҡатнашлығында сәхнәгә сыҡты. 1980 йылда М. Ғафуриҙың 100 йыллыҡ юбилейына “Ҡара йөҙҙәр” драмаһы әҙерләнде. Бында уҡытыусы Әнүәр Ғәзизов – Закир, бейеүсе Рәүилә Фәхретдинова Ғәлимә ролен уңышлы башҡарҙы. 20 йылдан һуң республикала үткән “Алтын тирмә” фестивалендә ошо әҫәр икенсе состав менән сәхнәгә сығарылды. Был сарала драма коллективы өсөнсө урынды яуланы. Хызыр Нәзиров (Закир) – “Иң яҡшы ир-ат ролен башҡарыусы”, Рима Шәрипова (Ғәлимә) “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияларында еңеүсе булдылар. Муса ролен уйнаған Муса Мөхәмәтйәнов “Театрға тоғролоҡ” номинацияһында еңеп сыҡты. Бынан һуң да театр эшмәкәрлеге йылдан-йыл үҫешә, бихисап спектаклдәр ҡуйыла.
1994 йылда Ә. Атнабаевтың “Законлы никах менән” тамашаһын әҙерләп, драма түңәрәге 20 йылдан һуң “Халыҡ театры” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Был спектаклде музыкаль яҡтан Алик Ғайсаров биҙәне, Ф. Садиҡова, М. Зәйнәшев, А. Әмирова, Ә. Әмиров, Ф. Әбделмәнов, Б. Йосопов, Г. Ғайсарова, И. Байбулдина, Р. Шәймәрҙәнов береһенән-береһе матурыраҡ образдар тыуҙырҙы.
1985 –1995 йылдарҙа режиссер З. Зәйнәшева һәм йәш белгес В. Ниғмәтуллина Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” әҙерләп, Бүздәктә үткән Халыҡ театрҙарының смотрында өсөнсө урынға лайыҡ булалар. Н. Асанбаевтың “Рәйсә + Фәйзи” драмаһында Зөһрә ролен – Р. Хәбибуллина, Рәйсәне – Ф. Садиҡова, Фәйзиҙе – Ә. Ғәзизов, Сәлимде – Ф. Әбделмәнов, Гөлнизаны – Ә. Әмирова, йәнә Х. Нәзиров, Н. Юлъяҡшина, Р. Шәрипова, А. Баймөхәмәтов, Ф. Монасипова – һәр береһе килештереп уйнай.
– “Алтын тирмә” фестивалендә лә һеҙҙең театр әүҙем ҡатнаша...
– Эйе. Бындай конкурстар бик кәрәк. Үҙешмәкәр артистарға ул һөнәри яҡтан үҫергә, башҡаларҙан өйрәнергә, үҙҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәтә. Жюри составындағы абруйлы белгестәрҙең кәңәштәрен тыңлау үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2003 йылда Дүртөйлө ҡалаһында үткән фестивалдә “Ай тотолған төндә” спектаклен ҡуйып икенсе урынды яуланыҡ. Ф. Садиҡова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды. Музыка белгесе В. Хәбибуллин “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” номинацияһында еңеп сыҡты. Ә 2006 йылда Белорет ҡалаһындағы “Алтын тирмә”лә Гран-при яуланыҡ. Был еңеүҙән һуң мәғариф ветераны Әнүәр Ғәзизовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. 2009 йылда фестиваль үҙебеҙҙең районда үтте. Беҙ ҡунаҡтарҙы Х. Ибраһимовтың “Башмағым” спектакле менән ҡаршы алдыҡ.
– Быйыл Театр йылы булараҡ, район таланттары тағы ла дәртләнеберәк эшләйҙер?
– Ғафури районы — халыҡ театрҙарына бай төбәк. Театрҙар Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауылдарында уңышлы эшләп килә. “Театр яҙы” смотры ла һәйбәт үтеп китте. Халыҡ театрҙары ҙур күләмле спектаклдәр әҙерләп һөйөндөрҙө. Ғафури һәм “Ҡараншишмә” халыҡ театрҙары, М. Кәримдең 100 йыллығын күҙ уңында тотоп, “Ай тотолған төндә” трагедияһын ҡуйҙы. Ике театрҙа ла артистарға ролдәр дөрөҫ бүленгән, образдар ҙур оҫталыҡ менән еренә еткереп уйналды. Еҙем-ҡарандарҙың спектаклгә яңы костюмдар тектереүе үҙе ни тора!
Сәйетбабалар С. Суринаның Сәйетбаба ауылының 300 йыллығына арнап яҙған “Аласабыр менеп кил, йәнем!” драмаһын яңы состав менән әҙерләгән. Спектаклде Илһам Байбулдин музыкаль яҡтан бик оҫта биҙәгән. Бай тарихлы, үҙенсәлекле халыҡ ижадына эйә булған төбәктең үҙенә хас уйындарын эсенә алған спектаклдән тамашасы бик ҡәнәғәт ҡалды. Тамашаға өс тиҫтәгә яҡын һәүәҫкәр артист йәлеп ителеүе маҡтауға лайыҡ.
А. Ғөзәйеров исемендәге Бурлы халыҡ театры С. Латиповтың “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Сәхнәләге һәүәҫкәр артистарҙың бирелеп уйнауы көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Яңы йәш артистар тупланыуы һөйөндөрҙө. Яңғыҙҡайын ауылының “Мираҫ” халыҡ театры йылдағыса тырышып әҙерләнгән. Д. Сәлиховтың “Үтеп барышлай” драмаһын һәүәҫкәрҙәр ҙур оҫталыҡ менән асып бирҙе.
Шулай уҡ был смотрҙа Юлыҡ, Табын, Игенйылға, Үтәк, Родина, Ҡотлоғужа мәҙәниәт йорттарының ҡатнашып, матур спектаклдәр ҡуйыуы шатлыҡлы күренеш булды.
Ғөмүмән, тамашасылар күңеленә хуш килгән спектаклдәрҙе әҙерләүҙә бөтә оҫталығын биргән режиссерҙар Д. Биктимерова, А. Юлбарисов, Р. Мусина, Ә. Мифтаховаға ҙур рәхмәт. Шуныһы ҡыуандырҙы: театр коллективтары ниндәй генә ҡыйынлыҡ булмаһын, кәйеф төшөрмәй, киреһенсә, сәмләнеп, дәртләнеп ижад итә. Ә тамашасы спектаклде көслө алҡыштарға күмеп, тырышлыҡтарына ыңғай баһа бирһә, ихлас рәхмәт һүҙен ишеттерһә, сәхнә кешеһе өсөн шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкин дә түгел.
Шулай итеп, халыҡ театрҙары араһында Ғафури халыҡ театры конкурстан тыш М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен күрһәтте. Беренсе урынға “Ҡараншишмә” халыҡ театры (режиссеры – Д. Биктимерова), икенсе урынға “Аҡбейек” халыҡ театры (реж. – А. Юлбарисов), өсөнсө урынға “Мираҫ” (реж. – Р. Мусина) сыҡты.
Аллаға шөкөр, таланттарыбыҙҙың маҡтаулы хеҙмәте етәкселәр тарафынан юғары баһаланды. Рәзилә Хәбибуллина Халыҡ ижады үҙәгенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнһә, Венер Ғәбдиев, Дамир Биктимеров, Риф Бикбаев (“Ҡараншишмә”), Рәйлә Сабитова, Хөснә Заһиҙуллина (“Аҡбейек”), Айрат Баймөхәмәтов, Эльвира Насирова, Фәнзил Ғәлин (Ғафури), Фәнисә Ғәлимова (Бурлы) маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Иң мөһиме – халыҡ таланттарының тамашаһына халыҡ эркелеп йөрөй. Был уларға дәрт һәм ҡеүәт бирә.
– Йәнле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!